Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ҠАРТАЙМАЙ ИКӘН ДӘ КҮҢЕЛ...
Untitled document

Рәмилә Ибраһимова гәзит уҡыусыларға үҙенең моңло шиғырҙары һәм улар аша сағылыш тапҡан үҙенсәлекле фекерҙәре, фәһемле һығымталары, ҡыҙыҡлы асыштары менән таныш. Йәштәргә лә, ололарға ла уҡымлы уның яҙмалары, һәр кем был ижадтан үҙенә кәрәклене аңлай, таба алыр.

Шағирәнең юл сумкаһындағы кескәй дәфтәрҙә һәр ваҡыт яңы шиғырҙары, күргән-ишеткәндәрен анализлаған фараздары була. Был шәлкем уның һуңғы кисерештәре.

Ҡайтауаз

Сәстәремә сал юлаҡтар һыҙған

Йән ғазабы, йылдар ағышы.

Шиғырымда—бәғеремде өткән

Һөйгәнемде көтөү ағышы.

Һөйөү уты балҡытҡанға йөрәк,

Күңел моңо—арбар шиғыр бар.

Аллаһы Тәғәләмдән инселәнгән

Яҙмыш ҡайтауазы—шиғырҙар.

Ямғыр

Ялтланы ла, күк йөҙөндә

Уттан үрелгән ҡамсы,

Теткеләне болот тәнен,

Тәгәрәп төштө тамсы.

Күктең төбө тишелгәндәй

Кешеләргә тойолдо,

Танһығығыҙ ҡанһын, типтер,

Һыу күнәкләп ҡойолдо.

Ер өҫтөнән барлыҡ саңды

Йыуып ағыҙғас ямғыр,

Донъя ҡалай матурайған,

Тиеп һоҡланды йәйғор.

Тормош сәскәһе

(ейәнсәрем тыуғас)

Тын күлдәрҙә йөҙөп йөрөгән

Аҡҡошмо ни—аҡ ҡына.

Ата-әсәгә иң ҙур бүләк

Керһеҙ һөйөү хаҡына.

Һөйөп танһыҡтары ҡанмай,

Ҡыуанышып гөр килә.

Тормош сәскәһе ул бала,

Унан сафлыҡ бөркөлә.

Эй, талпына, әйтерһең дә,

Йәнлек күргән ыласын.

Йоҡлағанда ике яҡҡа

Йәйеп ята ҡоласын.

Арымайса артылһындар

Тормоштары үрҙәренә.

Һаулыҡтарын, бәхеттәрен

Теләп торам үҙҙәренә.

Их, эсмәһәң ине!

(шағирға)

Беҙ былай ҙа «иҫеректәр» инде,

Йәшәгәнгә хистәр илендә.

Һин яуаплы тотош планетаға,

Йорт-ил һәм Ер һинең иңеңдә.

Их, эсмәһәң ине һин,

Шағир!..

Хужаларса тотоп үҙебеҙҙе,

Айыҡ аҡылыбыҙ бар булһа,

Бабаларҙан ҡалған тел, ер хаҡын

Төшөндөрөр инек ул-ҡыҙға.

Их, эсмәһәң ине һин,

Башҡорт!..

Мискәһенә төшөп батҡанда ла

Ҡанмай нәфсе, юҡтыр бүккәне.

Һиҫкәндереп, ялтлап үтмәй нисек

Йәшендәй уй —ғүмер үткәне

Их, эсмәһәң ине һин,

Кеше!..

Болоттар

Ҡара болотто эйәрткән

Ҡауырый болот.

Ҡара болот төшөр ергә

Яуындар булып.

Йәбештереп ҡуйған кеүек

Күккә ул бороп,

Ҡапыл ғына юҡ та булыр,

Ул—яҫмаҡ болот.

Ҡарар күҙгә яҡын ғына

Булырҙай тотоп—

Биш йөҙ саҡрым арауыҡта

Ялтыраҡ болот.

Түшәп ҡуйылған шикелле

Йылыҡай толоп—

Вәғәҙә итә яҡты көндәр

Өйкөм аҡ болот.

Кешеләрҙәй болоттар ҙа

Төрлө икәндә.

…Ергә афәт килтермәйсә

Йөҙһөн иркендә.

***

Ҡартаймай икән дә күңел

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиҙәр …

Әммә

Ҡартлыҡта ла килә һөйөлгө.

Ҡәҙер-хөрмәт күреп балаларҙан,

Килә сабыйҙарса һөйөнгө.

Күңел хисе ҡартайыуҙы белмәй,

Мәңге шиңмәҫ аҫыл гөл бит ул.

Моң-һағышы йәнгә һарылһа ла,

Аҡ бәхеткә илтер юл бит ул.

Йән-тән тыныслығы менән килгән

Ҡартлыҡ шатлыҡ, насар түгел дә.

Сәстәрҙә—сал, йөҙҙә һырҙар, иллә

Ҡартайыу юҡ беҙҙең күңелдә.

Рәмилә Ибраһимова

Буранбай Исҡужинға

Тыуған илебеҙ күкрәгендә

Йәйрәп ята иркен далабыҙ.

Тере саҡта ярҙам итмәһәк тә

Үлгәс ҙурлап иҫкә алабыҙ.

Ялҡынланып ҡәләм тибрәткәндә

Ҡулдарың да һинең талғандыр.

Күпме китаптарың, шиғырҙарың

Яҙылып бөтмәйенсә ҡалғандыр.

Буранбайҡай, ошо донъяларға

Түгелер ҙә өсөн килдеңме?

«Һуңғы аҡсарлаҡ» та

«Һуңғы төн», тип,

Көнөң ҡыҫҡарғанын белдеңме?

Яҙғандарың боросло ла булды,

Ҡушҡанһыңдыр, бәлки, әрем дә.

Тура һуҙең, ғәҙеллегең өсөн

Яратҡан бит Мостай Кәрим дә.

Яҙмыштарың ҡаты булғанда ла,

Изге булды инде күңелең.

Балҡып ҡына һүнгән йондоҙ кеүек

Ҡыҫҡа булды һинең ғүмерең.

Ижад иттең ҡарлы буранда ла,

Яҙғы һыуҙар ташып аҡҡанда.

Рухың риза булһын инде тиеп

Доға ҡылам таңдар атҡанда.

Флүрә Иҫәнова.

Баймаҡ районы,

Байыш ауылы

Ерем көсө

Мин еремдең ябай бер ҡыҙымын

Һут алғанмын изге еремдән.

Бәхеттәргә сорналып йәшәйем

Йәмдәр табып нурлы илемдән.

Сал ҡылғандар, йәшел туғайҙарым

Fорур тауҙар, урман-күлдәрем.

Ниндәй матур, гүзәл тыуған яғым

Һоҡландырмай икән кемдәрҙе.

Ата-бабаларым ошо ерҙе

Үҙ иткәндәр, тамыр йәйгәндәр.

Һатмағандар, уяу һаҡлағандар

Ерҙең, телдең ҡәҙерен белгәндәр.

Ер йәшәтә, туйындыра ла ул

Йәлләмәһәң әгәр көсөңдө.

Ошо гүзәл еремдә генә мин

Арыҫландай тоям үҙемде.

Ырыуҙаштарымдың ҡаны һеңгән

Ерем көсө тарта үҙенә.

Сит ерҙәргә һис тә алыштырмам,

Күҙ ҡараһындай ғәзиз ул миңә.

Иң ҙур байлығыбыҙ—хазинабыҙ

Еребеҙгә хужа булайыҡ.

Битафлыҡтан беҙ арынайыҡ

Киләсәк быуынды уйлайыҡ.

Факиһа Таштимерова.

Баймаҡ районы,

Байыш ауылы.

Башҡортостан— алтын бишегем

Башҡортостан!

Һинән сығып киттем

Егерме лә йәшем еткәндә.

Һағынып та ғына үтте инде

Илле йыллыҡ ғүмерем сит ерҙә.

Тыуған илкәйемә ҡайтып төштөм,

Иңдәремә йөкмәп һикһәнде,

Һәм төшөнөп тыуған яҡтан ғәзиз,

Ҡәҙерлеһе юҡ та икәнде.

Ҡайтып төштөм.

Күсәр ҡоштар менән,

Китек кенә күңел тулһын тип.

Ҡолас ярым ере

Үлектауҙың

Яҡты ғына гүрем булһын тип.

Башҡортостан, ғәйепләмә инде,

Инде ситтә утым ҡабынмаҫ.

Һиңә ҡайтҡас үкһеп илаһам да

Минән бәхетлерәк табылмаҫ.

Рәшит Айсыуаҡов

Баймаҡ районы,

Иҫке Сибай

ауылы

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap