Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
15.08.2014
МӘКТӘП УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕР
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Сибай ҡалаһы мәктәптәре, уҡыу йорттары, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары, балалар баҡсалары өсөн иң ҡыҙыу осор. Тап ошо көндәрҙә мәғариф, мәҙәниәт, медицина, эске эштәр, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғын һағы, Роспотребнадзор хеҙмәте вәкилдәренән торған махсус комиссия ҡаланың 90 объектының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерә. Комиссия тәүге көндә ҡаланың 12-се мәктәбен, Арҡайым ҡасабаһының башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһын, «Аҡһылыу» балалар баҡсаһын, китапханаларҙы ҡарап, социаль объекттарҙың балаларҙы ҡабул итергә әҙерлеген баһаланы.

Таусылар ҡасабаһында урынлашҡан 5-се мәктәп һуңғы йылдарҙа ысын мәғәнәһендә яңырыу кисереп, тикшереүселәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы. Белем усағы һәр кемде тыштан уҡ ҡараулы баҡсаһы,аллы-гөллө сәскәләре, матур алтаҡталары менән ҡаршы ала. Мәктәп директоры Миңзәлә Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева бер төркөм уҡытыусылары менән берлектә ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин, мәғариф бүлеге начальнигы Fаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов етәкселегендәге комиссия ағзаларын әле бер, әле икенсе кабинетҡа алып инде, ашхана, спорт залы, музей, кәңәшмәләр залы, сәнғәт мәктәбе филиалы кабинеттарында башҡарылған косметик ремонтты, төҙөкләндереү эштәрен барлап сыҡты. Класс етәкселәре ата-әсәләр тарафынан ҡуйылған евро тәҙрәләрҙе, иҙән япмаларын, яңыртылған парталарҙы, биҙәлештәрҙе, заманса йыһаздарҙы күрһәтте.

Белем усағында 475 бала белем ала, уларҙы 30 уҡытыусы ғилем үрҙәренә әйҙәй. Мәктәп былтыр белем биреүгә лицензия алһа, быйыл юғары күрһәткестәр менән аккредитация үткән.

Белеүебеҙсә, 5-се мәктәп башҡаларҙан айырмалы рәүештә, хәрби-патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә эш алып бара. Бындағы «Ҡаһарманлыҡ» клубы кадеттары төрлө сараларҙа беренселектә булыуҙары менән абруй ҡаҙанған, үҙ исемдәрен булдырған.

Мәктәпте ҡарап үткәндән һуң, комиссия ағзалары кәңәшмәгә йыйылды, теләктәр һәм кәңәштәр әйтелде. Fаяз Әхмәҙулла улы мәктәптең М.Дәүләтбаева етәкселегендә яңы һулыш, маҡсатлы үҫеш кисереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Бында берҙәм коллектив, тупланғанлыҡ, ойошҡанлыҡ тойолоп тора»,—тине ул. Илгиз Рәхимйән улы иһә мәктәптең һуңғы ике йылда күп проблемаларынан арыныуын, тәртип һәм белем биреү күрһәткестәренең ыңғай булыуын, матди-техник базаның нығына барыуын хуплап телгә алды. Шул уҡ ваҡытта етәкселәр кадеттар тәрбиәләү йүнәлешенә күберәк финанс ярҙам күрһәтеү, көсәйтеү кәрәклеге хаҡында ла һүҙ алып барҙы.

Миңзәлә Мырҙағәле ҡыҙы ҡала хакимиәте етәкселегенә, уҡытыусылар коллективына, техник персоналға, ата-әсәләр комитетына рәхмәтен белдерҙе.

Шулай итеп, 5-се мәктәптең уҡыусыларын ҡаршы алыу әҙерлеге «бишле»гә баһаланды. Уҡыусыларға яңы көс һәм дәрт менән тырышып уҡырға ғына ҡала.

Һүрәттә: 5-се мәктәп хеҙмәткәрҙәре.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap