Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ҒӘЗИЗӘКӘЙ
Untitled document

Хикәйә

Аҙағы. Башы 63-64 һанда.

Мотаһар сабыйҙы күтәреп алып йөрөй башлағас, иренең ҡулында башҡанан тыуған баланы күреү Сәхипъямалдың аҡылын бөтөнләй юйҙы.

Уйлап ҡараһаң, үҙенең дә өс әсәһе булды бит, иң кесеһен, йәшен ныҡ яратты ла. Үҙе лә ипле, тыңлаусан ҡыҙ булып буй еткерҙе, әммә аҙаҡ ултырған ҡыҙ исемен күтәрҙе. Берәү үлмәй, берәү көн күрмәй тигәндәй, Мотаһарҙың бисәһе үлгәс: «Беҙҙең ҡыҙҙы алһын ине, димсе Айытбикәгә өндәшәйек, әжерен дә мул бирербеҙ»,—тигәйне үҙ әсәһе көндәштәренә. Бер төптән кәңәш иткәс, оҙон-оҙаҡҡа һуҙ-май, арыҫландай ирҙе кейәү итеп тә ҡуйҙылар. Аҙаҡ ауыл кешеләре тормоштарының етешлеген, яҡын-тирә ауыл байҙары менән ҡунаҡлашып йөрөүҙәрен күҙәтә торғас, ултырған ҡыҙ урынын таба тип, ыңғай баһаланы. Был баһа әле лә шул үлсәүҙә.

Сәхип иренең үҙенә һыуыныуын ғәҙәти күренеш итеп ҡабул итте һәм шул тормошҡа күнеккәйне. Уның менән маһайып, ғорурланып ҡына йөрөүҙе йәшәү ҡағиҙәһенә әүерелдергәйне инде күптән. Әле бөгөн килеп быға тиклемге кинәнес-шатлыҡтары юйылды, хатта булмаған кеүек. Ятһа ла, торһа ла бер уй бырауланы уның мейеһен. Йыйған донъяны түкмәй-сәсмәй үҙ улдарына ҡалдырыу. Баш вата торғас, тапты юлын да, әмәлен дә, тик Мотаһарҙың ғына өйҙә булмауы кә-рәк. Ниһайәт, көткән көн дә килеп етте.

Йоҡонан һаташып торған кеше һымаҡ, сабый эргәһенә килеп баҫҡанын, мышаяҡлы һауытын сығарып, балаға нисек итеп ағыу эсергәнен хәтерләмәй… Үткер ҡылыс мейеһен телеп үткәндәй булғас, кинәт юғалған зиһене йәненә әйләнеп ҡайтты. Күҙ алдында ике улы. Зиһене буталды. Үкенеү, әрнеү, әсенеү тойғоларынан башы әйләнеп, аҙбар артына сығып ултырҙы. Аңына килеп, мине лә бит өс әсәй ҡараған, береһе лә йәнемде ҡыймаған, нишләнем мин, тип өҙгөләнде...

Сабыйҙың үлем хәбәрен аталарынан ишетеп ҡайтып инде Сәхипъямал. Инде лә, балаһы өҫтөндә быуылып илаған көндәшенә:

—Бабай ҡасан әйләнеп ҡайта әле, әйҙә, йола буйынса тәрбиәләп урынлаштырайыҡ,—тип йомшаҡ һөйләшеп эште ашыҡтырҙы. Бары тик кендек инәһе булған Бибикамал ғына: «Тыуымға шул хәтлем ыңғай килгәйне бит, балаҡай ғынам, ундайҙар донъялыҡта өлөшлө һәм уңышлы булалар ине лә. Мин бөтә ауыл балаларының кендек инәһе, кем нисек булырын белмәйемме ни»,—тип аптыраны. Сәхип иһә: «Мин атамдарҙа нишләп йоҡлап ятам икән? Килер ҡаза аҡыл-зиһенде алдырғандыр»,—тип ысын күҙ йәштәре сығарып һыңҡылдап-һыңҡылдап тороп илап алды.

Был хәлдән һуң Мотаһар, күҙ менән ҡаш араһында, кинәт биреште, мөҙрәне. Бер көн һин дә мин атын егеп арбаһына ултырғас, ҡапыл ауырайҙы, дилбәгәне ҡулына ала алмайынса, арба эсенә ҡоланы. Ҡойроғон болғай-болғай эйәреп китергә эҙер-ләнгән эте өҙөп-өҙөп күккә ҡарап олоп ебәрҙе. Бөттө, хужаһына бүтән бер нәмә лә, бер кем дә кәрәкмәй ине.

Ҡайһылай ҙа ауыр булып ябырылды был көндәр Fәзизәгә. Ул үҙенең әле еләктәй генә сағында, тормош йылғаһына өҙөлөп төшөп ирекһеҙҙән тулҡындар өҫтөнән йүгерергә мәжбүр булған япраҡ хәлендә йәшәп, әле килеп шул уҡ яҙмыш утына инеү сәбәбен аңламаны. Аңларлыҡ та түгел ине шул. Ирекһеҙҙән йәшәтә лә, ирекһеҙҙән һынауҙар бирә уға был тормош. Һәм алда әле улар күпме булыр…

Таңһылыу Fәйнуллина

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap