Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.10.2014
ЙӘМ ӨҪТӘНЕ ТИРМӘЛӘР
Untitled document

Боронғо башҡорттарҙың, күсмә халыҡтарҙың торлағы булған тирмәләр бөгөн милли байрамдарҙың йәме булып ҡалды. Сибай халҡын һәм ҡунаҡтарҙы М.Fафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына йыйған Республика һәм Ҡала көнө лә уларһыҙ үтмәне.

Ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, ылыҡтырып тора ине. Улар янынан үткәндә тарихҡа байҡау яһамайса ҡалмайһың. Бындағы орнаменттар, ҡул эштәре, ҡорама-түшәктәр, аҫалы балаҫтар, халҡыбыҙҙың шөғөлдәрен сағылдырған эш ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре—барыһы ла үткәндәргә ҡайтырға мәжбүр итә. Һәр тирмә янында һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ мөйөштәре булдырылған. Ағас һауыт-һабалар, ҡолға, ҡул тирмәне, ҡоҙоҡ, усаҡ өҫтөндәге ҡаҙан боронғо тормошто күҙ алдына килтерә. Бер генә тирмәне лә айырып әйтерлек түгел ине. Һәр мәктәп, һәр уҡыу йорто коллективы үҙенсә тырышҡан, тирмә тышында ҡул эштәренән, милли аш-һыуҙан торған күргәҙмәләр булдырған. Ә инде тирмәләр эсендә буй юрғандар түшәлгән, яҫтыҡтар һалынған һандыҡтарҙы, матур-матур балаҫтарҙы, бишектәрҙе күрергә була ине.

Тирмәләр конкурсын баһалаусы комиссияны, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы тирмә ҡороусылар милли кейемдәрҙә йыр-моң менән ҡаршы алды, йолаларҙы, халҡыбыҙға хас уйындарҙы сәхнәләштерҙе. Әлбиттә, жюриға еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Шулай ҙа урындар бирелде һәм бүләктәр тапшырылды. Гран-при 12-се мәктәп коллективына эләкте. Мәктәптәр араһында тәүге урынға 11-се мәктәп сыҡһа, икенсе урынды 9-сы, 10-сы, 5-се мәктәптәр бүлеште. Өсөнсө урынды 7-се, 8-се мәктәптәр һәм «Ирәндек» лицейы уртаҡлашты. Юғары һәм махсус уҡыу йорттары араһында беренсе урынды Сибай политехник колледжы яуланы (һүрәттә), икенсе урын—төҙөлөш һәм сервис колледжында. Өсөнсө урын Сибай педагогия колледжына һәм ҡаланың мәғариф бүлегенә тапшырылды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap