Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ДАРЫУҘЫҢ ДА БУЛА ТӨРЛӨҺӨ...
Untitled document

Резеда ВӘЛИЕВА

Бынан йыл ярым элек миңә табип дротаверин тигән укол тәғәйенләп, процедура бүлмәһенә йөрөргә ҡушҡайны. Һаулыҡ ҡәҙерле бит инде. Шунда уҡ яҙып биргән ҡағыҙҙы тотоп дарыуханаға йүнәлдем. Йәнәһе, хәҙер үк алам да, бөгөн үк һалдыра башлайым. Дарыуханала миңә дротаверин булмауын, урынына но-шпа барыуын, хатта уның яҡшыраҡ булыуын әйттеләр. Яҡшыраҡ булғас ни тегенеһен ниңә эҙләп ваҡыт әрәм итергә?! Шулай итеп, но-шпа алдым да сыҡтым. Аҙаҡ процедура бүлмәһендәге шәфҡәт туташы миңә йылмайып ҡараны ла икеһенең дә бер үк укол булыуын, тик икенсеһе беренсеһенән күпкә ҡиммәтлерәк икәнен әйтеп һалды. Үәт бит әй, дарыуҙарҙы яҡшылап белмәү, медицина өлкәһендә «һай йөҙөү» кеҫәгә һуға икән дә баһа! Ошо хәлдән һуң, башҡаса дарыуханала тороусы фармацевттарға ышанмаҫтай булғайным. Әммә кеше бер баҫҡан тырмаһына ҡат-ҡат баҫыусан шул...

Дарыухананан уфтанмай сығыусылар бик һирәктер ул. Эйе, унда ингән һайын меңәрләп аҡса ҡалдыраһың. Был, юғарыла әйтеүемсә, медицина өлкәһен яҡшылап аңламауҙан да килә. Ә бит 200 һумлыҡ сит илдә етештерелгән дарыу урынына 20 һумлығын да табырға була. Ә ниңә табиптар был хаҡта өндәшмәй? Бының үҙ сере барҙыр, күрәһең. Тик уны берәү ҙә һеҙгә асып һалмаясаҡ, һөйләмәйәсәк. Ә, бәлки, һөйләһәләр ҙә ышанмаҫ инегеҙ. Бер мәл миңә бер таксист ағай менән оҙон юлда гәпләшеп барырға тура килде. Ул оло ғына йәштә ине. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, беҙ дарыуҙар тураһында һөйләшә башланыҡ.

—Беләһеңме, һеңлекәш, табиптар ни тиклем ҡиммәтерәк дарыу яҙып бирһә, уларҙың эш хаҡы шул тиклем ҙурыраҡ була.

—Ҡуйсы, ағай. Буш хәбәр...

—Улайһа әйт: нишләп улар 320 һумлыҡ лазолванды алырға ҡуша, ә 20 һумлыҡ амброксол хаҡында ләм-мим?

—Әлләсе, белмәйем. Күрәһең, лазолвандың эффекты шәберәк, яҡшыраҡ.

—Шулай булмаһа ярар ине. Уларҙың айырмаһы бары тик исемдә генә, белдеңме? Табиптарҙың барыһы ла айырым бер фармацевтика компанияһы менән килешеү төҙөй. Шуға ярашлы, улар ҡиммәтлене тәҡдим итә лә инде.

—...

—Һин миңә ышанмайһың, ахыры. Ярай, шулай ҙа минең һүҙҙәрҙе онотма. Дарыу алыр алдынан һәр саҡ аналогын һора.

Был һөйләшеүгә күп кенә ваҡыт үтте. Ағайҙың әйткәндәрен бөтөнләй иҫтән дә сығарғанмын. Яңыраҡ балам ауырып кикәс, дарыухана тупһаһын йыш тапарға тура килде. Һәр бер әсә кеүек сабыйымдың сәләмәтлеге өсөн ныҡ борсолам, хатта һуңғы тиндәрем дә йәл түгел. Табип ҡушҡандарҙы алғандан һуң да хәле яҡшырмағас, фармацевтың үҙенән һорай башланым. Ул иһә ул-был дарыуҙарҙы сығарып теҙҙе. Бер уға, бер кө-шөлөгөмә күҙ һалам. Аҡсам тулмай икән дә баһа.

—Аҡсам етеңкерәмәй, һуңғараҡ килмәһәм,—тип боролоп сыға башлағас, аҡ халатлы «һатыусы»:

—Бына быныһының эсендә 2 генә ҡап, шуға арзаныраҡ. Һеҙгә ни бер аҙнаға бер ҡабы ла етә инде,—тимәһенме!

Баҡтиһәң, тәүҙә миңә 3-4 ҡаплыһын тәҡдим иткән икән. Шул саҡ теге таксистың һөйләгәндәре иҫкә төштө. Әһ-һә, тимәк, ни тиклем ҡиммәтлерәген һата, шул тиклем эш хаҡы һәйбәтерәк. Fәҙәттә, магазин-кибеттәрҙәге һатыусылар: «Эш хаҡыбыҙ килемгә бәйле»,—ти, тимәк, бында ла шулай... Эхх, кешенең ирекһеҙҙән дарыу алып йөрөгәнен белмәйҙәрме ни? Аҡ-са күплектән шашып йөрөмәй бит берәү ҙә. Бәлки, кемдер һуңғы аҡсаһына аптырағандан дарыу алырға ингәндер ҙә, икмәк-һөтлөк артып ҡалһа ярай ине, тип торалыр... Фармацевҡа көйөүҙән башымда секунд эсендә шундай уйҙар үтте. Ләкин өндәшмәнем. Уға зарланыуҙан фәтеүә юҡ, берәү ҙә һиңә көсләп дарыу тоттора алмай.

Ошо хәлдән һуң оҙаҡ ҡына Интернет селтәрендә «соҡондом». Күптәр юғарыла әйтелгән таксистың һүҙҙәрен ҡабатлай. Йәғни, ҡиммәтле дарыуҙар тиҙ генә һатыла һалмай, шунлыҡтан фармацевтика компаниялары урындарҙа үҙҙәренең вәкилдәрен (табиптар, фармацевтар) булдырып, улар менән ниндәйҙер процент хаҡына килешеп, уларҙы күберәк һатыу яғында. Был ике яҡ өсөн дә ҡулайлы, отошло. Хатта был йәһәттән ниндәйҙер план, нормаларҙың булыуы хаҡында ла әйтелә. Әйткәндәй, табиптың ниндәйҙер килешеү нигеҙендә эшләүен иҫбат итеп тә, уны шелтәләп тә булмай. Бәғзеләр иһә бындай фекер йөрөтөүселәргә ҡырҡа ҡаршы төшөп, һүҙ көрәштерә, ҡиммәтле дарыуҙарҙың эффекты көслөрәк, сифаты яҡшыраҡ булыуын белдерә һәм табиптарға ышанырға саҡыра.

Интернет селтәрендә 2007 йылда «Комсомольская правда» гәзите хәбәрсеһенең Ставрополь ҡалаһында үткәргән тикшеренеүенә тап булдым. Хәбәрсе ҡаланың бер нисә дарыуханаһында булып, йә башы, йә тамағы ауыртыуға һылтанып, ярҙам итеүҙәрен һорай. Күптәре шунда уҡ ҡиммәтле дарыуҙар исемлеген теҙә. Тик бер ерҙә генә провизор ҡыҙыҡай температураһы бармы һәм башҡа симптомдары хаҡында һорашып, иң арзандарын кәңәш итә. Шулай ҙа табипҡа күренергә ҡуша. Был хәлдән һуң, журналист Ставрополь төбәге дауаханаһының фармакология бүлеге мөдиренә һәм бер таныш провизорына мөрәжәғәт итә. Ул түбәндәгесә яуаптар ала.

Фармакология мөдире: «Дарыу хаҡына провизорҙарҙың да, табиптарҙың да эш хаҡы бәйле. Шуға ла улар ҡиммәтлеһен тәҡдим итә. Әммә провизор һеҙгә дауаланыу өсөн нимә кәрәклеген әйтергә хоҡуғы юҡ. Бына тик табип ҡына эшләй ала. Эйе, бөгөн бөтә дарыуҙарҙың да тиерлек аналогтары бар. Әммә ҡайһыһын тәҡдим итергә икәнен йәнә һеҙҙең табип хәл итә. Кемгәлер аналог та ярҙам итә, ә кемгәлер ҡиммәтлеһе кәрәк. Мәҫәлән, «Терафлю»ны алайыҡ. Унда төп компоненттарҙан тыш, антигистамин һәм С витамины бар. Ә шулай уҡ температураны төшөрөүгә ярҙам итә алған ябай парацетамолда улар юҡ. Ә ҡайһы бер дарыуҙарҙың аналогы бөтөнләй булмай. Шуға күрә үҙ-үҙеңде дауалау менән булышырға ярамай. Табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ».

Провизор: «Окладым бик аҙ. Эш хаҡым күпме дарыу һатам шуға бәйле. Һатыуҙан ун процент килем алам. Ҡиммәтлеһен һатыу минең өсөн күпкә отошло. Әммә берәүҙе лә көс-ләмәйем, бары тик тәҡдим итәм генә».

Интернеттағы был яҙмаларҙы уҡығандан һуң, үҙемдең таныш табиптарҙың ипләп кенә «ҡылын сиртеп» ҡараным. Береһе аналогтарҙың, йәғни арзан дарыуҙарҙың башлыса яһалма булыуын, уларға ышанырға ярамауын әйтте. Икенсеһе юғарыла телгә алынған таксист һүҙҙәрендә дөрөҫлөк барлығын, тик ул ҙур ҡалаларға ҡағылыуын белдерҙе. Йәнә биологик әүҙем өҫтәлмәләрҙе (БАД) һатырға тәҡдим итеүҙәрен дә йәшермәне.

Эйе, Интернет—ул икһеҙ-сикһеҙ фекерҙәр донъяһы. Унда яҙылғандарға ышанырғамы, юҡмы—һәр кем үҙе хәл итә. Шулай ҙа беҙ, сағыштырыу өсөн, Интернеттан алынған бер исемлекте тәҡдим итәбеҙ.

Температураны төшөрөү өсөн колдрекс, терафлю, ибуклин бара. Уларҙың арзан аналогтары: парацетамол, аспирин, цитрамон.

Тымауҙан отривин, виброцил, аквамарис-спрей, тизин ярҙам итә. Арзандары: альбуцид 20%, ксилен, наф-тизин, пихта майы.

Йүткереүҙе бөтөрөү өсөн лазолван (сироп), эреспал (таблетка), бронхикум (сироп) алырға була. Арзан аналогтары түбәндәгеләр: амброксол, татлы тамыр (солодка)сироптары, «От кашля», мукалтин таблеткалары, пертуссин (сироп).

Тамаҡ төбө ауыртҡанда гексорал (спрей), тантум верде (спрей), стрепсилс, фалиминт урынына арзан булған фурацилин, пектуссин, ингалипт (аэрозоль), тырнаҡ сәскәһе төнәтмәһе ҡулланырға була.

Эйе, аналогтары әллә ни кеҫәгә һуҡмай. Шулай ҙа һәр сөскөргән һайын дарыу ашарға ярамай. Ул бер органың өсөн файҙа килтерһә, икенсеһенә насар йоғонто яһай. Шуға ла шифалы үләндәрҙе, халыҡ медицинаһын белеү, бәлки, тағы ла отошлораҡтыр. Иң яҡшыһы иһә—ауырымау! Һаулыҡ—ҙур байлыҡ тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Сирләмәһәң, күпме аҡсаң кеҫәңдә ҡала. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Иҫкәрмә: мәҡәләләге дарыу исемдәре реклама маҡсатында бирелмәне. Уларҙы ҡулланыуҙа сикләүҙәр бар. Ҡулланыр алдынан табип менән кә-ңәшләшегеҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap