Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
МОСТАЙ ИСЕМЕ, МОСТАЙ ҺҮҘЕ—ҮЛЕМҺЕҘ
Untitled document

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына —95 йыл

Мостай Кәрим—бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим—донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты. Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһаланды. М.С.Кәримов—Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР-ҙың К.А.Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М.Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ,   Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе», I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, II һәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.

Һоҡланғыс ғүмер юлы кисергән шәхесебеҙҙең тыуыуына 20 октябрҙә 95 йыл. Шағирыбыҙҙың вафатына ла 9 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә Мостай исеме, Мостай һүҙе—үлемһеҙ.

КӨНДӘЛЕКТӘН ӨҘӨКТӘР

«Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарынан М.Кәримдең көндәлектәрен уҡып кинәнгәйнек. Әҙиптең уйланыуҙары, теге йәки был күренешкә фекерҙәре, һығымталары, кешеләргә булған тойғолары һүрәтләнгәйне уларҙа. Йәшәйешкә булған фәлсәфәүи ҡарашы, таҙа һәм бай эске донъяһы, эргә-тирәһендәгеләр- гә кеселекле иғтибары, ихтирамы һоҡландырҙы беҙҙе. Был яҙмаларҙы нисә уҡыһаң да ялҡытмай, ә киреһенсә эстәлеклерәк, төплөрәк булғандай. Сөнки уларҙың һәр юлы, һәр һүҙе шифалы аҡыл менән һуғарылған.

20.02.05.

Мин үлгәс, мине күптәр һағыныр, балаларым илаштырғылап та алыр. Әммә мине (Туҡай, Бабичҡа ҡараған шикелле): «Иртә китте»,—тип ҡыҙғанмаясаҡтар. Мин инде «иртә китте» категорияһынан сыҡтым.

Кисә Ильястың улы Илдусты ерләнек. Бына кем ул иртә китте. Шул баланың үлемен ауыр кисерҙем. Ярата инем үҙен.

20.02.05.

Таң һыҙылыу менән сәфәр сығам

(Теләгемә үҙем эйәрмен).

Зөһрә йондоҙ, балҡып, оҙата килер,

Хәле булһа, ай ҙа эйәрер.

Таң һыҙылыу менән сәфәр сығам,

Елдәр иҫер, һөйөп арҡамдан,

Fәм-ғөмдәрем артта тороп ҡалыр,

Шатлыҡтарым алыр алҡымдан.

27.01.05.

Тағы дауаханаға эләктем. Уң аяғым бик ауырта. Баҫып та булмай ине. Хәҙер саҡ ҡына еңеләйҙе. Икенсе аҙна ятам инде. Дүрт көнгә дауалауҙы бүлеп, Әлфиә менән Сибайға, Баймаҡҡа барып килдек. Бик-бик күптән биргән вәғәҙәм бар ине. Бик матур ҡабул иттеләр. Вәғәҙәмде үтәнем. Күңелем тынысланды.

***

Туймазынан  Вәлиуллин  Сәғит  тигән  танышым  хәл  белергә  ингән.

—Яҙғы үләнгә аяҡ баҫайыҡ инде,—ти. Ул да сәләмәт түгел.

—Баҫмай сара юҡ, Сәғит. Әгәр беҙ уға баҫмаһаҡ, ул беҙҙе баҫасаҡ,—тим.

Рәхәтләнеп көлдөк.

29.01.05.

1953 йылда Свердлов урамындағы фатирҙан Ленин урамы, 65-кә күстек, унан Ленин, 31/33-кә  килдек.  Шунда күскәс, инәй (әҙиптең әсәһе—ред.) әйтә: «Сверлауҙағы фатирығыҙҙа өс кенә ишек—тыш-ҡы ишек, соландан фатирға инә торған ишек, эстә ике бүлмә араһындағы ишек ине. Ленин 65-тә һигеҙ ишек—тышҡы ишек, уң бүлмә ишеге, кухня ишеге, туалет ишеге, ванна ишеге, кабинет ишеге, һул бүлмә ишеге, йәнә балкон ишеге бар ине.

Ленин 31/33-тә ун ишек—«тышҡы ишек, уң бүлмә ишеге, ванна ишеге, туалет ишеге, кухня ишеге, бәләкәс бүлмә ишеге, зал ишеге, кабинет ишеге, ике балкон ишеге».

Шулай һанап ултырыр ине. Хәҙерге өйөмдә 13 ишек.

Иң бәхетле йылдарым өс ишекле фатирҙа (1947-1953) үтте кеүек. Ул саҡта юҡтан бар булдыҡ. Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ саҡта фатир хужаһы булдыҡ. Карауат, өҫтәл һатып алдыҡ. Асылда бөтәбеҙҙе лә берҙән-бер ишекле торлаҡ көтә.

27.07.04.

19-22 июлдә Ҡазанда булдым. Шәймиев менән  осраштыҡ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында ифрат асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Был хаҡта ул да борсола. Миңә тура әйтте:

—Бынан ары борсолма. Үҙем тарафынан мин ара боҙоуға юл ҡуймам. Хәҙер яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күп.

Мине үтә ихлас ҡабул итте. Күреп торам: ҡыуанды. Әлфиә менән бергә барғайныҡ. Кистән Тимербулат та килеп төштө. Шәймиевта улар ҙа булды. Осрашыуҙа Зилә Вәлиева, Ренат Харис, Фоат Fәлимуллин ҡатнашты.

Был осрашыу тураһында телевидение, радио күп тапҡырҙар хәбәр итте, газеталар яҙҙы.

Кисә  Мортаза  Fөбәйҙуллович менән күрештек. Ҡазанда осрашыу тураһында һөйләнем. Ул бик риза ҡалды. «Шәймиев менән төшкән һүрәтеңде «Татарстан» газетаһында күрҙем»,—тине.

85 йәшлегемде шымыраҡ үткәреү теләгемде белдерҙем. «Ул һинең иркеңдә генә түгел,—тине.—Мостай Кәрим берәү генә бит әле...»

Унан сыҡҡас, Раузаның ҡәберенә барҙыҡ. Һәйкәлен бик матур эшләгәндәр. Күңелдә яманһыу ҙа, ниндәйҙер тыныслыҡ та бар.

Матур ғына ямғыр ҙа яуып үтте.

***

Был хат ҡағыҙҙар араһынан килеп сыҡты.

Письмо из психбольницы.

«Мустай, ты человек честный, справедливый, добросовестный. Мы, психбольные, читаем в палатах больницы твои гениальные стихи.  19.01.1987».

Ярты быуат буйы ҡанат ҡағам

Өмөттәрҙән, дәрттән, һөйөүҙән.

Ҡай ваҡытта ҡапыл ҡурҡып ҡуям

Йәшәүемә ят күҙ тейеүҙән...

Бәхетлеме? Бәлки, кәрәкмәйҙер

Бәхетлегә бәхет юрауҙар.

Килгән болот китер өсөн килде,

Бөтөр өсөн төштө ҡырауҙар...

* * *

Fүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,

Һәр бер һулышыңды тоямын.

Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең,

Тик һаман һин минең хыялым...

* * *

Йылын түгел, хатта айын,

Аҙнаһын

Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә

Яҙмаһын.

* * *

—Ҡайғың ауыр, әммә иламайһың,

Һинең кеүек түҙем ир һирәк.

—Иламауым сабырлыҡтан түгел,

Иларға ла, дуҫым, көс кәрәк.

* * *

«Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде»,—тиһең.

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.


Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

Бер саҡ килер үлем—ят ҡунаҡ.

Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ.

* * *

Атай—

Һаман ата арыҫлан ул,

Баҫҡан ерҙә ташты илата,

Әсәй—

Әүәлгесә

Ҡайғыһын да,

Шатлығын да йәшкә сылата.

* * *

Ҡатындарға ирҙәр сәскәләрҙе

Төнгә ҡаршы бүләк итәләр.

Шуға күрә шиңгән сәскә менән

Ҡаршылана байтаҡ иртәләр.


Бер ҡатлыраҡ шаян саҡтарымда

Ул хистәрҙе мин дә татыным,

Сөнки төнгә ҡаршы

Төнгө һуҡыр

Сәскәләрҙе мин дә ташыным.


Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам,

Ысыҡ кипмәҫ борон гөлдәрҙә;

Ҡояш сыҡҡан саҡта, сәскә ҡуям

Ул баш һалған йомшаҡ мендәргә.

БАЛАЛАР ИЖАДЫНДА МОСТАЙ КӘРИМ

М.Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә Сибай ҡалаһының балалар модель китапханаһы ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында «Сибай балалары Мостай Кәримгә» тигән исем аҫтында конкурс үткәрҙе. Был бәйгелә 52 бала ҡатнашты һәм улар иншалар, уймаҡ хикәйәләр, һүрәттәр, шиғырҙар һ.б. башҡа төр ижади эштәр буйынса көс һынашты. Гәзит уҡыусыларға ошо конкурста беренсе урын яулаусы Сибай гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Ибраһимованың «Оксанаға хат»ын тәҡдим итәбеҙ.

ДУҪЛЫҠ СӘЛӘМЕ

Оксанаға хат

Һаумы, яҡын дуҫым Оксана! Алыҫ илдәрҙән һиңә шулай уҡ ҡайнар сәләмдәрен атайым, әсәйем еткерә, Марат ағайым һәм ғаиләһе лә ҡушыла.

Бик күп йылдар үтте, ағын һыуҙар аҡты, тик һинең менән күрешкән көндәр бөгөнгөләй хәтерҙә, улар күңел түренә үтеп ингән. Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә йәш өҫтәп олоғайҙыҡ, ҡарттар ҡорона индек, тик йөрәк кенә һаман йәш ҡала.

Оксана дуҫым, һине Петро ағай алып киткәс, ниндәйҙер бушлыҡ хисе солғап алды. Һин бит беҙҙең өйҙөң генә түгел, ауылдың, хатта илдең йәме инең. Шул матур тойғо күңелебеҙҙә мәңге һаҡлана.

Петро ағайҙың хатын алып ҡыуандыҡ. Ҡунаҡҡа саҡырып яҙған юлдарын уҡыу менән шатланып юлға әҙерләнә башланыҡ. Һуғыш яралары һыҙлап аҙаплаһа ла, атайым да сәфәргә йыйынды. «Һуғыш ул яраларҙа ғына түгел, халыҡ хәтерендә, тарихында ла онотолмаҫ, юйылмаҫ иңрәү»,—тип әйтеп ҡала ул. Әле лә күпме йылдар үткәндән һуң осрашабыҙ тигәндә, һеҙҙең илде—Украинаны тағы һуғыш уты ялмап алды. Бар халыҡ өсөн тетрәндергес хәл. Кешелек өсөн һуғыш уты тағы ла сикһеҙ ҡайғы килтерҙе.

Оксана, һин борсолма! Һинең улыңдың ғаиләһен ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең илдә улың үҙен сит тоймаҫ, тип ышанам. Уңышлы ғына эш урыны ла табылды. Донъяла тәрәнлеге буйынса икенсе урынды биләгән Сибай карьерында хеҙмәт юлын башланы. Ейәнең Сергей эргәләге мәктәпкә уҡырға бар-ҙы. Уҡытыусылары «тәртипле, яғымлы бала»,—тип маҡтап ҡына тора. Ә ейәнсәрең Оксана тап үҙеңдең бала сағың. Хәҙер инде ул беҙҙең өйҙөң йәме булып йүгереп йөрөй.

Оксана, һинең өсөн дә беҙҙең өйҙөң, илдең ишектәре һәр ваҡыт асыҡ, сөнки һин—Башҡортостан менән Украина араһындағы дуҫлыҡ символын сағылдырыусы шәхес ул.

Оксана, балалыҡ дуҫым минең, һинең һәм украин халҡының ышаныслы дуҫтары, ныҡлы таяныстары бар икәнлекте иҫеңдән сығарма.

Һиңә уңыштар теләп ҡалыусы—Йәмил дуҫың.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap