Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
19.09.2014
ҠАЛАНЫҠЫНАН КӘМ ТҮГЕЛ
Untitled document

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында «Йәйғор» балалар баҡсаһы уҙған быуаттың 80-се йылдарында уҡ асылған. 2010 йылда авария хәлендә тип табылған бина ябылғас, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының бер төркөмө ваҡытлыса мәктәп бинаһына күсерелә. 2013 йылда район хакимиәте етәкселеге тырышлығы менән ауыл балалар баҡсаһы «Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыу» федераль программаһына индерелә. Шулай итеп, был учреждениеға өҫтәмә урындар асыу өсөн бюджеттан 5 миллион һум аҡса бүленә.

—Аҡсаны балалар баҡсаһын тулыһынса реконструкциялауға тотондоҡ. Иҫке бинаның стеналары ғына ҡалды: нигеҙҙән башлап ҡыйыҡҡа тиклем барыһын да өр-яңынан эшләнек, тәҙрәләрҙе алыштырҙыҡ, инженер селтәрҙәрен яңырттыҡ,—ти балалар баҡсаһы мөдире Земфира Сафа ҡыҙы Вәлеева.—1983 йылда уҡыу йортон тамамлағас, йүнәлтмә менән ошонда эшкә килгәйнем, шунан бирле балалар баҡсаһынан сыҡҡаным юҡ. Бер ваҡытта ла капиталь ремонт күрмәгән бина ныҡ иҫкергәйне шул. Хәҙерге көндә 20 баланан торған элекке бер төркөмгә тағы 28 урынлыҡ яңы төркөм өҫтәлеүе бик ҡыуаныслы.

Ысынлап та, төҙөүселәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур эш атҡарып сыҡҡан. Хәҙер Мерәҫ балалар баҡсаһы ҡала баҡсаларынан бер ҙә ҡалышмай: бүлмәләр иркен, кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған, кер йыуыу урыны, ашхана талаптарға тура килерлек итеп эшләнгән. Кескәйҙәр төркөмөндә барлыҡ йыһаз яңыртылған, урта һәм мәктәп йәшендәгеләр яғы ла уларҙан ҡалышмай.

Беҙ барғанда бәләкәстәр йоҡонан уянып, ашнаҡсылары Таңсулпан Сөләймәнова бешергән тәмле ризыҡты ашап, тышҡа уйнарға сығырға әҙерләнә ине. Балаларҙың тышҡа ашҡыныуы юҡҡа түгел икән. Йөҙйәшәр ҡарағастар араһында ултырған көплө майҙансыҡтың эсе тулы уйынсыҡ, асыҡ урындарға атайҙар, ҡартатайҙар көсө менән эшләнгән карап, машина, мотоцикл, эскәмйәләр әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәп ултыра. Балалар баҡсаһы биләмәһе гөл-сәскәгә күмелгән.

—Был матурлыҡты булдырыу өсөн тотош коллектив көс түкте. Зөмәрә Килдебаева, Люциә Сәғитова, Фәрхәнә Йәнтүрина, Рәсимә Нәҙербаева, Миңлегөл Ямантаевалар төп эштәренән тыш, йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүлде. Балҡып ултырған сәскәләрҙе улар баштан бала кеүек бағып, йәй буйы утап, һыу ҡойоп, һөйөп-наҙлап үҫтерҙе,—тип һөйләй мөдир.—Төҙөкләндереүҙә атайҙар әүҙем булды. Әйтәйек, Fиззәт Ямантаев, Нур Рысмөхәмәтов, Факил Шәриповтар эшләгән уйынсыҡтарҙа балалар рәхәтләнеп уйнай. Биләмәлә картуф та ултырттыҡ, тағы ла бынан ситтәге картуф баҡсабыҙҙа үҙебеҙҙе тәьмин итерлек йәшелсә үҫтереп алдыҡ.

Балалар баҡсаһы коллективының тырышлығы бушҡа китмәгән: 2014 йылда районда үткәрелгән «Йәшел донъя» конкурсында беренсе урын яулағандар.

Яңы бинала быйыл ғына эшләй башлаһалар ҙа уңыштары байтаҡ. Малайҙарҙың вокаль ансамбле район күләмендә беренсе урынға сыҡҡан. Балалар баҡсаһын яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла мерәҫтәрҙең эше юғары баһаланып, өсөнсө урын менән билдәләнгән.

Бөтә эшмәкәрлекте балалар тәрбиәләүгә йүнәлткән коллективҡа яңы йорттарында киләсәктә тағы ла тырышып эшләргә, яңы үрҙәр яуларға яҙһын. Бының өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар.

Һүрәттә: кескәйҙәргә баҡсала күңелле.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap