Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.09.2014
БАЛАЛАР ИЖАДЫ ҮҘӘГЕНЕҢ ИШЕКТӘРЕ АСЫҠ
Untitled document

Яңы уҡыу йылы башланыу менән Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә лә тормош гөрләне. 1 сентябрь—Белем көнөндә балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Тылсым мәктәбе» тигән ҡыҙыҡлы сара үтте. Әле бында 13 сентябргә тиклем Асыҡ ишектәр көнө дауам итә. Уның барышында һәр кем үҙәктең тормошо, эшмәкәрлеге, түңәрәктәр, студиялар эше менән яҡындан таныша ала.

Балалар ижады үҙәге баланы һәр яҡлап үҫтереүҙә, һәләттәрен асыуҙа ҙур роль уйнай. Өҫтәмә белем алыу, оҫталыҡ серҙәренә өйрәнеү менән бер рәттән уҡыусылар бында тормошта кәрәге тейер һөнәр-шөғөлдәргә эйә була, тиҫтерҙәре менән аралаша.

Йыл дауамында беҙҙең үҙәктә спорт-һауыҡтырыу, социаль-педагогик, художество-эстетик, декоратив-һынлы сәнғәт һәм техник йүнәлештәр буйынса булдырылған берекмәләрҙә меңдән ашыу бала һәм үҫмер ҙур теләк менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар «Йондоҙ» вокал-эстрада студияһы (Ә.Ә.Балхина), «Фортепиано» (Л.Б.Диярова), «Классик гитара» (М.З.Яныбаев), «Вокал» (К.Х.Ильясов), «Сулпан» башҡорт театр түңәрәге (Д.Ш.Әмирова) һәм тауыш яҙҙырыу студияһында (И.Т.Дәүләкәнов) таланттарын үҫтерә. Һөҙөмтәләр ҙә һөйөндөрә: быйыл «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбле менән «Йондоҙ» вокал-эстрада студияһы тәрбиәләнеүселәре Болгарияла үткән «Болгария раузаһы» халыҡ-ара дуҫлыҡ, спорт һәм сәнғәт конкурсында ҡатнашып, еңеүҙәр яулап ҡайтты.

Үҙәктә балаларҙы физик яҡтан камиллаштырыу мәсьәләһе лә яҡшы ҡуйылған. Быға тиклем «Футбол» (А.С.Третьяк), «Ушу» (А.А.Дымченко) түңәрәктәре, А.В.Чухрова һәм В.М.Михайлов етәкләгән йөҙөргә өйрәтеү түңәрәктәре уңышлы эшләп килһә, яңы уҡыу йылында лапта, йәйәнән атырға өйрәтеүсе түңәрәктәр асылды. Шулай уҡ һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бассейнда «Күңелле физкультура» түңәрәге эш башлай.

Декоратив-һынлы сәнғәт һәм техник йүнәлештәр буйынса эшләп килгән түңәрәктәр ҙә мауыҡтырғыс. Педагогтар Т.В.Максимова, А.С.Сөләймәнова, Т.А.Прошко, А.У.Исхаҡов, Л.Ә.Көмөшҡолова, С.И.Малоземов, Н.В. Резвова, Л.В.Верногорова, F.Ю.Дияровалар ҡыҙҙар һәм малайҙарға тегеү, бәйләү, мәрйен үреү, балсыҡтан төрлө һындар һәм панно эшләү серҙәрен өйрәтә. Был түңәрәктәргә йөрөгән балаларҙың ҡул эштәре күп кенә ҡала һәм республика конкурстарында призлы урындар яулай.

Балалар ижады үҙәгендә һәр баланың талантын асыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә булдырыла. Яңы уҡыу йылында «Ҡала шахмат клубы» һәм «Онлайн инглиш» сит телдәр өйрәнеү үҙәге йыһазландырылды.

Ҡала күләмендә ниндәй генә сара, байрам уҙғарылмаһын, үҙәк коллективы уның уртаһында ҡайнай. Йәш быуынды изге күңелле, маһир, оҫта, көслө, киләсәккә яҡты ҡарашлы шәхес итеп тәрбиәләүсе йорт ул Балалар ижады үҙәге. Кескәйҙәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, беҙҙә һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба аласаҡ!

Әлфиә Туҡаева.

Һүрәттә: «Тылсымлы ептәр» түңәрәге етәксеһе Т.В.Максимова балалар менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap