Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.10.2014
ЙӘНДЕ ЙӘМЛӘР «ЙӘНКИҪӘК»...
Untitled document

Резеда ВӘЛИЕВА

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры һәр яңы ижад миҙгелен матур йөкмәткеле премьера менән башлай. Быйылғыһы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың бер ғүмерҙең тарихын һүрәтләгән хикәйәһе сәхнәләштерелде. «Йәнкиҫәк» спектаклен халыҡ йылы ҡабул итте, аяҡ үрә тороп көслө алҡыштарға күмде. Яратмаҫлыҡ та түгел шул!

Спектакль бөгөнгө заман күренешенән башлана. Никахһыҙ ауырға ҡалған ғашиҡ ҡыҙ йөклөлөгөнән арыныу сараһы эҙләй. Табип уны был уйынан баш тартырға, балаға ғүмер бирергә саҡыра. Бер нисек тә күндерә алмағас, ул йәш ҡатынға өләсәһе Миңйыһандың тормош юлын һөйләп бирә. Вадим исемле табиптың һөйләгәндәре сәхнәлә кәүҙәләндерелә. Шулай итеп, беҙ аслыҡ һәм яланғаслыҡ хөкөм һөргән, ауылдағы барлыҡ эштәр ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән башҡарылған һуғыш осорона барып юлығабыҙ. Бар ауырлыҡтарға түҙеп, балаларына тәғәм ризыҡ алып ҡайтыр өсөн көсөн һалған, илап-һыҡтар, бөгөлөп төшөр мәлдә шарҡылдап көлгән ҡатындар араһында сатан ғына Миңйыһан да бар. Йәтимлектә үҫкән, аҙаҡ ауырыуға дусар булған ҡыҙ аҙ һүҙле, уйсан. Тиҙҙән беҙ уның бик матур хыял—әсә булыу теләге менән йәшәүен беләбеҙ. Был хаҡта ул бер кемгә лә әйтмәй. Ә үҙе яна, көйә, изге маҡсатына ирешеү юлдарының ҡатмарлы булыуын аңлай, хафалана, өҙгөләнә. Бер ир-азамат тормош юлында осрап, үҙен бәхетле ҡатын, әсә итеүенә остоҡ та ышанысы ҡалмаған Миңйыһан оҙаҡ уйланғандан һуң, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Сабит исемле һалдат янына үҙе бара. Йәш ҡыҙҙың төнөн килеп: «Мине бер тапҡыр ғына ярат»,—тип тороуын күреп, ир бөтөнләй баҙап ҡала. Көтөлмәгән тәҡдимдән шаңҡып торғандан һуң, ул ҡыҙҙы ҡыуып сығарып ебәрә. Ләкин Миңйыһан ныҡыша, был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә, уға ҡатын булараҡ дәғүә итмәйәсәгенә анттар бирә. Әммә Сабит: «Атайһыҙ бала һиңә нимәгә? Былай ҙа етемдәр күп»,—тип йәнә бороп сығара. Төнөн ямғыр аҫтында үҙенең хыялдары менән генә япа-яңғыҙ тороп ҡалған ҡыҙ ергә ятып илай башлай:

—Йә Раббым! Ниңә мине шул хәтлем бәхетһеҙ итеп яралттың был донъяға? Ниңә? Үҫкәндә йәтим үҫ, унан килеп, уйламаған-нитмәгәндә сиргә һабыш. Һуғыш сығып, тиҫтер егеттәрҙе ҡырып һалаһың да, буласаҡ кейәүҙәрҙән яҙҙыраһың. Йә Хоҙай! Fүмерлек яңғыҙлыҡҡа дусар иттең. Йәшлектә ярай көн итермен, ә ҡартлыҡта ни эшләрмен? Мин бит һинән күп һорамайым. Миңә һинең бер нәмәң дә кәрәк түгел, бары тик бер йән эйәһе. Бөтә булған мөхәббәтемде, наҙымды бирер инем. Һин мине ауырыу, көсһөҙ тип уйлама. Ышан, мин көслө. Булған ауырлыҡты йырып сығырмын. Зинһар, үтенесемә битараф ҡалма. Һинең ҡөҙрәтең киң, ишет теләгемде. Һуғыш сығарып күпме кешене гүр эйәһе иттең. Бер генә яңы ғүмер бүләк итһәңсе... Ишетәһеңме? Һинән һорайым. Әллә һин бөтөнләй юҡ?! Юҡ, юҡ, юҡ, буш күк йөҙө. Һин булмағас, кеше үҙенең тормошона үҙе хужа. Мин үҙемдең ғүмеремә үҙем хужа, ә миңә бындай тормош кәрәкмәй. Бер кемем булмаясаҡ та... Яңғыҙлыҡ, ҡурҡыныс, өшәнгес... Юҡ, кәрәкмәй миңә бындай тормош! Яңғыҙ кәкүк һымаҡ ғүмерем буйы йәшәгем килмәй. Йәшәгем килмәй! Йәшәгем килмәй!

Миңйыһандың (актриса Залина Сөләймәнова) был һүҙҙәренән һуң зал шым ҡалды. Ошо монолог менән генә лә тормоштоң бар мәғәнәһен аңларға була ине. Эйе, һуғыштың алама нәмә булыуы күптәргә мәғлүм. Ҡырған, емергән, үлтергән, йәтим иткән, тол ҡалдырған, аслыҡҡа, яланғаслыҡҡа дусар иткән... Аңлашыла. Шул дәүерҙә буй еткергән, бар ғазаптарҙы үҙе аша үткәргән оло быуын кешеләре быларҙы тулыһы менән аңлайҙыр. Ә тарихты китап-журналдарҙан уҡып ҡына, киноларҙан күреп кенә үҫкән, етеш һәм тыныс тормошта йәшәүсе әлеге быуындың фекерләү даирәһе әллә ни алыҫҡа китмәйҙер. Әйтергә кәрәк, был спектаклдең тәрбиәүи йәһәттән тәьҫире көслө. Бөгөн йәш-елкенсәккә мөхәббәт уйын ғына булып ҡалды. Бөгөн улар берәү менән күңел асһа, иртәгәһен икенсе менән... Уның аҙағын ҡыҙ ҙа, егет тә уйлап та бирмәй. Һөйөүҙең бар асылы ғаилә ҡороуға, бергәләп бала тәрбиәләүгә ҡайтып ҡалырға тейеш. Ошо урында йәшәү мәғәнәһе асыла. Ул—бала, һинең тормошоңдо, булмышыңды дауам итеүсе. Йәшәүеңдең мәғәнәһе бар икән, тимәк, һин бәхетле! Бөгөн иһә мөхәббәтте—уйынға әйләндереп, түшәк ләззәтенән бәхет эҙләп, аҙғындар һанын арттырып, аборттар һанын ишәйтеп йәшәүселәр күп. Әлеге спектакль башында табипҡа ярҙам һорап килгән, аборт эшләтергә теләгән Алһыу ҙа беҙҙең замандаш булараҡ сағылдырыла. Йәштәрҙең бер ҡатлы булыуын, тормош асылын төшөнмәүҙәрен уның һүҙҙәре аша аңлайбыҙ. Уны яңылыш аҙымдан Миңйыһандың яҙмышы хаҡындағы хәтирә ҡурсалап алып ҡала. Эйе, ул заманда ямғыр аҫтында: «Йәшәгем килмәй»,—тип үкһеп илаған йәтим һәм сатан ҡыҙ үлмәй ҡала. Уны әлеге лә баяғы Сабит ҡотҡара һәм был юлы ҡыҙҙың теләгенән баш тарта алмай. Ошо хәлдән һуң йәштәр аралашмай, юлдары айырыла. Миңйыһан вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Сабит хаҡында бер кемгә лә бер нәмә лә өндәшмәй. Санъяр исемле улы тыуа. Яңғыҙ ҡатын уға ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерергә тырыша. Күршеләре, әхирәттәре һөт, икмәк, ҡатыҡ менән ярҙам итеп, аслыҡтан алып ҡала. Әммә һәр замандың изге, мәрхәмәтле кешеләре булған кеүек, яһилдары, әпкәләйҙәре, яуыздары ла булған. Колхоз рәйесе үҫмер малайҙы ағас урлауҙа ғәйепләп йонсотһа, тиңдәштәре «тыума» тип рәнйетә. Был һүҙҙең нимә аңлатҡанын төшөнгәс, Санъярҙың нисек бошонғанын, әрнегәнен күрһәгеҙ?! Был образды актер Вадим Fилманов бик оҫта һынландыр-ҙы. Нисек кенә ауыр булмаһын, Миңйыһан да, Санъяр ҙа бирешмәй. Тиҙҙән малай ҙурайып, уҡып, ир ҡорона инеп рәйес булып китә. Тора-бара районды етәкләй башлай. Уның дүрт балаһы тыуа, унан ейән-ейәнсәрҙәр донъяға килә. Фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсер алдынан Миңйыһан былай ти:

—Минең ваҡытым етте. Был донъянан бәхетле булып китәм. Донъям теүәл. Ҡәйнәм тип өлтөрәп торған киленем бар. Орсоҡ шикелле өйөрөлөп йөрөгән ейән-дәрем бар. Ана ауам, бына ауам тип торған ситән өй урынына иркен, йылы йортом бар. Был өйгә сыҡҡас, түбәм күккә тейҙе. Мин меҫкендең дә ошоно күрер көнөм бар икән тип көлөргә лә, иларға ла белмәй йөрөнөм. Ошо бейек, иркен, йылы өйҙә балаларым менән бер нисә йыл ғүмер итеп өлгөрҙөм, Аллаға шөкөр! Теге саҡтағы дыуамал ҡылығымды иҫкә төшөрәм дә, ярай ҙа тәүәккәллегем еткән, Санъярым булмаһа, ҡайҙан мин бындай бәхетте күрер инем, тип уйлап ҡуям. Был донъяға әсәй ихтыяры буйынса бар булдың һин. Мин көнө-төнө һине теләнем. Тәңре ҡабул итте минең теләкте. Әммә ауыр яҙмышҡа дусар иттем. Атайһыҙ үҫтең...

Был әсәнең улы менән хушлашыу һүҙе ине. Бәхилләшкәндә Миңйыһан Санъярға ҡағыҙ киҫәге тоттора. Ундағы яҙыу буйынса үҙ ғүмерендә бер ҙә күрмәгән атаһын эҙләп табырға насип була. Сабит донъяла улы барлығын да белмәйенсә ғүмер кисерә. Шулай көтмәгәндә бер юлы атай һәм ҡартатай булыу бәхетенә ирешә. Тик, үкенескә күрә, шундай ҙур шатлыҡты йөрәге күтәрә алмай.

Эйе, ата-әсә был донъянан бәхетле булып китә. Тик икеһе лә улдары алдында үҙҙәрен ғәйепле тоя. Санъяр уларҙың рухы алдында баш эйә:

—Һеҙ миңә йәшәү биргәнһегеҙ. Ошонан да ҙур бәхет бармы?! Әсәй, һинең ҡайын япрағы саҡлы ғына йөрәгең иҫ киткес дыуамал аҙым яһарға көс биргән. Атай, һин ошо бисара йән эйәһенең гонаһһыҙ теләген кире ҡаҡмаҫҡа көс тапҡанһың. Әсәй! Атай! Ишетегеҙ! Мин үҙем һеҙгә ғүмерлек бурыслы.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң беҙ йәнә сәхнәлә әлеге тормошто күрәбеҙ. Табип Вадим үҙенең өләсәһенең яҙмышын тәьҫирләнеп һөйләй һәм бер Санъярҙан әллә күпме балалар тыуыуын, улар юлын ейәндәр дауам итеүен ғорурлыҡ менән әйтә. Ҡатын-ҡыҙҙың төп бәхете әсә булыуҙа, ә йәшәү мәғәнәһе нәҫел ҡалдырыуҙа икәнлеген аңғарта. Был тарихты ишеткән Алһыу уйлана һәм йөрәге аҫтындағы яралғыға ғүмер бирергә ҡарар итә.

Бына шундай матур күренеш менән тамамланды спектакль. Тамашасыларҙың залды ҡалдырып сығырға ашыҡмауынан, көслө алҡыштың тынмауынан уның юғары кимәлдә сәхнәләштерелеүен аңларға мөмкин. Ысынлап та, яҙыусы, әҙәбиәтсе, тәнҡитсе һәм публицист Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Йәнкиҫәге» пьеса булараҡ яҙылмаһа ла, уны оҫта итеп драматургияла ҡулланғандар. Әйткәндәй, бик уңышлы килеп сыҡҡан. Бында М.Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевтың тырышлығы ҙур. Ул автор менән берлектә инсценировка өҫтөндә эшләгән һәм хикәйәне сәхнә әҫәренә әйләндергән. Был оло хуплауға лайыҡ. Хикәйәнең тематикаһы А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә яңылыҡ индерҙе. Тағы ла шуны әйтер кәрәк: актерҙар бик талантлы. Атай, ул, ейән образын бер-бер артлы, алмаш-тилмәш сәхнәгә сығарған Вадим Fилмановтың буталмай, тиҙ генә яңы образға инеп китә алыуы һоҡ- ландырҙы. Бигерәк тә үҫмер Санъярҙы оҫта һынландырҙы. Үпкәләп мөйөшкә һырыныуы, сабыйҙарса эскерһеҙ шатланыуы, «тыума» һүҙен ишеткәс, малайҙарға ташланыуы, аҙаҡ тәгәрәп ятып үкһеүе, ҡапыл ғына яһил колхоз рәйесенең аяғы- на йәбешеп, уны тешләп алыуы—һәммәһе лә бик оҫта сағылдырылды. Уға ҡарап сәхнәлә 30 йәште уҙған актерҙы түгел, ә ысынлап та образ йәшендәге малайҙы күрҙек. Миңйыһанды кәүҙәләндергән йәш актриса Залина Сөләймәнова ла тамашасыны ышандыра алды. Ирен һуғышҡа оҙатып, унан ҡара ҡағыҙ алып, ҡайғынан йөрәге аҫтындағы балаһын юғалтҡан Сәриә ролендәге Резеда Сәфиуллина, эскерһеҙ генә Гөлшатты сәхнәләштергән Нурзилә Мөхәмәтйәнова, Миңйыһандың хәленә керә белгән, уны ғәйбәт һүҙҙәрҙән аралаған, уның шатлығын үҙ шатлығындай ҡабул иткән Мәрйәм ролен башҡарған БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Әлфирә Fәлләмова, егәрле лә, шаян да Фәғиләне һынландыр-ған Рима Fәйнуллиналарҙы тик маҡтап телгә алырлыҡ. Уҫал колхоз рәйесе образына кергән Илгиз Әбдрәшитов та, Миңйыһандың күршеһе, киң күңелле, ярҙамсыл Миңнәхмәт бабайҙы сәхнәгә сығарған Юнир Fәйнуллин да, ҡарт Сабит образын кәүҙәләндергән Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин да оҫта сығыш яһаны. Хатта бәләкәй генә эпизодтарҙа күренеп ҡалған ауыл малайҙарын сәхнәләштергән Урал Зәйнуллин, Салауат Вәлиев, Морат Амантаев, Юнир Мансуров та үҙҙәренә тәғәйен ролде күңел биреп башҡарҙы.

Спектаклдең эстәлегенә ҡайтып, йәнә шуларҙы әйтергә була: төп героиняның яңғыҙ бала табыуын әлеге йәштәргә үрнәк итергә кәрәкмәй. Сөнки замандар башҡа. Ул бисара ҡыҙ сараһыҙлыҡтан ғына шул юлға бара, тик аҙғын ҡатынға әйләнмәй. Нисек кенә ауыр булмаһын, ғәйбәтен дә күтәрә, улын да кеше итә. Ул кисергән-дәрҙе, күргәндәрҙе һәр йәш ҡыҙ эстән генә анализларға һәм һығымта яһарға те-йеш. Үрҙә әйтеүемсә, спектаклдең тәрбиәүи йоғонтоһо шаҡтай ҙур. Ул әсәлек бәхете, тормош асылы хаҡында ғына һөйләп ҡалмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә лә саҡыра. Ҡыҫҡаһы, йөҙ ҡат ишеткәнсе бер ҡат күреү яҡшы. «Йәнкиҫәк»те күрергә ашығығыҙ!

Һүрәттә: спектаклдән күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap