Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
01.08.2014
ЯҠТЫ ХӘТЕР БУЛЫП ҺАҠЛАНА
Untitled document

2014 йылдың 1 авгусында донъя йәмәғәтселеге XX быуат йылъяҙмаһында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиға—донъя һуғышы башланыуға 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Беренсе донъя һуғышы тарих фәнендә үҙәк урындарҙың береһен биләһә лә, совет заманы идеологияһы ғалимдарға Рәсәй армияһының был һуғыштағы ролен ныҡлап тикшерергә юл ҡуйманы. Бөгөн, халыҡ үҙенең шәжәрәһен, ата-бабалары тормошон өйрәнә башлағас, уға бәйле ваҡиғаларға, унда ҡатнашыусыларға бер аҙ иғтибар артты.

Белеүебеҙсә, Беренсе донъя һуғышының башланыу сәбәптәре булып бөйөк дәүләттәрҙең колониялар өсөн тартҡылашыуы тора.

Һуғыш иғлан ителгәс тә Ырымбур, Орск ҡалаларында патриотик манифестациялар үтә. Рәсәй мосолмандарын етәкләгән Ырымбур мөфтөйө халыҡты һу-ғышта еңеү өсөн шаһит китергә саҡыра.

1914 йылдың август-сентябрь айҙарында Ырымбурҙа мобилизация үтә. Сафтағы армияға 8 пехота полкы, 2 артиллерия дивизионы һәм 19 айырым командалар ебәрелә. Шулай уҡ армияға ун меңләгән ат тапшырыла.

Ырымбур губернаһы Бөрйән волосы Исламбай ауылынан (бөгөнгө Баймаҡ районы) Нотфулла Ҡәйеповтың ғаиләһенән фронтҡа уның ике улы—Шәрифулла (1885 йылғы) һәм Fәниулла (1890 йылғы) саҡырыла.

Үкенескә ҡаршы, улар хаҡында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, беҙгә тик Шәрифулла Ҡәйеповтың иҫтәлектәре генә килеп еткән. Билдәле булыуынса, ул малсылыҡ һәм төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнгән. Буранбай ауылы ҡыҙы Fәфифә Байрамғоловаға өйләнә. Һуғыштың икенсе йылында Шәрифулла йәш кәләшен һәм яңы тыуған ҡыҙы Зәйнәпте ҡалдырып, яуға китә һәм Галиция, Польша ерҙәрендә Австро-Венгрия ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышыусы Көньяҡ-көнбайыш фронтҡа эләгә. Ш.Н.Ҡәйеповтың һуғыш осорондағы хәрби хеҙмәте хаҡында айырым мәғлүмәттәр юҡ, шунлыҡтан бында дөйөм картинаны ғына күҙ алдына килтерергә була.

Һуғыштың тәүге этабында Рәсәй ғәскәрҙәре Шәрифулла һуғышҡан Галиция, Польша ерҙәрендә уңышлы ғына хәрби хәрәкәттәр алып бара. Львовты, Перемышльды һәм Буковиндың яртыһын алалар. Әммә ҡорал, снаряд һәм артиллерия орудиеһы етмәү сәбәпле, 1915 йылда баҫып алған ерҙәрен ҡалдырырға мәжбүр булалар. Үлгән, яраланған һәм әсиргә төшкәндәр менән бергә Рәсәй армияһы 1,2 млн кешеһен юғалта. Башҡа фронттарҙа ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. 1916 йылдың майында генерал А.А.Брусилов етәкселегендәге Көньяҡ-көнбайыш фронт яңы һөжүмдәр башлай. Дошман фронты 340 километрға өҙөлөп 120 километрға төпкә индерелә. Ике аҙналыҡ бәрелештәр барышында ҡаршы яҡ 1,5 млн кешеһен юғалта. Брусилов һөжүмдәре Австро-Венгрия ғәскәрен һәләкәт сигенә ҡуя, әммә башҡа фронттарҙың да ҡушылып китмәүе арҡаһында беҙҙекеләр артыҡ уңышҡа өлгәшә алмай. Рус ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре Рәсәйҙә Ваҡытлы хөкүмәт урынлашҡандан һуң да дауам итә әле. Тик власҡа большевиктар килгәс кенә В.И.Ленин һуғышыусы илдәргә демократик килешеү тәҡдим итә. Әммә был саҡырыу ишетелмәй ҡала. Бары тик 1918 йылдың 3 мартында «Брест тыныслыҡ килешеүе» төҙөлгәс кенә Рәсәй яугирҙәре өсөн һуғыш тамамлана.

Шәрифулла Ҡәйепов 1918 йылда һуғыштан ҡайта. Үкенескә ҡаршы, уның ҡустыһы Fәниуллаға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Шәрифулланың улы Fәниулла (1929 йылғы): «Олатайымдың кесе улы Fәниулла империалистик һуғышта ятып ҡалған. Ошо һуғышта ҡатнашыусы Юлыҡ ауылы кешеһе Әҙеһәмов һуғышҡа инер алдынан медицина тикшереүе үткәндә табиптар оҙон буйлы һәм сәләмәт егеткә һоҡланып ҡараны, хатта уны арҡаһынан ҡағып яраттылар, тип һөйләй. Мин тыуғас, олатайым миңә яуҙа ятып ҡалған Fәниулла улының исемен ҡуштыра һәм ул мине башҡа ейәндәренә ҡарағанда нығыраҡ ярата торғайны»,—тип хәтерләй.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Шәрифулла Ҡәйеповтың Зәйнулла, Fәниулла, Мәймүнә һәм Шәһиҙулла исемле балалары донъяға килә. 60-70 йылдарҙа илдең күп кенә ауылдары кеүек үк Ислам ауылы ла «киләсәге булмаған ауылдар» исемлегенә инә һәм Ҡәйеповтар ғаиләһе Беренсе Этҡол ауылына күсенергә мәжбүр була.

Шәрифулла Ҡәйепов тирә-яҡҡа ағас эше оҫтаһы булып таныла. Ул эшләгән мәсет Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында беҙҙең көндәрҙә лә тора. Беренсе Этҡолда уның йорто ла һаҡланған. Беренсе донъя һуғышында булғанында (Европала) скрипка күреп һәм уның төҙөлөшөн хәтеренә һеңдереп ҡайтып, оҫта шундай уҡ скрипка эшләй. Шул скрипкала тәүҙә улы Зәйнулла, унан уның балалары уйнар-ға өйрәнә. Шәрифулла олатай 1971 йылда 86 йәшендә донъя ҡуя.

Беренсе донъя һуғышын ҡайһы бер йәмәғәт вәкилдәре «онотолған ваҡиға» итеп күрһәтә. Әммә «онотолған һуғыштар» һәм «онотолған һалдаттар» булмай. Булырға ла тейеш түгел. Хатта әллә ҡасанғы грек, рим һәм башҡа халыҡтарҙың тыуған илдәрен һаҡлаған изге һуғыштары хаҡында тарихтар бар. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың, яу ҡорбандарының да балалары, туғандары, зат-ырыуҙары улар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе яҡты хәтер итеп һаҡлай.

2012 йылдан 1 август Беренсе донъя һуғышында ҡорбан булған Рәсәй яугирҙәренең Хәтер көнө итеп билдәләнде. Ошоға ярашлы Рәсәй төбәктәрендә дәһшәтле һуғыш ҡорбандарына арналған һәйкәлдәр, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүсе обелискылар ҡалҡып сығыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бөйөк Ватан һәм башҡа һуғыштар ветерандары кеүек үк Беренсе донъя һуғышы яугирҙәренең дә даны юйылмаҫҡа, юғалмаҫҡа тейеш.

Фәриҙә Ҡәйепова,

педагогик хеҙмәт ветераны.

Һүрәттә: Беренсе донъя һуғышы яугире Шәрифулла Ҡәйепов.

1965 йыл.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap