Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЗИННӘТУЛЛА МЕНӘН ЗӨЛХИЗӘ
Untitled document

Хикәйә

Аҙағы. Башы 71-72-се һанда.

Бикә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә Зөлхизәнең буй-һынына ҡарап-ҡарап ала:

—Әй, барыбер, теге мәрйәнең байлыҡтары һинекенә ҡарағанда байтаҡҡа ҡайтыш. Был күлдәкте кеймәһәң, белмәҫ тә инем, билләһи. Зиннәт ағай ғүмер буйы һинең менән мунсала йыуынып та, ошо ниғмәттәреңә ымһынмаһын инде. Оңҡот!—Шапылдатып бот сапты.

—Ымһынды ти, ымһынмай ҙа…— Зөлхизә юлдашының һүҙен ҡеүәтләне.—Мунса инһә, эләүкәгә менә лә, ҡулың йомшаҡ, килешә, мынау еремә массаж яһа, миндек менән мынаулайтып сап тип, әйләнеп-тулғанып тик ята, шунан арҡаһын ышҡыта ла сығып та һыҙа.

—Һуҡырҙыр был, Зиннәтулла, һуҡырҙыр.

—Бер ҙә һуҡыр түгел, ә күҙле бүкән. Бына мин уның иғтибарын йәлеп итер өсөн,— өҫтөндәге сонтор күлдәгенең бот төбөнә шылған итәген тартыштырҙы,—бисуралай кейенеп, йөҙөмдө аллы-гөллө итеп буяп ултырһам да, ҡиәфәтемдәге үҙгәреште шәйләмәҫ ине ул. Үткәндә көтөүҙән ҡайтып ингән дә, бисә, күҙҙәрең әллә зәңгәрһыу инде, ә мин улар һоро тип йөрөһәм, тисе, битһеҙ, ҡартайып барған көнөндә…—Шулай ҙа йән баҫҡан ирен ары яманлағыһы килмәй шымтайҙы, аяҡтары аҫтына ҡарап, үҙ уйҙарына бирелеп бара башланы. «Ни генә тимә Зиннәтуллаһы эшсән, егәрле. Һуң шулай булмай тағы, фермала берҙән-бер орден йөрөткән кеше ул. Fаилә тип йәшәй, йәнә һөйкөмлө, ипле һүҙле… Нисәмә йыл йәшәп тә ауыр һүҙ әйтмәне, ҡашын төйөп ҡараманы. Иғтибарһыҙ тигән була, быйыл ҡыш һыуыҡ алдырып ауырып ятҡанында, шыраулы устарын уның маңлайына баҫып эргәһенән китмәне… Быларҙы нисек итеп ете яттарға һөйләмәк, ул ғаилә мөнәсәбәте, яҡындарҙың аралашыу күрке. Үҙе генә белә, белә һәм күңеле ҡояш нурында йәйелгән һары майҙай ирәмһей… Һе, әүермән, инде килеп ят бисәгә әүрәһен инде! Ышанғы килмәй! Тимәк, уны яратмаған, алдаштырып ҡына йөрөгән… Ошо мәлдә теге тыу бейә мәрйәнең һары сәстәрен еҫкәп йоҡлап яталыр әле, аҙғын… Барып ҡына етәйем, күрһәтермен күрмәгәнеңде!..» Шул яһил, яусыл ниәтенә абынғандай юл уйпатына һөрлөгөп китте, ҡултығына ҡыҫтырған туфлиҙары ситкә осто. Ҡаҙау тағалы аяҡ кейемен асыу менән эләктерҙе лә ҡулындағы моҡсаһына һалды. «Буш моҡса һелтәп китеп барғансы, күстәнәс алһасы, ни тиһә лә иренең янына бара. Сейә ҡайнатмаһын хуп күрә Зиннәтулла, мейестән сыҡҡан икмәккә яңы айыртҡан ҡаймаҡ ҡушып ашарға ярата… Шуларҙы булһа ла хәстәрләһәсе, тотоп килгән ҡулы төшөп ҡалмаҫ ине, ни тиһә лә хәләле бит… Мәрйәһе һыйлаһын, кәбеҫтә һурпаһы эсереп һыртына сыҡҡансы эсен күптерһен, шунда белер минең ҡәҙерҙе!..»

Улар юлға ҡуҙғалғанда күренмәгән ҡояш сығып, тәүҙә офоҡ ситен асыҡ ҡыҙыл төҫкә буяны, шунан егәрле геүләп янып киткән мейестәй баҙыҡланып, зәңгәр сатырҙы балҡытып, ҡарыш буйы күтәрелде. Йәшәү башы, тереклек ойотҡоһо бит ул ҡояш, тыуыр көн хәбәрсеһе. Тирә-яҡ йәмләнеү ме-нән ошоғаса ҡыуаҡтар араһында боҫҡан ҡоштар кемуҙарҙан иртәнге моңдарын түгергә керештеләр; уйпатлыҡтағы талдар өйкөмөндә пар һандуғас ярышып сутылданы, тау битләүендәге сауҡалыҡта аҙашҡан яңғыҙ кәкүк өҙәләнеп моңайҙы. «Кәкүк, кәкүк, беҙгә Зиннәтулла менән парлашып нисә йыл йәшәргә ҡалды?..» Ҡош шуны ғына көткәндәй ҡойолдороп саҡырырға тотондо. «Сидоровкаға яҡын йәшәйһең шул, ҡоромағыр, Зиннәтулланы яҡлайһың…» Кәйефе киткән Зөлхизә ҡарашын юл ҡырлатып һуҙылған болонға күсерҙе. Унда ла тереклек уянғаны тойомлана, яңғыҙ ҡарт ҡайындың төбөндә ҡалҡҡан иләү өҫтө йыбырлай, тимәк, егәрле ҡырмыҫҡалар үҙ шөғөлдәренә тотонғандар, ямғырҙан һуң тығыҙланып киткән үләндәр араһына боҫҡан сиңерткәләр яҡынлауҙы тойоп туҙырап тирә-йүнгә һибеләләр. Бынау бәйләнсек һайыҫҡан Бикә яғынан төшөп алған да ҡалырға теләмәй шыҡырыҡлап эйәреүен белә. Тегеһе, эсе күмһеп, талағы ташыуына сыҙамай, беләк буйы ботаҡлы таяҡты алып елгәрҙе:

—Ҡалаһыңмы һин беҙҙән, юҡмы, ала бире, урман ғәйбәтсеһе?!.—Зөлхизә яғына ҡайырылып ҡабаландырҙы.—Йоҡонан торалар инде, торалар, тиҙерәк!..

Ниһайәт, үҙәндә, табаҡтай йәйелеп, Сидоровка ауылы күренде. Алдан байпаңлаған тумһыҡ Бикә арманһыҙ булып ергә сүгәләне лә үҙенән биш-алты аҙым артта һөйрәлгән юлдашына өндәште:

—Килеп еттек. Әйҙә, ултыр, хәл алайыҡ,—Зөлхизә яҡынлауға Бикә, юл төйөнсөгөн үлән өҫтөнә йәйеп, унда сәйнәрлек ризыҡ һәм бер шешә эсемлек сығарып ҡуйҙы.

Быларҙы күргәс, Зөлхизә кисәге шайтан мәжлесен хәтерләп, ытырғанды:

—Быныһы бармай, эсмәйем. Ҡабыр урыным да юҡ, сарсаным. Айран һымағыраҡ берәй нимә әпкимәнеңме шунда?

—Булғаны менән байрам итәйек. Көмөш төҫлө көмөшкә,—Бикә шешәне алып ҡеүәтен самаларға теләгәндәй ҡулында һәлмәкләне,—баштың сатнауын бөтәштерә, һыуһынды ҡандыра.

Бикә стакандарға ҡойҙо ла, алдындағын ауыҙына түңкәргәс, сытырайырға ла онотоп, хәбәргә күсте:

—Ошоно эсеп енләнеп барып инәһең дә, шундуҡ мәрйәнең муйынына йәбешәһең. Сәстәрен матҡып йомарлап ал да ысҡындырма, бармаҡтарыңды ныҡ батырып биттәрен сапсы, урамда күренерлеге ҡалмаһын штубы!—Тәжрибәле, күпте күр-гән, байтаҡты башынан үткәргән көрәшсе ҡиәфәтендәге Бикә ҡул хәрәкәттәре менән ишаралап та күрһәтте.—Зиннәтулла араларға маташһа,—мул итәген йәйеп ебәреп ҡыҫҡа, йыуан аяғын сығынсы бейә сыпраңлағандай сысаңлатты,—йомшаҡ еренә, йәғни яҫағына тибеп, хәлен ал, ирҙәрҙең тиҙ бирешеүсән, иң һаҡлаған байлыҡтары шул, бот араһында.

—Әлләсе, кешегә ҡул күтәргәнем юҡ бит әле.

—Өйрән, берәү ҙә белеп тыумай. Кеше бәхетте шулайтып яулай.

—Был сәфәргә баштан уҡ бер ҙә генә лә күңелем тартмағайны, кире боролайыҡмы әллә, күрше? Барыбер һуңға ҡалдыҡ, ашаған мал да урынына ҡайта, тиҙәр бит…

—Һинең малыңдың ҡайтырлыҡ рәт-яйы күренмәй, бел уны, үләндең бил быуарҙан үҫкән еренә юлыҡҡан.

—Улайһа барып урайым инде, бер килгәс…—Зөлхизә ҡалҡынды, балтырҙарын боҫормаларға теләп, күлдәгенең ҡыҫҡа итәген көсләп аҫҡа тартты ла, ышанысһыҙ аҙымдар менән тау түбәненә ҡарай ыңғайланы. Артынан Бикәнең: «Исмаһам, батырлыҡ өсөн тотманы ла, тиҫкәре… Оҙаҡлама. Ошонда көтөрмөн»,—тигән тауышы ишетелде.

«Бикә дөрөҫ әйтә, бәхетте көрәшеп яуларға кәрәк. Нисек кенә булһа ла Зиннәтен яттарға бирәһе юҡ. Кәрәк икән, әллә кеменең боғаҙынан да алыр, сәстәрен дә йолҡҡолар!» Ошо уйҙар Зөлхизәгә ҡыйыулыҡ өҫтәне, хәрәкәттәренә тәүәккәллек бирҙе.

Ул ҙур булмаған ауылда Зиннәтуллаһы йәшәгән өйҙө тиҙ тапты, текә баҫып шунда боролдо һәм ҡапҡа аша ихатаға күҙ ташланы.

Йорт хужабикәһе түтәлдәргә һыу һибеп йөрөй ине, эргәһендә 12-13 йәштәр самаһындағы малай ҡый үләндәрен йолҡоп маташа. Ҡатын урта йәштәрҙә, ыҡсым кәүҙәле, асыҡ йөҙлө генә икән. Ләкин Зөлхизә, уны күпме генә үҙ янына ҡуйып сағыштырһа ла, бер генә артыҡ ерен дә тапманы. Хатта уға ҡарағанда буйға ла ҡайтышыраҡ, ябығыраҡ күренде ул. «Зиннәт бының ҡайһы еренә ҡыҙыҡҡандыр?» Уны ҡыйыулыҡҡа, саялыҡҡа этәргән һуғышсанлығы бер аҙ һүрелә төштө.

—Драстуйте.—Урыҫтар менән аралашып йәшәмәгәнлектән иҫәнләшеүе ҡойто ишетелде.—К вам мужны заходить?

Ҡатын һиҫкәнгәндәй итте, башындағы яулығын, туҙған сәстәрен төҙәтештергәс, ҡапҡалағы ҡатындың башҡорт икәнлеген төҫмөрләп, шул телдә яуапланы:

—Һаумыһығыҙ. Үт, үтегеҙ әйҙә.

Ике ҡатын бер-береһенә ҡаршы атланы һәм, ғәҙәттәгесә, ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһыныуы менән һынамсыл текәштеләр.

Тынлыҡты Зөлхизә боҙҙо:

—Ул үҙен, бәлки, Захар тип таныштырғандыр, белмәйем, тик шуны өҫтәйем, һеҙҙә фатирҙа торған ирҙең, йәғни Зиннәттең хәләл ҡатыны мин булам.

—Зөлхизә һеҙ булаһығыҙмы ни әле?— Хужабикәнең йөҙө яҡтырып китте.—Зиннәт миңә һеҙҙең турала һөйләгәйне. Барыбер таныманым. Бына һеҙ ниндәй икән!—Ул көлөп ебәрҙе.

Зөлхизә төҫ-башын иҫенә төшөрөп ҡуйҙы. «Яр биреһе һымаҡ күренәмдер инде, оят…» Шул уйынан ҡыҙарҙы, ләкин ваҡытында үҙен ҡулға алып өлгөрҙө:

—Эйе, беҙ ошондайыраҡ булабыҙ. Һеҙҙең магазинығыҙға килергә йыйынғас, совхоз директоры хужалыҡ мәшәҡәттәрен ҡуйып, «Волга»һы менән алып килде. Ҡабалан ғына, көндә кейгән күлдәгемде кейеп сыҡҡан да киткәнмен, биҙәнеп тә өлгөрөп булманы,—ул хужабикәнең төҫө уңа башлаған күлдәгенә, мәте һылашҡан ҡатаһына, бысранған ҡулдарына һауалы ҡараш ташланы.

—Шулайҙыр инде… Таныш булайыҡ. Валя-Валентина тиҙәр мине,—ул ҡулдарын һондо һәм, бысраҡ икәнен күреп, кире артына йәшерҙе.—Нишләп бында торабыҙ әле. Әйҙә, өйгә инәйек.

Ике бүлмәле өй, бәләкәй генә булһа ла, бөхтә итеп йыйыштырылған, һәр нәмә үҙ урынында. Төпкө бүлмәлә күпереп торған мендәрҙәр өйөлгән оло карауатты күргәс, Зөлхизәнең күңелен, «ошонда йоҡлайҙарҙыр, күрәһең», тигән уй тырнап үтте, шуғалырмы теле ихтыярынан тыш:

—Зиннәт ҡайҙа?—тигән һорауҙы ысҡындырҙы.

—Эштә ул. Кисә төнгөлөккә китте. Оҙаҡламай ҡайтыр,—Валя нишләптер Зөлхизәнең көнсөл, шул уҡ ваҡытта талапсан ауаздар сағылдырған һорауына иғтибар итмәне. —Зөлхизә, минең башҡортса һөйләшкәнгә аптырамағыҙ, башҡорт балалары менән уйнап үҫкәс, үҙ телем һымаҡ яҡын күрәм.

Валя шулай донъя хәлдәрен һөйләй-һөйләй өҫтәл әҙерләне, булған һыйын теҙҙе, тик Бикә һымаҡ ҡунағының алдына шешә ултыртманы. Быныһы Зөлхизәгә оҡшаны. Хужабикә хәстәрен тамамлап өҫтәл артына урынлашҡас, һүҙҙе ҡунаҡ башланы.

—Валя, минең асыҡлыҡ индерә торған йомошом бар… Зиннәт ошо ауылда бер ҡатынға әүрәп киткән тиҙәр, шул ысынмы?

Валя ҡыҙарҙы:

—Буш һүҙҙер ул, Зөлхизә. Зиннәт көнө-төнө эштә, ҡатын-ҡыҙ менән сыуалырға ҡайҙан ваҡыт тапһын. Тағы, ул беҙҙә йәшәй бит, бер беленмәһә, бер беленер ине…

—Теләге булған ир уға ғына ваҡыт табыр,—Зөлхизә дорфа һөйләшеүен дауам итте һәм ҡатын-ҡыҙ хәйләһенә күсте.—Әгәр ундай ҡатын-ҡыҙ табылһа, Валя, миңә хәбәр ит, килеп, ул ҡатын менән үҙем һөйләшермен.

—Әлләсе, оҡшамаған эш бит әле хәбәр йөрөтөү,—тигән булды Валя башҡа яуап тапмағас.—Минең ни, йорт мәшәҡәттәре менән көндәрем үтә, еңел-елпе көн итергә, юҡты бар итеп ғәйбәт һөйләргә ваҡыт ҡалмай. Ир ҡулы теймәгәс, йорт-ҡура һүтелеп кенә бара. Николай тере саҡта донъябыҙ ялт итеп тора ине лә бит,—ул күҙҙәрен һөрттө.— Хәҙер берҙән-бер йыуанысым Иван ҡалды. Һуйған да ҡаплаған атаһы инде… Николай менән Зиннәт дуҫтар ине бит.

«Бына нисек…» Зөлхизә ҡапыл уңайһыҙланып, баҙап ҡалды. Ниңә ул иҫәрләнеп, көмөшкәсе Бикәнең һүҙҙәренә ышанып, бында киләһе итте икән? Зиннәттең дә ҡайтырын көтмәне, кемдәрҙә фатирҙа торғанын белер ине, исмаһам. Николай ҙа уларға бик йыш килгеләп йөрөй торғайны, тик бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөргә, саҡырышып, ҡатындарын таныштырырға форсаттары сыҡманы. Зөлхизәгә оят булып китте. Уның йөҙөндәге яһалма тәкәбберлек, һауалыҡ ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Валяның тынысланғанын көттө лә эске бер йылылыҡ менән:

—Бына таныштыҡ та,—тине.

Ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе күҙ асып йомған арала үҙгәрә шул. Әле генә бер-береһен һынамсыллаған таныш түгел ике ҡатын һайрашырға ла тотондо. Ҡатындарҙың бөтмәҫ һүҙен ҡапҡа тышында ат бышҡырыуы бүлде.

Зөлхизә эләгә-йығыла тупһанан төшөп, ҡапҡаға ҡарай йүгерә-атлай йүнәлде, шунан атын етәкләп инеп килгән Зиннәтуллаһын күргәс, һынағастай ҡатты ла ҡалды.

—Зөлхизә, был һинме?—Ҡатыны өндәшмәгәс, тегеһенең өҫ-башын күҙҙән үткәрҙе лә борсолғандай һүҙ ҡатты.—Әллә ауырып киттеңме?

Ниһайәт, Зөлхизәгә лә йән инде, ул осоп тигәндәй килеп, ирен ҡосаҡлап алды:

—Ауырымайым, һағындым…

—Бәрәкәт, ҡарсыҡ, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Ун ете йыл йәшәп тә был һүҙҙәрҙе ишетер көнөм бар икән.

Валентиналарҙа йәнә бер самауыр сәйҙе бушатҡас, Зөлхизә, ҡайтырға ҡабаланды, Зиннәте өтәләнеп атын егергә кереште. Өлтөрәп, йүгереп йөрөгән ирен күреп ҡыуанһа ла, уны көтөп ҡалған Бикә күңеленә тынғылыҡ бирмәне. Зиннәтулла уны күрһә, бөтөнөһөн дә төшөнөр, тип ҡурҡты.

Уйламағанда ҡатынының килеүе тамам аңҡы-тиңке итте Зиннәтулланы. «Һағындым» тип килгән. Кейенеүенә, яһаныуына кинәйәләгәйне, һиңә оҡшар өсөн инде гел шулай кейенәсәкмен, тине. «Аҙна аҙағында ҡайт, мунса яғып, ике миндек ебетеп ҡуйырмын»,тип серле генә йылмайып та ҡуйҙы хатта.

Их, ҡатын-ҡыҙҙың серле йылмайыуҙары! Йөрәкһеҙҙе—йөрәкле, телһеҙҙе—сәсән, ҡыйыуһыҙҙарҙы арыҫлан итә бит. Күрсе, Зиннәтулла ағай Зөлхизәһе тирәһендә нисек егеттәрсә өйрөлөп йөрөй. Өндәшмәһә лә, ҡатынының ирендәрен ҡыҙартыуын, сәстәрен бөҙрәләтеүен, унан еңелсә хушбуй еҫе килеүен хуп күрҙе. Кем өсөн шулай тырышҡан ҡатыны? Әлбиттә, уның өсөн! Тик күҙ тирәләрендәге күкле-йәшелле буяҡтарҙы һәм ҡыҫҡа итәктәрҙе генә өнәп бөтөрмәне. Ә күңеле: «Зөлхизәнең аяҡтары ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙыҡынан кәм түгел дә баһа»,—тип, бөтөнләй киреһен тыҡыны.

Аҙна аҙағында мотлаҡ ҡайтасаҡ ул. Уның да һаҡал-мыйыҡтары ҡырылған, өҫ-башы таҙа, үтекләнгән булыр, итектәре ялтырап торор, «Шипр» һөртөргә лә онотмаҫ.

Зөлхизә ҡапҡа тышына оҙатырға сыҡҡан Валя менән йылы хушлашты ла, арбаға менеп, Зиннәтуллаһына арҡаһын терәп ҡулайлап ултырҙы. Бейә терт-терт юрта, Зиннәтулла ҡатынына ара-тирә ҡараш ташлап ала. Рәхәт.

—Зиннәтулла… Зиннәт… Һин мине яратаһыңмы?

Ире тамағын ҡырҙы, мыйығын һыпыр-ғылап, түшәп ултырып килгән бушлаттың сал-ғыйҙарын ҡатыны яғына шылдырыңҡырап, уны уңайлап ҡымтыштырған булды, шунан:

—Өйләнешкәндә әйткәйнем бит…— тине.

Эйе шул, әйткәйне шул… Ҡыҙҙар тауын, урмандарҙы яңғыратып, «Яратам!» тип ҡысҡырғайны. Тимәк, ярата. Зөлхизә күлдәк аша иренең йылы тәнен тойоп ирәмһерәне лә арҡаһын Зиннәтуллаға тағы ла ихласыраҡ терәне. Оҙаҡламай һөҙәк үрҙе лә артылырҙар, ауыл да күҙҙән юғалыр. «Бикә ултырып, юҡ-бар хәбәр һөйләп, эсте бошорор инде»,—тип эсенән көйәләнде Зөлхизә.

Әммә Бикә көткән урынында юҡ ине. Ул ултырған урында үләндәр зәғифләнеп йығылған һәм бер ситтә буш шешә аунап ята. «Ҡайтып, тағы ла берәй ғәйбәт таратыр әле»,— тигән уй үтте Зөлхизәнең башынан. Тик ул уны бошондорманы. Ус менән ҡояшты ҡаплап ҡына күләгә яһап буламы ни?..

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap