Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
10.10.2014
РУХТАШТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ БАЙРАМ
Untitled document


9 октябрҙә Сибай ҡалаһы Республика һәм Ҡала көнөн билдәләне. Уның сиктәрендә бик күп саралар үтте. Шуларҙың береһе—Шиғриәт байрамы үҙ янына барлыҡ таланттарҙы, ижади һәләтлеләрҙе һәм рухлыларҙы тупланы. Матурлыҡҡа, әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ йәндәр ҡаланың Салауат Юлаев бюсы янына йыйылды. Байрам сараларының нәҡ ошо урында старт алыуы ла юҡҡа түгел. Ҡасандыр милли батырыбыҙ азатлыҡ яулап, милләт, тел өсөн көрәш алып барһа, беҙ бөгөн уның рухын ҡыуандырып, тыныслыҡ хөкөм иткән еребеҙҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, йырлайбыҙ, шиғырҙар ижад итәбеҙ.

Шиғриәт байрамына килеүселәрҙе Сибай сәнғәт колледжының тынлы оркестры һәм ҡурайсылары ҡаршы алды. Ошонда уҡ уҡыу йортоноң һынлы сәнғәт бүлеге студенттары тарафынан эшләнгән һүрәттәр, картиналар менән танышыу мөмкинлеге бар ине. Сараны алып барыусылар байрамды асыҡ тип иғлан иткәс, бюст янына йыйылыусыларға ҡала мәктәптәре уҡыусылары, студенттар билдәле шағирҙарҙың һәм үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы яттан һөйләп ишеттерҙе.

Шиғриәт байрамына ҡала етәкселеге, предприятие, уҡыу йорттары директорҙары, арҙаҡлы шәхестәр ҙә килгән ине. Улар ҡурай моңо аҫтында милли батырыбыҙ бюсына сәскәләр һалды.

Билдәле булыуынса, ҡалала йыл һайын Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия бирелә. Ул нәҡ ошо Шиғриәт байрамында тапшырыла ла инде. Быйыл был оло баһаға Сибай мәғарифы үҫешенә тос өлөш индереүсе, әлеге көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барыусы, тел һәм милләт киләсәге өсөн борсолоп йәшәүсе Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова лайыҡ булды.

—Минең хеҙмәтемде юғары баһалауығыҙ, премияға лайыҡлылар исемлегендә минең кандидатурамды күрһәткәнегеҙ өсөн оло рәхмәтлемен. Халҡыбыҙҙың тоғро улы Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөткән премияны алыу шатлыҡлы ла, яуаплы ла, тулҡынландырғыс та,—тине үҙ сығышында Р.Ф.Айсыуаҡова.

Һүрәттә: Р.Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаты Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap