Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.10.2014
БАШҠОРТОСТАН—ГӨЛ БАҠСАЛАР ИЛЕ, СИБАЙ—УНЫҢ ГҮЗӘЛ ГӨЛӨ!
Untitled document

9 октябрҙә Сибай ҡалаһының Мәжит Fафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында Республика һәм Ҡала көнө уңайынан уҙғарылған байрам гөрләп үтте. Сибайҙар һәм ҡунаҡтар паркка инеү менән «Йәйғорло баласаҡ» концертына туҡталды. Уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы бик бай ине.

Ошонда уҡ ҡала предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмәләр сағыулығы менән халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. «Сибайҙың китап донъяһы» күргәҙмәһе яңы нәфис әҙәбиәт, әсбаптар тәҡдим итһә, «Беҙҙең мул уңыш» күргәҙмәһе көҙгө байлыҡты сағылдырҙы. «Объективта Сибай» фотоконкурсы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бик күп булды.

Теләктәре булғандар күмәк-спорт сараларында көстәрен һынап ҡараны. Үҙ һөнәрҙәрен күрһәтергә теләүселәр «Халыҡ артисы» һәүәҫкәрҙәр ижады конкурсында ҡатнашты.

«Мин йәшәгән ҡала» байрам программаһы профессиональ һәм художество үҙешмәкәр коллективтар тарафынан әҙерләнгән концертты үҙ эсенә алды.

Сараның рәсми өлөшөн Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов асты. Ҡалалаштарҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты, «Строймеханизация» йәмғиәтенең генераль директоры Н.А.Тажетдинов тәбрикләне.

—Хөрмәтле сибайҙар, ҡунаҡтар! Һеҙҙе Республика көнө һәм Сибай ҡалаһы көнө менән ҡайнар ҡотлайым,—тине Хәлит Хәмзә улы.—Быйылғы сараны киң булмаған масштабта уҙғарырға булдыҡ. Ә бына киләһе йыл ҡалабыҙҙың 60 йыллығы, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы бик күп байрам саралары ойоштороласаҡ. Республикабыҙҙың төп байрамын һәм Ҡалабыҙ көнөн ҙур уңыштар менән ҡаршылайбыҙ. Төҙөлөштәр гөрләй, социаль юҫыҡта күп эштәр башҡарыла, предприятие, ойошмалар тотороҡло эшләй.

Башлыҡ хеҙмәттәрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе бер төркөм ҡалалаштарға республика һәм ҡала наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжының (элекке 24-се һөнәрселек лицейы) хужалыҡ мөдире Сәлих Шәһит улы Тимербулатов та бар. 21 йыл ғүмерен башланғыс һөнәри белем биреү өлкәһенә бағышлаған Сәлих Шәһит улы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында тыуып үҫкән Сәлих Сибай мәктәп-интернатында белем алғандан һуң Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Юғары белемде Троицк ветеринар академияһында алған. Хеҙмәт юлын 24-се һөнәрселек лицейында механик булып башлаһа, аҙаҡҡы 6 йылда әлеге вазифаны башҡара. Коллегалары уны эшкә әрһеҙ, алдына алғанды намыҫ менән үтәгәне өсөн ихтирам итә.

Ҡалалаштар «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» ярышын да түҙемһеҙлек менән көтөп алды. «Һылыуҡай—Сибай ҡалаһының уңғаны» бәйгеһендә лә ҡыҙҙар бик теләп ҡатнашты. Байрам сараларына «Ҡаланың сәләмәт йәштәре» күңел асыу программаһы нөктә ҡуйҙы. Сибай йәштәре йәш йырсы Илгиз Абдрахмановтың дәртле йырҙары аҫтында рәхәтләнеп күңел асты.

Һүрәттә: РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булыусы С.Ш.Тимербулатов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap