Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ҠАРТЫМДЫ ЮҒАЛТҠАС...
Untitled document

Хоҙайға рәхмәт, ҡартым менән йәшәгән нигеҙем ҡотло ла, ырыҫлы ла булды: балаларым ауырыманы, мал-тыуарыбыҙ ишле, хатта ҡаҙҙарыбыҙ ҙа теүәл баҫты бәпкәләрен. Баҡсабыҙ ҙа ишелеп уңды. Әллә үҙебеҙ йәшәүҙән йәм-тәм табып, ихлас йәшәнек, әллә бәхетле нигеҙебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙ итеп, үҙе насип әйләне беҙгә. Хикмәт бында ғына түгелдер, ә ғүмер буйы бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәүебеҙҙәлер, тип уйлайым мин бөгөн. Вафатынан бер нисә көн элек мәрхүмкәйем: «Әсәһе, эргәмә яҡыныраҡ кил әле, әйтер һүҙем бар»,—тип саҡырып алды.

—Ҡыуманым түгел, ҡыуҙым мин был донъяның артынан. Уның менән бөгөн бер ниндәй ҙә алыш-бирешем юҡ. Фанилыҡтың да үпкәһе юҡтыр тормошома ҡарата. Әжәлдән ҡурҡмайым. Иң ҙур байлығым—һеҙ. Балаларыбыҙ һәйбәт. Улар алдында йөҙөбөҙ яҡты. Күрше-күләнгә лә яҡшылыҡтан башҡа бер ни күрһәтмәнек...—Рәхмәт һүҙҙәрем шул булыр тигән һымаҡ, ятҡан яҫтығын һыйпай-һыйпай, ауыр һулап ҡуйҙы ла тынып ҡалды. Өйҙәге һиллекте мин боҙҙом:

—Үҙең донъяны аҡыллы итеп көтә белгәс… Ҡаҡманың, һуҡманың, эсмәнең, балаларҙы үҙеңә ылыҡтыра белдең. Ни һөйләһәң дә, ни эшләһәң дә килеште үҙеңә.

—Бөтә нәмә кешеһенә күрә була ул. Тормоштоң дилбегәһен ҡайырып, шаҡарып тотҡанда, һин киҫкен боролоштарҙың ипле һәм итәғәтле хужабикәһе була белдең. Телеңде йоторлоҡ итеп бешергән аштарыңды кемдәр генә ауыҙ итмәне. Бөхтә, өҫтөнә туҙан ҡундырмай тотҡан донъябыҙҙы күреп хайран ҡалғандар әҙ булманы бит. Шуға ла тупһабыҙ рәхмәтле,—тип тарамыш ҡулдарымды һөйөргә иткәйне, әммә ҡулдары тыңламаны зиһен генәһен. Әжәл яҡынайыуын һиҙепмелер, сыҡмаған йәнендә энә осондай ғына ҡалған көсөн йыйып, һуңғы һүҙен әйтте:—Төпсөк улыбыҙ ырыҫлы нигеҙебеҙҙе етемһерәтмәһен, ташламаһын, һәр саҡ төҙөк тотһон, ҡаралмаған нигеҙ бәхет юрамай ул …

Сараһыҙлыҡтан иңрәмәй саҡ-саҡ түҙеп торам, ярай әле, күҙҙә йәш кипкән. Быуындарым ҡалтырай, йөрәгем туҡтар төҫлө. Диҡҡәт менән тыңлайым, тыңлаған һайын ғәжәпләнәм. Бәхилләшкәндә һәр һүҙе зиһенемә яҡты нур булып урала. Һөйөшөп, яратышып ҡауышҡайныҡ. Нығыраҡ мин яраттым, ахырыһы. Хатта ошо минуттарҙа ла уның йәне миндә кеүек. Икебеҙҙең уртаҡ йәнебеҙ бына-бына беҙҙе әллә ҡайҙарға, йыһан киңлегенә алып осор һәм беҙ парлашып ер йөҙөнән юғалырбыҙ һымаҡ. Заманында хәләлем күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял ине. Бына бит, ел-дауылдарға ҡаршы тора алмай бирешкән ҡая кеүек, аҙ ғына ваҡыт арауығында гөрһөлдәмәй ҙә, селпәрәмә килеп, тауыш-тынһыҙ күҙ алдында яй ғына ыуалды ла ҡуйҙы. Ҡасандыр айбарланып, ғәйрәтләнеп төҙөгән яландай донъяһында, сәселгән юнысҡылай, күҙгә күренер-күренмәҫ булып ята. Ябынған юрғанының аҫты буп-буш. Fүмеркәйҙәр нисек матур уҙмаһын, әжәл үткер ҡылысын ялтаңлата башлаһа, үкендерә икән…

Шул һуңғы һүҙҙәренән һуң бер кемде лә эргәһенә саҡырманы ла, һис берәүгә өндәшергә теләмәне лә. Иге-сиге булмаған уйҙарын үҙе менән бергә мәңгелеккә алып китте. Уны ерләгән мәлдә түшәк тартып ятып ҡуймайым, тип ҡурҡтым. Кәңгерләй-тәнтерәкләй кеше ыңғайына йөрөнөм. Һуңғы юлға оҙатыу сараларын уҙғарыу—үҙе бер афәт. Хатта аҙаҡ ҡартымдың баҡыйлыҡҡа күсеүен белмәйерәк ҡалған туған-тыумаса, тиң-тош, таныш-белештәрҙең хәлемде белешергә килеүе ауыр һынау булды. Үлем язаһы тураһындағы һөйләшеүҙәр былай ҙа ауыр хәсрәтемде арттыра төштө. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде. Әммә уның зәһәр уғы ҡаҙалмай торһон әле тереләргә.

Көндәр бер-бер артлы үтеп, килеп-китеп торған кеше таралып, яңғыҙ ҡалғас, бөтөнләй мөҙөрәнем. Шулай бер көн балаларҙың эштән ҡайтыуына бабай барҙағы кеүек аш-һыу әҙерләмәксе булдым. Аҡылымды кәүҙәм тыңламай: һауыт-һаба ҡулымдан төшә, тегенеһен тапмайым, быныһын онотам, яндырам, көйҙөрәм. Тышҡа сыҡһам, тигеҙ ерҙә абынып йығылам. Ҡулға эш бармағас, бабай бүлмәһенә инеп яттым. Серем иткәнмен әҙме-күпмелер. Балалар ҙа ҡайтҡан эштән. Fүмер буйы йүгерә-атлай йөрөп эшләгән эштәремде нисәнсе көн инде башҡара алмай аҙапланам. Әйтерһең дә, миңә ҡушылған көндәлек планды үтәмәйем, ғәйеплемен. Йәнә бөгөн шәмбе—мунса яға торған көн. Әй, әттәгенәһе, былай аяҡ-ҡулымды күтәрә алмай ятһам, тағы ниндәй хәлдәргә төшөрмөн, билдәһеҙ.

Килен менән тәүге көндәрҙән үк ярашып, татыу йәшәнек. Әсәле-ҡыҙлы кеүек. Алсаҡ, эсендәге тышында. Ваҡ мәсьәләме, оло ваҡиғамы, осраҡлы хәлме—икебеҙ бер фекерҙәбеҙ. Тик һуңғы ваҡыттарҙа, бабайҙың вафатынан һуң, ҡартайған да тыртайған тигәндәй, үҙем эшкә ярамаҫ булып киткәс, өйҙәгеләрҙең тын алыштары икенсерәк, айырыуса киленем рыяраҡ. Ошоғаса ауырлығымды һалғаным юҡ балаларға. Һауығып китеүемә өмөтөм ҙур. Бер көн төнөн тәҡәтһеҙ ауырып киттем, бәхетемә күрә, киленем уянды нисектер. «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртты. Укол һалып, дарыу эсереп киттеләр. Бер нәмә белмәй йоҡлағанмын. Уянып китһәм, башым тыныс, элекке һау хәлемә ҡайтҡан һымаҡмын. Торҙом. Тамаҡ кипкән. Сәй әҙерләп эсәм, йәнәһе.

Йоҡо бүлмәһенән киленемдең: «Ҡәйнәмдең балаһы бер һин генә түгел, башҡалар ҙа ҡараһын»,—тигән таңғы асыҡ тауышы ҡолаҡҡа салынды.

—Ни һөйләйһең һин? Ошоға тиклем кем тотоп торҙо донъяны?!

—Йылдан-йыл йәшәрмәй инде, ҡартая ла баһа. Ярай әле, ҡайнымды ҡарарға эшкинде.

Килен менән улымдың һөйләше өҙөлдө. Карауатынан да тормаған ейәнем тауыш бирҙе.

—Өләсәй, лекцияға һуңлатма мине! Аш-һыуыңды өҫтәлгә теҙә торһаң да була.

Үҙем яман өйрәттем шикелле барыһын да. Кисен иртәнге ашты әҙерләп ята торғайным һәр саҡ. Бына хәҙер үҙем йөрөйөм тертәңләп. Килен иртәнге сәйен эштә эсә. Ҡалғандары ҡапҡыланылармы берәй нәмә, юҡмы—сығып та йүгерҙеләр. Ниһайәт, саф һауаға сыҡтым. Ҡала ситендә шәхси хужалығың менән йәшәгәс, һәр нәмәгә үҙ ҡулың тейелмәгәнлеге күренеп тора. Ҡайҙа тотонһаң—шунда эш. Аҙбар-ҡура ишектәре шар асыҡ. Һөт-ҡатығы ла нисек бар, шулай ултыра.

Бөртөкләп йыйылған донъяң йәндәй йәл. Кемгә булһа ла шулайҙыр ул, тип үҙемә үҙем һөйләйем. Тыңлаусы булһасы.

Ҡапҡа келәһе келтерәне.

—Хаят инәйем һуңғы ваҡытта күренгеләмәй ҙә.

—Ни хәл, иҫәнлекме, шәплекме?

—Хоҙай ҡушҡанса, әлхәм.

—Әйҙә, түрҙән үт, Сафура.

—Әстәғәфирулла, солан күтәрмәләрең үҙеңдекенә оҡшамағансы. Ҡаҙ өмәһе үткәрҙегеҙме әллә?

—Юҡсы. Ана бит, ҡаңғылдашып тора ҡошҡайҙарым. Күрше хаҡы—Тәңре хаҡы. Бына ошо емде һирп тә, алдарына һыу ҡуй.

—Киленеңә ни булған?

—Унан алда улым, ейәнем бар бит әле.

—Киленеңә һүҙ тейҙермәйһең инде… Ир-ат күрмәй ул бар нәмәне. Ир—баш, ҡатын—муйын. Fүмер буйы текә йөрөмәһен, борһон муйынын. Өс бөртөк өйлө, бөтөп барған ауылдан килдем, тимәй ул хәҙер. Ире уның алдында өлтөрәп тора. Балалары ҡараулы. Сығып китһә лә, килеп инһә лә—донъяһы саф-ялт. Нишләп ул һәйбәт килен булмаһын, һәр хәлдә мин түгел инде.

—Ниңә улай тиһең? Һинең дә донъяң гөл кеүек.

—Азат менән ҡауышырға йөрөгәндә, һеҙ бит ҡамасау булдығыҙ. Йәнәһе, ауылдан килгән ҡыҙ егәрлерәк, яҡшыраҡ, матурыраҡ, һыйыр һауа белә, имеш. Яманмы-яҡшымы, яҙғаны менән көн итәм.

—Сафура, үткән быуатта булған хәлде оноторға күптән ваҡыт.

—Мин түгел, әсәйем онотмай әле беренсе мөхәббәтен. Егете менән икеһе ҡалаға тимер юл һуҙыуҙа ҡатнашҡандар. Тәүге поезд килеү менән өйләнешергә вәғәҙәләшкәндәр. Йәнәһе, ике байрам бер юлы. Теге поезд ГПТУ-ға вагон-вагон ҡыҙҙар тейәп килгән. Араларында кемдәр генә булмаған: сыуашмы, маримы, сирмешме—тағы әллә кемдәр. Әсәйемдең мөхәббәт ҡошо осҡан шулар яғына. Юҡҡа һөйләмәнем күптәнге ваҡиғаны. Әсәйемдең яҙмышын ҡабатланым мин. Бында һеҙҙең ғәйеп юҡ. Тик былай ғына, һүҙ ыңғайында.

—Ни булһа ла булды инде, былтыр ҡыҫҡанға быйыл илашмайыҡ. Атта ла, тәртәлә лә булғандыр.

—Инәй, мунсамды томалап килдем. Әсәйем килгән, ваннаны өнәмәй бит ул. Ҡайын миндеге менән икегеҙҙе сабындырырмын. Бал, май менән һылармын. Ҡыҙҙар һымаҡ һикертә баҫып ҡайтып инерһең өйөңә.

—Күтәрмәнән дә ары китә алмай торам. Рәхмәт мине ҡайғыртҡаның өсөн.

—Һауыҡҡас әйтерһең рәхмәтеңде. Өс өй аша ергә ни...

Ай-вайыма ҡуймай, алып ҡайтып китте мине Сафура үҙҙәренә. Кеше таяныр, ышыҡланыр кешеһе булғанда көслө. Мунса төшөп, үлән сәйҙәре менән һыйланыу быуындарыма һығылмалыҡ, күҙемә яҡтылыҡ, башыма асыҡлыҡ индергәндәй итте. Мине өйөмә тиклем оҙата килгән Сафура: «Элекке матур хәлеңә ҡайттың, Хаят инәй. Күҙ теймәһен»,—тине.

—Fүмер буйы йүгерә-атлай йәшәнем. Бабайҙан ҡалғас, аяҡтарға әллә ни булды. Ҡулдың да көсө самалы. Аяғыма баҫтырҙың, ҡулыңдан һөйөн, рәхмәт.

—Һеҙҙең ҡапҡа төбөнә «Сирмеш»тең «Джип» машинаһы туҡталған.

Мин ҡурҡып киттем. Шөбһәләндем. Имен-һау ғына булһын йән киҫәккәйҙәрем.

Беҙ өйгә килеп ингәс, киленемдең йөҙөн ҡара һөрөм баҫты.

—Больницаға маҙар һалып ҡуйҙылармы, тип хәүефләнһәк, ҡәйнәмдең үҙ врачы бар икән дә баһа (Сафураның шәфҡәт туташы булыуына төрттөрәлер инде),—тип шелтәләгәндәй итте лә, артынса уҡ хәйләкәр йылмайып, тауышын йомшарта төштө:—Малды һатып алыусы табылды. Алыусыһы барында һатып ҡалайыҡ. Бөтә урамға яр һалдырып, баҡырттырып торҙорғансы,—тип эсендәге ҡыуанысын йәшерә алмай, тәтелдәп алып китте.

—Кем һата… Мал һатыу тураһында уйлаған юҡ.

—Икебеҙ ҙә һыйыр һауа алмайбыҙ. Эш итергә кәрәк бит малдың ағын.

Мин һүҙһеҙ ҡалдым, улай ғына ла түгел, хатта ебеп төштөм. Көс-хәлемде йыйып һорай ҡуйҙым:

—Азат нимә тиер.

—Ул ҡаршы тороп ҡайҙа барһын. Ейәнеңдең уҡыуына ла түләрлек аҡса кәрәк. Аҡса түләмәйенсә имтиханға индермәй ыҙалаталар ҙаһа.

Шул саҡ һүҙһеҙ ултырған «Сирмеш»:

—Йә, һатаһығыҙмы, юҡмы? Сауҙалашайыҡ та, аҡсаны ташлайым өҫтәлгә. Үҙемдеке итеп ҡыуып алып сығып та китәм малдарҙы. Шуның менән вәссәләм…—тип сабырһыҙланды.

—Бабайым бесәнен дә тейешенсә әҙерләп китте. Ҡайһылай булһа ла һауырмын үҙем. —Сафураға әйләнеп: «Зинһар, ярҙам ит. Мал ҡараған мәлдә килерһең: иртәле-кисле. Азатым Себер һынлы ерҙән ҡасан ҡайта әле ул. Уртаҡ булыр ағы»,—тип ялбарыулы ҡараш ташланым.

Ялтан-йолтан ҡаранған киленемдең күҙҙәре ҡырыҫ, һалҡын ине. Элегерәк күҙем бәйле булғандыр, ахырыһы. Шулай булмаһа, маҡтаулы киленемде бөгөн танымай торор инемме? Юҡтыр. Шул саҡ ейәнем уҡыуҙан ҡайтып инде лә: «Ура, өйөбөҙҙөң ҡото һауыҡҡан»,—тип һөрән һалды.

—Юҡ әле, улым, хәлем мөшкөлөрәк. Һин дә имтихандарыңды бирә алмай йөрөйһөң икән.

—Нисек? Аңламайым.

—Атайың уҡыуыңа аҡса түләмәгән түгелме?

—Беҙҙең тоҡомдағы ирҙәр типһә—тимер, баҫһа баҡыр иретерлек. Ундайҙар үтескә, кредитҡа йәшәмәйҙәр, ти атайым. Ул алдан уҡ өс йылдыҡын бергә түләп ҡуйҙы. Өләсәй, ниңә улай тиһең ул?—тип тәтелдәне ейәнем.

Ниңәлер уйҙарым буталды. Киленем өнһөҙ ҡалды, әммә, уйланып торғандан һуң, өҫтәп ҡуйҙы: «Түләһә яңы түләгәндер…»

...Азатым эшсән булып үҫте. Атаһын да, мине лә берҙәй үк тыңланы. Һүҙебеҙҙе йыҡҡанын һис хәтерләмәйем. Ошоғаса киленемә лә тел-теш тейгәне юҡ. Бабайым: «Бер тап-ҡыр Азатты күндерҙең, тыңлаттың—шул еткән. Артабан ҡыҫылма, йәшәһендәр үҙҙәренсә. Тормош үҙе өйрәтер, донъя аҡылы киңерәк һәм тәрәнерәк»,—тиер ине яйы сыҡҡан һайын. Етмеш ете йыл оҙонлоғондағы ғүмер ептәрен тағатып уйланһам, йәшәгәнмен икән ҡартым өсөн аҫыл биҙәк миҫалында. Әйтерһең, кисә генә түребеҙ йән рәхәте—тәхет, нигеҙебеҙ бәхет ине…

Үҙ уйҙарым менән мауығып ултырған мәлдә, Азатымдың үҙ бүлмәһенә инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡатыны менән ҡайһылай күтәренке кәйеф менән берсә өй яңғыратып көлөшәләр, берсә тып-тыныс ҡалалар. Шул һиҙелә: киленем тырышып-тырышып нимәлер аңлата. Азаттың тауышы һанда-һаяҡ сығып ҡала. Һағынышҡандарҙыр бер-береһен.

Эңер төшөр алдынан ихатаға сыҡһам, «Сирмеш» һыйырымдың мөгөҙөн арҡанлап бәйләп маташа. Мин, иҫәр кеше һымаҡ, уның арҡанына йәбештем.

Азат улым йүгереп килеп сыҡты:

—Әсәй, был ни эшләүең, һиңә еңеллек булһын өсөн тырышам бит мин,—тип өндәште ул, ҡото осоп.

—Малдан бик ҡотолғоң килгәс, әйҙә, һинеңсә булһын, тик уларҙы Сафураға һатайыҡ. Ул мал йәнле.

—Ҡәйнәм ҡыҙыҡ ҡына инде, кем алһа ла ярамағанмы. Аҡсаһын бирһәләр, булды. Сафуралар ҡайҙан алһын аҡсаны,—тип киленем килеп ҡыҫылды шул саҡ. Мин дә оҙаҡ уйлап торманым:

—Әҡсән дә Себерҙә эшләй, Сафура ла икене өс итергә әҙер...

Мал һатыу тураһындағы тәүге етди һөйләшеү ошолайыраҡ тамамланды.

Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА

Аҙағы киләһе һанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap