Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
08.08.2014
ҺАҒЫНЫУ КӨСӨ ЕҢГӘН
Untitled document

Һуғыштар—кешелек донъяһы тарихында икһеҙ-сикһеҙ һәләкәттәр барлыҡҡа килтергән. Ер шарында 14 меңдән ашыу һуғыш булып, Беренсе донъя һуғышы үҙенең дәһшәтлеге буйынса иң ҡанҡойғостарының береһе булараҡ тарихҡа ингән.

Ошо һуғыш хаҡында айырым ҡыҙыҡһынам, сөнки унда минең атайым Хажиәхмәт Алтынғужа улы Ишдәүләтов (Танһыҡҡужин) ҡатнашҡан. Уның тураһында ҡыҫҡаса яҙып китеү урынлы булыр.

Хажиәхмәт Алтынғужа улы Ишдәүләтов (Танһыҡҡужин) 1886 йылда Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында тыуа. Ул заманында колхоздың алдынғы инженер-механигы була. Атайымдың тормошо, яҙмышы үҙе бер китап яҙырлыҡ.

Алтынғужа һәм Гөлнәҙек Танһыҡҡужиндар ғаиләһендә өс ир бала: Әбделхаҡ, Хажиәхмәт, Нуриәхмәт үҫә. Уларҙы ата-әсә кесе йәштән үк эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Fаиләлә мал ҡарау, ер һөрөү, иген сәсеү һәм урыу, бесән әҙерләү, ташыу кеүек эштәр ир балалар иңендә була. Хажиәхмәт шуға физик яҡтан көслө, мыҡты кәүҙәле булып үҫеп буй еткерә.

1914 йылда Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланып китә. 1914 йылда атайым тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китә. Шул йылдың 17 авгусында, бер төркөм һуғышҡа китеүселәрҙе оҙатыр өсөн Түбәнге Яйыҡбай ауылының Һаҡмарға ҡойоусы Апай шишмәһе тамағы эргәһендәге туғайға күп халыҡ йыйыла. Ярлы крәҫтиәндәр менән бер рәттән бында байҙар, муллалар ҙа була. Оҙатыу сараһында байҙар эре генә ултыра, сөнки улар үҙ улдарын әрмегә ебәрмәй, һуғыш бөткәнен көтә. Быны күреп торған атайым халыҡ йыры «Әрме»не һуҙып ебәрә. Бала саҡтан уҡ моңло тауышлы Хажиәхмәттең был йырынан һуң халыҡ зар илашып ҡәҙерле кешеләрен фронтҡа оҙата.

Хажиәхмәт иптәштәре менән бергә Көнсығыш Пруссияға генерал Самсонов етәкселегендәге 2-се армияға алына. Тәүге хәрби хәрәкәттәр уңышлы ғына бара. Немецтар бер нисә мәртәбә еңелә, сигенергә мәжбүр була, ләкин 1-се рус армияһының (генерал Ренненкампф) тарҡау эш итеүе һөҙөмтәһендә 2-се армия Грюнвальд янында тар-мар ителә, һалдаттар әсирлеккә алына. Әсирҙәр Мюнхен ҡалаһына оҙатыла. Хажиәхмәт әсирле- ген бик бай немец алпауыты ҡарамағында 7 йыл буйына ауыр эштәр башҡарып үткәрә. Шул осорҙа ул молотилка, тирмән, башҡа төрлө техника менән эшләргә өйрәнә. Егеттең тарыш хеҙмәте немецкә лә оҡшай, хатта ул көсләп тигәндәй Хажиәхмәткә үҙенең өс ҡыҙының береһен кейәүгә бирә. Кейәү егет бында немец телен бик яҡшы үҙләштерә, хатта йырҙарын да өйрәнә. Йәш ғаиләлә ике малай донъяға килә. Шулай ваҡыт үтә тора, ете йыл да булып китә. Хажиәхмәт сит ерҙә тыуған төйәген, туғандарын ныҡ һағына. Һуғыш тынып, донъялар именләнгәс, ул хужаһына тыуған яғына ҡайтырға теләүен белдерә. Немец алпауытының, ҡатынының ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, «Әрме» йырында үҙе йырлағанса, ризыҡ, тыуған еркәйҙәрҙе күрергә яҙғас, атайым 1921 йылда Башҡортостанға ҡайтып төшә.

1921 йылда, тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡанында, йотлоҡ хөкөм һөрә. Ул ваҡытта Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай, Ниғәмәт ауылдары үҙ-ара бер ауыл хужалығы артеленә берләшкән була. Хажиәхмәт Алтынғужа улы ошо артелдең әүҙем ағзаһына әүерелә. Шул ваҡыттан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ул бер ҡайҙа ла китмәй, колхозда эшләй. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында ат менән ер һөрә, иген сәсә, колхоз малдарына бесән әҙерләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыл хужалығы эштәрендә ҡатнаша. Атайым был йылдарҙа ат һабандарын көйләү, үткерләү, молотилка, башҡа ауыл хужалығы техникаларын рәтләүҙе, ремонтлауҙы үҙ өҫтөнә ала. Ул үҙен тәүге оҫта инженер-механик итеп күрһәтеп, колхозсылар араһында абруй яулай.

Хеҙмәт ветераны Хажиәхмәт Алтынғужа улы тормош юлдашы Шәмсениса Әхмәт ҡыҙы менән матур ғүмер кисерҙе. Улар икеһе лә туған колхозыбыҙға намыҫлы хеҙмәт итте. Ауыл халҡы абруйлы ауылдаштарының данлы эштәрен әле булһа онотмай, оло ихтирам менән иҫкә ала.

Мостафа Алтынғужин,

Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap