Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.09.2014
СИҘӘМДЕҢ ТӘҮГЕ ҠАРЛУҒАСТАРЫ
Untitled document

Быйыл илебеҙ тарихында айырым урын алып торған ваҡиға—сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланыуға 60 йыл. Ошо айҡанлы телевидениела, матбуғат баҫмаларында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар, мәҡәләләр донъя күрҙе. Беҙҙең Хәйбулла районы ла сиҙәм күтәреү кампанияһында иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәле.

Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә төрлө предприятиеларҙан биш меңгә яҡын вәкил, башлыса йәштәр ебәрелә. Һөҙөмтәлә, ике йылда республикала ярты миллион гектар сиҙәм күтәрелә. Был сараның бик күп ыңғай яҡтары менән бер рәттән, кире эҙемтәләре лә була. Мәҫәлән, күп кенә ауылдарҙа быға тиклем көтөүлек булған ерҙәр, һыубаҫар туғайҙар һөрөлә, улар экологияға кире йоғонто яһай һәм малсылыҡҡа ҙур зыян килтерә. Көтөүлек ерҙәре тарайғанлыҡтан, айырыуса шәхси хужалыҡтарҙа мал аҫрау ҡыйынлаша. Сиҙәм ерҙәрҙе саманан тыш үҙләштереү тупраҡ эрозияһына килтереүе бөгөн һәр кемгә мәғлүм. Был проблема беҙҙең районда ла бар. Шул маҡсаттан сығып, республикабыҙ Хөкүмәте яңы ҡарарҙар ҡабул итте. Уның буйынса, эрозияға дусар ителгән ерҙәр туғайлыҡтарға, үлән сәсеп, көтөүлектәргә, бесәнлек-сабынлыҡтарға әйләндереләсәк. Һуңғы йылдарҙа ғына 50 мең гектар ергә үлән сәселеп, тәбиғи хәленә килтерелде.

Мин үҙем Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынанмын. Ауылыбыҙҙа тәүге сиҙәмселәр-ҙең йәшәүен ишеткәс, улар хаҡында яҙыу теләге тыуҙы. Тәүге ҡарлуғастар—Бәширова Мәрйәм Зәкир ҡыҙы һәм Саҙриева Сәмәриә Ҡәниф ҡыҙының яҙмыштары миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Саҙриева Сәмәриә Мәсетле районының Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Fүмәр ауылында 1936 йылда тыуған. 1941 йылда атаһы һуғышҡа алынып, кире ҡайтмай, әсәһе өс бала менән тороп ҡала. Иң ҙуры Сәмәриәгә ни бары биш йәш була. Үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп, 1945 йылда әсәһе үлеп ҡала. Балалар әсәһенең бер туған апаһында үҫә. Ете класты тамамлап, Сәмәриә Өфөгә уҡырға килә, әммә уҡыуға инә алмағас, эшкә төшә. Шунда ул сиҙәм ерҙәрҙе үҙ-ләштереү тураһында ишетеп ҡала. Аҡсаһы ла арыу булыр, туғандарыма ла ярҙам итермен тип, һәм иң ҙур хыялы—атаһы кеүек комбайнер булыу теләге менән сиҙәм эшенә китергә теләк белдерә.

Өфөлә ВЛКСМ Өлкә комитетынан путевка бирәләр. Сиҙәмгә китергә йыйылған йәштәрҙе (улар яҡынса мең ярым тирәһе кеше була) Өфөнән поезда ҙур тантана менән оҙаталар. Поезд менән Магнитогорск ҡалаһына килеп төшкәс, Сибайға юлланалар. Унан тракторҙарға тейәлеп, төндә Йылайырға, һуңынан Сосновкаға килеп йоҡлайҙар.

1954 йылдың март аҙаҡтары. Ҡар ирей башлаған мәл, шулай ҙа сәсеү эшен башларлыҡ түгел әле. Шуны күҙ уңында тотопмолор, ун ҡыҙҙы «Урал» бүлексәһенә бәрәс ҡарарға ҡушалар. Ошонда Сәмәриә һәм Мәрйәм инәйҙәр тәүге тапҡыр осраша. Үкһеҙ етем ҡалған Сәмәриәнең әсе яҙмышын ишетеп, Мәрйәм апайҙың йөрәге әрней. Сәмәриәгә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, хәстәрлекле була ул.

Апрель аҙаҡтарында сиҙәм күтәрәсәк ергә киләләр. Тирә-яҡ күҙ күреме етмәҫлек дала, сал ҡылған, юшандан башҡа бер ни юҡ. Буласаҡ ауылдың нигеҙенә таяҡ менән билдәләр генә ҡуйылып сығылған.

Йәш ҡыҙ бала Сәмәриәгә йәмле Әй буйҙарын сал ҡылғанлы, әсе әремле далаға алмаштырыу бик ҡыйынға тура килә. Һағынып илаған саҡтар көн һайын ҡабатланып тора. Йәшлек дәрте менән сығып киткән ҡыҙыҡайҙың үкенгән саҡтары ла күп була. Әммә яҙмышҡа буйһоноуҙан башҡа сара ҡалмай.

Дүрт ҡыҙҙы Мораҡҡа тракторҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Бер йылдан ҡулдарына документ алып, тракторист булып эшкә ҡайталар. Бөтә йәштәрҙе лә вагондарға урынлаштыралар. Көнө буйы эшләйҙәр, ә кис булһа, дала киңлектәре йыр, бейеү көйҙәренә күмелә.

Бына шулай, Сәмәриә инәй ер һөрөү, иген сәсеү эшендә ике йыл самаһы эшләп ала. Һуңынан 1957 йылда уны Иҫәнгилде ауылына һауынсы итеп ебәрәләр. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй. 1958 йылда Иҫәнгилде ауылы егете Шәрипов Әҙеһәмгә кейәүгә сыға. Шул уҡ йылдың декабрендә Әҙеһәм ағайҙы армияға алалар. Ҡәйнәһе менән икәүләп өс йыл бергә донъя көтәләр. Әсе яҙмыш Сәмәриә инәйҙе һәр саҡ оҙатып йөрөй. Уның балалары булмай. Әммә яҙмышына зарланмай, гөрләтеп донъя көтә, тырышып хеҙмәт итә. Йәшлек йылдары хаҡында, хәтирәләргә бирелеп, бына нимә һөйләй инәй: «Хәҙер уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле хәлдәр булған инде. Йәштән ҡара эшкә күнгәнмен, бер ниндәй эштән дә ҡурҡманым, ирҙәр эше тип айырып торманым. Хеҙмәтем ғәҙел баһаланды. Һәр йыл һайын юғары күрһәткестәрем өсөн обкомдан да, райондан да, совхоздан да ҡиммәтле бүләктәргә, дипломдарға, Почет грамоталарына лайыҡ булдым. Бөгөнгө көндә лә мине сиҙәмсе булараҡ онотмайҙар, ҙурлайҙар. Етәкселәргә ҙур рәхмәт инде»,—ти ғорурланып.

Сәмәриә инәй оҫта йырсы ла. Колхоз, сиҙәм йырҙарын онотмай, бөгөн дә уларҙы, еренә еткереп, бик оҫта башҡара. Бына ул йырлаған бер нисә йыр:

Диңгеҙ булып иген шаулап ята,

Тулҡындарын бәреп тауҙарға.

Ал таң менән Ватан эшкә тора

Ҡанатлы дәрт биреп йырҙарға.

Был йырҙы хәҙер ҙә йыш ҡына Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарыуында радионан тапшыралар. Сәмәриә инәйҙең сиҙәм тураһында йырҙары ла байтаҡ.

Едем мы, друзья,

в дальние края,

Станем новоселами ты и я.

Мама, не скучай,

слез не проливай,

Поскорее в целину

в гости приезжай.

Вьется дорога длинная,

Здравствуй, земля целинная,

Здравствуй,

простор широкий,

Весну и молодость

встречай свою!

Ошондай матур йырҙарҙы йырлай-йырлай бөгөн инәйебеҙ 78 йәшен тултыра.

Сәмәриә инәйҙең йәшлек әхирәте, уның кеүек үк яҙмышында ил тарихын сағылдырған Мәрйәм Зәкир ҡыҙы мәрхүмә булып ҡалды. Улар барыһы ла оло данға, хөрмәткә лайыҡ, сөнки үҙҙәренең һаулығын йәлләмәй сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн тырышып хеҙмәт иткәндәр, ил ҡушҡан бурысты үтәгәндәр.

Хәйбулла районының ҡырыҫ тәбиғәт шарттары уның хал- ҡына ла үҙенсәлекле һыҙаттар өҫтәмәй ҡалмағандыр. Район халҡы сыҙамлы һәм эшсән. Тағы ла беҙҙең район күп милләтле: сиҙәм күтәрешеүгә килгән татарҙар, рустар, украиндар ошо ерлекте төйәк итеп тороп ҡалған. Даланың үҙе кеүек киң күңелле халҡы уларҙы үҙ иткән һәм әле лә бер туғандар кеүек йәшәй. Тәүге сиҙәмселәр нигеҙ һалған Сиҙәм ҡасабаһы ла бөгөн һәүетемсә тормош алып бара. Элекке ҙур колхоз-совхоздар тарҡалһа ла, Хәйбулла баҫыуҙарының буш ятмауы, уларҙа гөрләп игендәр үҫеүе, халыҡтың тырышып донъя көтөүе ҡыуандыра. Сөнки икмәк булһа—йыр, ә йыр булһа, халыҡтың йөҙө яҡты, рухы сәләмәт була.

Гөлфирә Исхаҡова,

БДУ-ның Сибай институты студенты.

Һүрәттә: Сәмәриә Ҡәниф ҡыҙы Саҙриева.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap