Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮҢЕЛЕНДӘ—ИЛ ТОЙҒОҺО
Untitled document

Ил тойғоһо, тыуған ер тойғоһо—улар мәңгелек ҡиммәттәр. Тыуған илеңә һөйөү һиңә ғүмер бүләк иткән әсәйеңә, атайыңа ҡарата һөйөү менән бәрәбәрҙер. Быны күптәр олоғая төшкәс кенә аңлай. Сит ерҙәрҙә күп йылдар ғүмер иткән ауылдаштар әйтеүенсә, иң бәхетле мәл—ауылда үткән бала саҡ, үҫмер ваҡыт. Ул кешенең алтын дәүере. Был хис-тойғолар һәр кешегә лә билдәле, яҡын.

Әлеге һүҙем Атайсалынан алыҫ яҡтарҙа ярты быуаттан ашыу йәшәп ҡайтҡан Рәшит Хайривара улы Айсыуаҡов хаҡында. «Ете йыллыҡ мәктәпте Иҫке Сибайҙа, ун йыллыҡты Сибай ҡалаһында тамамланым. Унан Магадан яғына сығып киттем. Унда иҡтисадсы-плановик һөнәренә уҡыным, Яҡутстанда эшләнем,—тип хәтерләй ул.—Беренсе шиғырым 9-сы класта уҡығанда Баймаҡ районының «Коммунизм байрағы» гәзитендә баҫылды. Шул йылдарҙа мәҡәләләр яҙа башланым. Штаттан тыш хәбәрсе булараҡ, Башҡортостан, Үзбәкстан, Төркмәнстандың 23 гәзит-журналында хикәйәләрем, шиғырҙарым, мәҡәләләрем донъя күрҙе».

Сибай халҡы хәтерләйҙер, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Р.Айсыуаҡовтың «Сибайский рабочий», «Атайсал» гәзиттәрендә көнүҙәк темаларға арналған уҡымлы мәҡәләләре баҫылып торҙо. Уның әүҙем хеҙмәтенә юғары баһа бирелә: Рәшит Айсыуаҡов беренселәрҙән булып «Атайсал» төбәк гәзитенең Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты була.

Рәшит ағайҙың ҡатыны—билдәле фольклорсы, ғалим, мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғоловтың ейәнсәре. Ағай күренекле ғалим хаҡында хәтирәләр һаҡлай.

Р.Х.Айсыуаҡов һуңғы йылдарҙа Һамар өлкәһендә йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең хыялына—шиғыр яҙыуға ихлас тотона. Күп шиғырҙарын ул рус телендә яҙа, башҡортсаға тәржемә итә. 2012 йылда «Һиңә ҡайтам, тыуған ерем» исемле йыйынтығын баҫтыра. Унан икенсе китабы—«Ҡоштар ҙа бит ҡайта тыуған яҡҡа» донъя күрә. Әле күптән түгел «Мин башҡортмон» исемле китабы баҫылып сыҡты. Сентябрь башында тыуған ауылы Иҫке Сибайҙа ошо яңы китаптың исем туйы үткәрелде. Был күркәм сараны ауыл хакимиәтендә китапхана мөдире Лилиә Фитрат ҡыҙы Ильясова ойошторҙо. Сараға Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылар, ветерандар, китап һөйөүселәр йыйылды.

Рәшит ағайҙы ҡотларға Сибай ҡалаһынан да ҡунаҡтар килгәйне: китапхана мөдирҙәре Гөлназ Нелюбина, Резеда Арыҫланова, һәүәҫкәр композитор Юлай Моратов һәм башҡалар. Сығыш яһаусылар яңы китаптың тыуған яҡҡа һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүен билдәләне. Шиғырҙар халыҡсан, ябай тел менән яҙылған. Уҡыусылар уларҙы яттан һөйләп тә ишеттерҙе. Юлай Моратов «Һағындырҙың, иркәм» исемле шиғырына яҙған яңы йырын йырлап ишеттерҙе. Китап һөйөүсе Айһылыу Мөхәмәҙиева Рәшит ағайҙың тыуған ауылға бағышланған шиғырҙарын ярата икән. Шуларҙың бер нисәүһен ул тасуири итеп уҡып үтте. Ветеран уҡытыусы Сәғәҙәт Fәтиәт улы Ишбирҙин иһә Рәшит ағайҙы бала сағынан яҡшы белеүен, атаһы Хәйривараның бик эшлекле, хеҙмәт яратҡан кеше булыуын бәйән итте. Кәримә Аблаева иһә шағирҙың әсәһенә арнап яҙған шиғырына өҫтөнлөк биреүен белдерҙе. Ысынлап та, «Әсәйемә йүгерәм төшөмдә» тип исемләнгән шиғри әҫәре бик тулҡынландырғыс.

«Йыйырсыҡтар өҫтәүемә

Төштәремдә мин үкенәм.

Йәшләнгән күҙҙәрем аша

Fәфү ит, тип үтенәм», —тип яҙа һикһәнен тултырған сал сәсле ағай.

Рәшит Айсыуаҡов үҙенең сығышында ауылдаштарына, ойоштороусыларға рәхмәт еткерҙе һәм тағы ла ике йыйынтыҡ баҫтырырға әҙерләүен белдерҙе. Йыйылған халыҡ иһә аҡһаҡалға уңыштар һәм һаулыҡ теләне.

Рәсимә Айсыуаҡова.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap