Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
ТЫМАУ ТЕЙМӘҺЕН ТИҺӘҢ...
Untitled document

Fалим-тикшеренеүселәр тымау, киҙеү кеүек сирҙәрҙән ҡотолоуҙың иң ябай юлын тәҡдим итә: ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға! Мәҫәлән, Америкала флотҡа хеҙмәт итергә яңы алынған матростар араһында ошо ябай ғына ҡағиҙәне үтәү арҡаһында респиратор сирҙәр менән яфаланыусылар һаны ҡырҡа кәмегән.

Ауырығанда киптерелгән ҡурай еләгенән дә шифалырағы юҡтыр. Уның составында глюкоза, фруктоза, органик кислоталар, пектин, С, D витаминдары бар.

Киптерелгән емеште сәй һымаҡ бешерәләр. Уны эскәндән һуң шунда уҡ йылы итеп бөркәнеп ятырға кәрәк. Тир менән бергә организмдан шлактар ҙа сыға.

* * *

Һалҡын тейҙереп ауырыусылар мөмкин тиклем күберәк hарымhаҡ ашаhын. Тамағы-ғыҙҙың аҙ ғына ауыртыуын hиҙhәгеҙ, тиҙерәк ошо йәшелсәне ҡулланығыҙ. Был үҫемлектең вирусҡа ҡаршы үҙенсәлеге күптән билдәле. Һарымhаҡ ашағас, бер стакан томат hутын эсеп ҡуйhағыҙ, тағы ла яҡшы. Ундағы кислоталар hарымhаҡ майындағы еҫте бөтөрә.

* * *

* Һүрән утта лимонды ун минут ҡайнатырға һәм, уртаға ҡырҡып, һутын яҡшылап һығып алырға. Шыйыҡсаны стаканға ҡойоп, ике аш ҡалағы глицерин өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутағандан һуң тултырғансы бал һалырға. Барлыҡҡа килгән сироп файҙалы ғына түгел, тәмле лә. Дозаһы йүтәлләүгә ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, һирәк йүткергәндә көнөнә бер балғалаҡ эсеү етә. Әгәр ҙә йүткереү төндә генә көсәйә икән, ятыр алдынан һәм төндә берәр балғалаҡ эсегеҙ. Йүтәл көслө икән, иртәнсәк ас ҡарынға, төшкө ашҡа тиклем, киске аштан һуң һәм төнгөлөккә берәр балғалаҡ эсеү кәңәш ителә. Йүтәл һирәгәйгән һайын дозаны кәметә барығыҙ.

* Шалҡанды ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һутын һығып алырға һәм яҡшы итеп бал менән бутарға кәрәк. Шыйыҡсаны аш алдынан һәм йоҡларға ятыр мәлдә ике аш ҡалағы эсегеҙ.

* Редис менән кишергә һөт йәки бал өҫтәп бутағыҙ. Улар тигеҙ миҡдарҙа булырға тейеш. Ҡатнашманы көнөнә алты тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә мөмкин.

* Бер баш һуғанды һәм бер һарымһаҡты һөттә йомшарғансы ҡайнатығыҙ. Самалап бал өҫтәгеҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы берәр аш ҡалағы сәғәт һайын эсегеҙ.

* Биш-алты торманы нәҙек таяҡсалар рәүешендә ҡырҡып, шәкәр ҡомо һалып бутарға. Ун ике сәғәттән һуң һуты сығасаҡ. Шыйыҡсаны берәр аш ҡалаҡлап сәғәт һайын ҡабул итергә (бауыр һәм йөрәк сирлеләргә ҡулланыу тыйыла).

* Бына шулай йыш ҡына көслө дарыуҙарға ҡарағанда, халыҡ медицинаһының ярҙамы нығыраҡ тейә. Булмаһа, үҙегеҙ һынап ҡарағыҙ, шифаһын тойорһоғоҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap