Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
12.09.2014
ӘКИӘТ КЕНӘ ТИМӘГЕҘ...
Untitled document

Әкиәт һөйләү—ата-бабаларыбыҙҙың бала тәрбиәләүҙә борон-борондан алып ҡулланған матур бер алымы ул. Үкенескә күрә, бөгөн был тәрбиә ысулы онотолоп бара. Замана балалары телевидение аша тапшырыуҙар, йәнһүрәттәр ҡарауҙы, компьютерҙа төрлө уйындар уйнауҙы хуп күрә. Әммә бының өсөн кескәйҙәрҙе ғәйепләп булмай, сөнки әкиәткә ҡарата һөйөүҙе беҙ, ололар, тәрбиәләргә тейешбеҙ. Балаларҙа тыуған илгә, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүсе башҡорт халыҡ әкиәттәре хәҙерге заманда ла әһәмиәтен һис юғалтмай.

Бала әкиәт эстәлеге аша беҙҙе уратып алған донъя, тәбиғәт һәм йәмғиәт күренештәре тураһында тәүге белемде ала, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, мәҙәниәте, тарихы менән таныша. Кескәй саҡтан үҙ телендә халыҡ әкиәттәрен тыңлап үҫкән баланың фекерләү ҡеүәһе, телмәр үҫеше, хәтере, аң кимәле, туған телдә аралашыуы башҡа балаларҙан күҙгә күренеп айырылып тора.

Балалар яратып тыңлаған әкиәттәрҙә халыҡ педагогикаһының төп асылы ярылып ята. Улар яҡшыны ямандан айырырға, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе аңларға ярҙам итә. Кескәйҙәргә әкиәт һайлағанда баланың йәш үҙенсәлеген, аң кимәлен иҫәпкә алыу зарур. Кескәй кешенең иғтибарын йәлеп итеү өсөн әкиәттең йөкмәткеһен эмоциональ, ҡыҙыҡлы итеп һөйләү бигерәк тә отошло.

Тәрбиәсе булараҡ, төркөмөмдәге бәләкәстәргә даими рәүештә әкиәт һөйләргә тырышам. Һөйләгән саҡта өҫтәл, бармаҡ, күләгә театры алымдарын да ҡулланам. Бәләкәстәр сағыу әкиәт геройҙарына ҡарап йотлоғоп тыңлай, йөкмәткеһен хәтерҙә ҡалдыра һәм үҙҙәре лә ихлас итеп кире һөйләргә өйрәнә. Йоҡо бүлмәһендә лә әкиәт һөйләһәң, кескәйҙәр тынысланып, тиҙерәк йоҡлап китә. Йоҡлар алдынан йөкмәткеһе ябай, ыңғай геройҙар ҡатнашҡан әкиәттәрҙе тәҡдим итәм.

Әкиәт—бала өсөн тотош бер сихри донъя ул. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларға тылсымлы әкиәттәрҙе йышыраҡ һөйләйек, уларҙың күңелен үҫтерәйек, матурлыҡты, гүзәллекте күрергә, изгелек эшләргә, өлкәндәрҙе ололарға, кескәйҙәргә ярҙам итергә өйрәтәйек.

Земфира Танһыҡҡужина,

«Сулпылар» балалар

баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Һүрәттә: бәләкәстәр әкиәт тыңлай.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap