Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ҒӘЗИЗӘКӘЙ
Untitled document

Хикәйә

Fәзизә аяҡтарын Ҡарағайлы йылғаһы һыуында йыуып алғандан һуң, уларҙың тау-таш араһында йөрөп ярылып бөткәненә артыҡ иҫе китмәҫтән, Ирәндектең көнсығышына табан аҡҡан йылға ағышына ҡарап, үҙ уйҙарына батты. Бөгөн ағас ҡыуышлығында үткәргән тынысһыҙ төндөң ни арала ғына күҙе эленгән мәлендә төш күреп өлгөргәйне. Төшөнә күптән мәрхүм булған атаһы менән әсәһе инде. Имеш, ҡаршы тауҙағы ҡушҡайынға терәлеп баҫҡандар ҙа: «Ҡайтып үҙ урыныңа ятып йоҡла»,—тип әйттеләр ҙә төпһөҙ ҡараңғылыҡҡа инеп юғалдылар. Артабан шул уҡ урында ағаһы менән еңгәһе: «Һине барыбер Мотаһар байға икенсе бисәлеккә бирәсәкбеҙ»,—тип янай. Ошо һүҙҙәрҙән ҡото осоп уянды ла, түҙмәй ҡарағас ҡыуышлығынан атылып килеп сыҡты ҡыҙ. Шул ваҡыт, таң һарыһы беленгән мәлдә, яҡында ғына кеше кәүҙәһе сағылышын аңғарып, кире ҡарағас ҡыуышына инмәк булғайны ла, абайламаҫтан тотоп та алдылар үҙен. Тотҡон ҡысҡырып та өлгөрмәне, таныш тауыш:

—И-и, Fәзизәкәйем, һине табыр көндәрем бар икән. Һөйәктәрең бүре еме булып, Ирәндектең ҡайһы ҡуйынында ята икән тип ҡурҡҡайным,—тип йыуатты ла, ҙур ҡулдары менән ҡыҙҙың тал сыбығындай билен уратып ҡосаҡлап та алды. «Бөттөм… Мотаһар бай…»,—тип уйлап өлгөрҙө Fәзизә, тик теле аңҡауына йәбешеп ҡатты ла, аңы нимәнелер ҡабул итеүҙән баш тартты.

—Ҡурҡма, Fәзизәкәйем, ағайыңдарға түгел, Түбәнге ауыл апайыңдарға төшөрөп китәм. Таң атыуға апаһы Fәмбәрәләрҙең ҡапҡаһына туҡталды һыбайлы.

—Таптым бынығыҙҙы,—тине ҡыҙҙы төшөргәс. Унан апаһына ҡарап:—Ошо йомаға бата уҡытырға киләм, ҡорҙаш өйҙә булһын,—тине лә атын һәлмәк ҡыуып, үрге ауылға табан ыңғайланы. Апаһы бай артынан һынап ҡарай биреп торҙо ла, кейәүгә сыҡмайым тип, урманда ҡасып сығып киткән һеңлеһен шелтәләне:

—Һигеҙ ауылға хужа булған Мотаһар ике бисәгә баш булмаҫ тиһеңме? Ҡасып йөрөп ҡаҡ һөлдәгә ҡалғанһың… Күптән риза булыр кәрәк ине.

—Барыбер сыҡмайым ул бабайға.

—Һе, ана, беҙҙең бәрәс ояһындай өйҙө инеп ҡара, унда береһенән-береһе бәләкәй ун ике бала йоҡлай, өҫтәүенә ҡәйнәм, еҙнәң һәм мин. Эй, Хоҙайым, уянғас, һәр көнөм шуларға нимә ашатырмын, тигән уйҙан башлана. Исмаһам, байға сыҡһаң, һинең ундай ҡайғың булмаҫ, алйот.

—Улай булғас, минең урыным Ҡайынлы күл төбөндә.

—Улай тимә, туғанҡайым. Бәхетең шулдыр. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, тигәндәй, тамағың туҡ, ятыр түшәгең йомшаҡ булыр. Көндәшең әсәң рәтләш, моғайын, ҡаты булмаҫ. Тимер ҡыйыҡлы, урыҫ ҡапҡалы, ҡарағас өйҙә йәшәү бәхете кемгә тәтей.

Ашыҡмай ғына юртҡан ҡара айғыр һыртында бәүелеп килеп, ҡайтып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Мотаһар. Өйөнә ингәс, өҫтәлдә шыжлаған самауыр артында Сәхипъямалдың сәй һөрпөлдәтеүен, улдарының ихласлап ит мөнйөгәндәрен күреп, был бөтөнлөктән, етешлектән күңеленә рәхәтлек йүгерҙе. Кинәнеп өйөнә күҙ һирпте. Бүлмәләре киң, яҡты. Тәҙрәләре ҡаршыһында бер-береһенә төкәтеп эшләнгән таш һарайҙар, һыйыр, ат аҙбарҙары, бойҙай-һоло, ит һаҡланған келәттәр теҙелеп киткән. Сығып, арба-сана һара-йына ыңғайланы. Арбаһының тәгәрмәстәрен майланы, түшәктәрен яңыртып, уларҙы нығытып бәйләп ҡуйҙы. Ҡырандасҡа ултырып ҡараны, Сәхипъямал да үҙ фатихаһын ихлас биреүен белгертеп ҡуштан ултырыр, ике малайға киңерәк урын булһын, тип артыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрҙе алып ташланы: һәүетемсә юлға әҙерләнде. Шуныһы ғәжәп: әйтерһең дә ул үҙ донъяһын тәү тапҡыр күрә. Ошоға тиклем ғаиләһенә ҡарата битараф, маҡсатһыҙ йөрөнө микән? Улай тиһәң, вайымһыҙ булһа, тирә-яҡ ауыл халҡын хайран итерлек йорт-ҡураһы булмаҫ ине бит. Ана, Fәзизәнең ағаһы Әхмәтшәриф бер тамағын туйҙыра алмай ыҙалай. «Юҡ, беҙҙең тоҡомда ундайҙар, Аллаға шөкөр, булмаған, булмаҫ та»,—тип үҙ алдына нығытты. Унан, уйҙарынан арынып:

—Сәхипъямал, Сәхипъямал, тим, һин ҡайҙа?—тип өндәште. Ҡатыны уға :— Күрә ҡарауһыңмы әллә. Сәй эсеп ултырам даһа,—тип бурылдай-бурылдай килеп тә сыҡты.

—Минең әйткәнде яҡшылап тыңла әле. Бер нисә тапҡыр әйткәйнем инде был турала. Иртәгә йома. Fәзизәне хәләлләп алып ҡайтайыҡ. Малайҙарҙың өҫ-баштарын ҡараштыр. Беҙҙең менән бара улар ҙа. …

Бисәһе хәбәрҙең айышына төшөнөп тә етмәй:

—Эйе шул, бауыр аҫтынан ел үткәреү кәрәк. Әтү гел өйҙә лә, гел өйҙә,—тип шундуҡ хәбәргә ҡушылып китте лә, тора торғас, һүҙҙең айышына төшөнөп алып, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:

—Балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән нәмәне бисәлеккә алмайһыңдыр бит!—Аҙаҡ ауыҙын ике ҡулы менән ҡаплап,—ней апаһына, ней еңгәһенә һыймай, аслы-туҡлы йөрөгән йәнде хеҙмәтсе итергә уйлағаныңды аңлайым да. Уйың изге—мине йәлләүеңдер… Йорт эштәрен атҡара алмайым шул һуңғы ваҡыттарҙа. Тик уны былай ғына алып ҡайтһаҡ та була, ул тиклем ҡатмарландырмайыҡ, атаһы.

—Алғас-алғас, шартына килтереп алабыҙ инде. Ағай-эне, туған-тумаса бар тигәндәй.

—Уныһын уйлағанда, халыҡ араһында абруйың ҙур. Урын еренә еткереп, йолаһын үтәү кәрәк инде, ҡалайтаң.

Арбаға ике тоҡ он, арыуыҡ сәй-шәкәр, барыһына ла бүләктәр тейәп, йылҡылдап торған турысаға егелгән еңел сана Ирәндек итәгенән көнсығышҡа, Түбәнге ауылға юл тотто. Сәхипъямал иренә һыйынып, йәтешләп ултырған, шул йылылыҡтан күңеле рәхәтлек кисерә. Һәр саҡ шулай булһасы. Хатта ошо ултырыуҙан, арбанан төшмәйенсә, ер ситенә олағырға әҙер ул бөгөн. Инде нисә йылдар ябай йылылыҡтан, наҙҙан мәхрүм. Әле йәнен иҙрәтеп, күңеленә дауа булып барған берҙән-бер йыуанысы, Мотаһарын яҡын күреү тойғоһо, уны башҡаларҙан ҡыҙғаныу хәсрәте минутлап түгел, секундлап көсәйгәндән-көсәйҙе. Ниндәйҙер серлеләрҙән-серле, ләззәтле хис-тойғолары хасил булып, ирен һис бер кем менән бүлешергә теләмәү көнсөллөгө аңын тотошлай ялмап алды. Юлға мажара итеп, шатланып сыҡһа ла, бара торғас, Fәзизәне көндәше һәм дошманы итеп күрә башланы.

Бүләктәр таратылып, киске аш мәжлесенән һуң, бер аҙ тыныслана төшкәс: —Һыйлым,—тип өндәште Fәмбәрә Сәхипъямалға.Тегеләргә түшәкте өйгә йәйәйем. Ярты көнгә ярыш юҡ, бер көнгә ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тигәндәй, ҡалғандарыбыҙ саф һауала, тышта, бесәнлектә йоҡларбыҙ.

—Юҡ, Мотаһарым ҡайҙа—мин шунда. Өсөбөҙҙө бер урынға һалаһың инде.

—Яңылыш ишетәм, ахырыһы, тип Fәмбәрә үҙ ҡолағына үҙе ышанмайынса ҡатып ҡалды. Сәхипъямал иһә әйт-кәндәрен яңынан ҡабатланы ла аңлатып ҡуйҙы:

—Ана, уҡ юнып торған төпсөк малайымды күрәһеңме? Уға ун бер йәш. Шул тыуғандан һуң бабай яныма яңылыш та яҡынламаны. Тиҫтә йылдар дауамында ир кинәнесен тойоу түгел, ул турала уйлауҙы ла оноттом... Fәзизәнең яҡшы хеҙмәтсе булырына ышанабыҙ, шул ғына. Яҡын тирәләге байҙарҙың бисәләре бер нисәү бит, шуға бабай ҙа бит йөҙлөгө итеп ала инде.

… Көҙ иртә килде. Fәзизәнең уйҙары һоро болоттар кеүек ағыла ла ағыла. Бындай һалҡын, шыҡһыҙ төндәрҙә бөтә йыуанысы таң атҡанын көтөү. Яңы көн башланыу менән эшкә тотонһа, көн үткәнен һиҙмәй, бигерәк тә мал ҡарау ауырға төшә ҡыҙға.

Көндөҙ мал өйөнә инеп ултырырға ла мөмкинлек юҡ, сөнки Сәхипъямал эштән бушатмай. Fәзизә уның бойороҡтарын йәһәт үтәргә тырыша. Бер көн шулай иртәнсәк Сәхибъямал:

—Ҡара әле,ҡайҙан былай таҙа итеп кер йыуырға өйрәндең?—тип һорап ҡуйҙы.

—Бер кемдән дә…—генә булды ҡыҙҙың яуабы.

—Бына һиңә йәтимә… Улай булғас, аш-һыу яраштырыуға оҫталығың да барҙыр әле. Бынан ары беҙ тороуға иртәнге сәй һәр саҡ әҙер булһын.

Киске аш мәлендә Мотаһар Fәзизәнең усаҡ тирәһендә орсоҡтай өйөрөлөп-сөйөрөлөп, әле быныһын алып биреп, әле тегенеһен ултыртып йөрөүөн күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтеп ултырҙы. Мыйыҡтарын ике яҡҡа һыйпап, бер ашъяулыҡҡа, бер Fәзизәгә ҡарап, Сәхипъямалдың һөйләгәндәренә иғтибар бирмәне лә. Шунлыҡтан, иренең сығыр алдынан: «Сәхип, малайҙарҙы мәҙрәсәгә алып барам, юлға әҙерлә. Ҡайтышлай, баҙарға һуғылып ҡайтылыр. Юл оҙон, аҙыҡ етерлек булһын. Иван знакумдарға ла күстәнәс төйнә. Fәзизә лә беҙҙең менән бара»,—тигәненән ҡатын тертләп китте.

—Өйҙә эш күп. Унда Fәзизәнең ни кәрәге?

—Күпме ауылдар үтергә кәрәк, үҙең теге ваҡытта ыҙа сигеп ҡайттың. Юлда артыҡ ҡул булмағанын яҡшы беләһең бит.

—Үҙем барам уландарымды оҙатып. Теге йыуан Маруся, килһәң, мунсала тубыҡтарыңды һылармын тигәйне лә.

—Икенсе юлы барырһың.

Таң һарыһы беленеү менән пар ат егелгән еңел арбаға ике малайын, Fәзизәне ултыртып, ҙур ҡалаға юлланды Мотаһар. Иртә менән һалҡынса. Малайҙар әсәләре биргән юрғанды бөркәнеп, сыр-сыу килеп шаярышып алып китәләр, йә бер аҙ тынып баралар. Таҡыр юлға сыҡҡас, аттарҙы аҙымлатты Мотаһар. «Өшөп күгәреп киткәнһең бит»,—тип йәш ҡатынының иңбашына шәл япты, үҙенә тартыбыраҡ ултыртты. Fәзизә үҙ сиратында ауылдарҙы күҙәтеп аптырап килде, урыҫ ауылдарын тәүгә күрә ине ул. Ул арала аттары бейек ҡапҡалы йорт алдына туҡтатауы булды, хужалар: «Мутагар ҙа Мутагар, где байбисә Соня»,—тип сыр-сыу килеште. Тал сыбыҡтай ғына ҡыҙҙы күреп «батюшки» тип тел шартлатты йыуан мәрйә.

Ишек төбөнән ары китә алмай ҡатып ҡалған Fәзизәне етәкләп алып килеп үҙе янына ултыртты Мотаһар. Сәйен, бәлешен эргәһенә ҡуйҙы.

Мунсанан һуң, хужабикә Fәзизәне ҡунаҡ бүлмәһенә оҙатты. Иван менән Мотаһар мунсанан сыҡҡас ил, донъя хәстәрҙәре тураһында байтаҡ гәпләшеп ултырҙы. Унан Мотаһар шым ғына төпкө бүлмәгә уҙҙы һәм тома ҡараңғылыҡтан Fәзизәнең янына, юрған аҫтына сумды. Ҡыҙҙың дымлы сәстәренән ҡара мунса еҫе аңҡый, үҙе вайымһыҙ, һил. Күрәһең бик ҡаты йоҡлай ине.

Иртәнсәк тәмле еҫтәр уятты Fәзизәне. Ошондай татлы төн йоҡоһо булды микән берәй ваҡыт? Түшәк йылыһынан, үҙен уратып алған йорт хозурлығынан айырылғыһы килмәне. Сәңгелдәктә иҙерәп йоҡлаған сабый балалай икенсе яғына боролоп ятам тигәндә, үҙенең Мотаһар ҡуйынында бик йәтеш урынлашыуын аңлап, балаларса тыйғыһыҙ, ғәжәп, бөтөнләй ят тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.

Ҡалалағы йомоштарын йомошлап ҡайтырға сыҡҡас, тәгәрмәстәрҙең бер төрлө генә кәлтерләп, алға тәгәрәгәненән күңеле тынысланып, ғүмеренең һәр миҙгелен күңел иләгенән үткәреп, тауыш-тынһыҙ уларҙы үҙенсә барлап килде Мотаһар. Күҙ алдында атаһының: «Еңгәңде ситкә ебәрмәйбеҙ, алаһың»,—тип өҙә хәл итеүе лә, ун алты-ун ете генә йәшлек сағында еңгәҡатын ҡуйынына инеүе күҙ алдына килде. Шулай, йылы ҡанаты аҫтында, май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәп ятҡан саҡта, ярһыу ҡанлы, типһә тимер өҙөрлөк ир ҡорона ингән Мотаһарҙы тол ҡалдырып, бисәһе ҡапыл ғына ауырып китеп баҡыйлыҡҡа күсте лә ҡуйҙы. Атаһы йәнә, ошоно көтөп торған кеүек: «Fәрифтең ултырған ҡыҙы Сәхипъямал һиңә төҫ, бер атыуҙа ике ҡуян: кәләшле лә, байлығы ла»,—тип тағы ла үҙенсә хәл итте.

Бөгөн Мотаһар үҙе тирә-яҡта бер тигән бай. Мал көтөүенең бер осо ауыл осонда булһа, икенсеһе Ирәндек итәгендә. Донъяһы етеш тә ул, донъя рәхәттәренең барыһын да татып, тәмләп ҡараған кеүек. Тик бына мөхәббәт тигән нәмә уға ят. Ә бит үҙе уйлап сығарған, әкиәттәге һылыу ҡыҙ ғүмер буйы йөрәгендә йәшәне, әле лә йәшәй. Fәжәп: хыял һис ҡартаймай. Унан, янында ултырған ҡыҙҙан килгән йылылыҡтан дәртләнеп, ҡапыл йәштәрсә ҡыланып йәш кәләшен яурынынан ҡыҫып ҡосаҡланы ла, дилбегәне ҡыҙҙың ҡулына бирҙе. Хеҙмәтсеһенән ат йөрөттөрөп, үҙе ҡаҡайып китеп ауыҙы йырылып ҡырын ятып килгән Мотаһарын күреп Сәхипъямалдың былай ҙа семетеп кенә йөрөгән йөрәге атылып сыға яҙҙы.

Төн йөҙөндә мал өйөнә түшәктәрен күтәргән Мотаһар килеп инде. Өндәшмәй-нитмәй, ҡараңғыла һәрмәнеп, түшәк йәйә башланы. Ҡыҙҙың өҫтөнә йылы толоп япты. Үҙе йәһәтләп сисенеп, толоп араһына йүрмәләне… Fәзизәнең өшөгән аяҡтарын йылытып: «Башҡаса мал өйөнә һинең артыңдан инмәйем. Бынан ары минең менән күрнәс өйҙә йоҡларһың»,—тип шыбырланы. Fәзизә был юлы ҡурҡманы, өркмәне, үҙен ҡайғыртҡан берҙән-бер кешене яҡын күреп, һыйынып ятты. Мотаһарҙың да ошо йәшендә, үҙенең хан һарайындай йортонан сығып, шыҡһыҙ хеҙмәтсе мөйөшөндә аҡылдан шашырлыҡ ләззәтле минуттар кисерере ете ятып бер төшөнә лә инмәгәндер. Юҡтан бар булған хәләтенә берсә аптыраны, берсә ҡыуанды ул.

Бер көн Сәхипъямалға сәйгә ингән ялпаҡ Бибикамал: «Һапһыҙ ҡара балта инде Fәзизә, донъяңа саң ҡундырмай»,—тигәйне, быға тиклем күргәндәрен дә күрмәмешкә һалышып, сетерәйеп түҙеп йөрөгән ҡатын буҙлап иланы ла ебәрҙе:

—Минең хәлемде белгән-күргән кеше юҡ, ут йотоп көндәш менән йәшәп ятам. Күҙ йәштәрем кипте. Хеҙмәтсе тип кенә алған етемәктән бисә яһаны. Әҙәмдән оят…

Бибикамалдың артыҡ иҫе китмәне, донъяла булмаған хәлме ни:

—Сәкәләшеп, һүҙ көрәштереп ултырмайһығыҙ. Һеҙҙән дә тыныс йәшәгән кеше юҡ беҙҙең ауылда. Никахлап алғанды бисә итмәй кем итһен, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты етә инде ул,—тип тынысландырырға ты- рышты.

Бер көн киске аш әҙерләп йөрөгән Fәзизәне көндәше күҙ ҡырыйы менән күҙәтте. Бөтөнләй яңы үҙгәреш һиҙҙе: буйға үҫкән, тулыланған, күкрәктәре ҡабарып киткән. Аһ, аһ, етешкән бисәгә оҡшаған да баһа был. Аш-һыу араһында йөрөгәс, таҙарған тигән булһам…

Ошо асыштан һуң бер нисә айҙан, Fәзизәне тулғаҡ тота башлағас, Бибикамалды саҡыртты Мотаһар. Ҡап-ҡара сәсле малай донъяға килде. Бала тыуғандан һуң, йәш көндәшен тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы Сәхип. Көндәшенән бигерәк баланы артыҡ күрҙе. Ҡағылһа ла, һуғылһа ла балаһы хаҡына өндәшмәне Fәзизә. Әммә Сәхиптең асыуын йәш көндәшенең ҡаршы яуап бирмәүе баҫа алманы, ә киреһенсә, оторо ярһытты ғына …

Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА

Башы. Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap