Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
10.07.2012
ИЛҺАМЛЫ БУЛДЫ ИЖАДИ МИҘГЕЛ
Untitled document

Сибай ҡалаһының «Сулпан» дәүләт балалар театры коллективы ѳсѳн 19-сы ижад миҙгеле күп яҡлап иҫтәлекле булды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә ижади коллектив 5 премьера әҙерләп сығарыуға ѳлгәште.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Мѳхәббәт һәм нәфрәт» драмаһын сәхнәләштереүҙән башланған миҙгел артистар күңелендә тағы бер иҫтәлекле ваҡиға менән уйылып ҡалды: Тѳркиәнең Конья ҡалаһында уҙған 5-се «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара тѳрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә ирештек. Был ике тиҫтә йылға яҡын эшләп килгән театр коллективының сит ил тамашасыһы алдында тәүге тапҡыр сығыш яһауы ине. «Мѳхәббәт һәм нәфрәт» спектакле театр сәнғәте белгестәре тарафынан юғары баһаланды.

Ижади тѳркѳмдѳң башҡа спектаклдәрен дә Сибай ҡалаһының барлыҡ мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре бик яратып ҡабул итте. Әйтәйек, ҡаланың 9-сы лицейының башланғыс класс уҡыусылары «Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы», «Күңелле сумаҙан», «Урал батыр», «Тылсымлы ҡыҙ» спектаклдәре премьераларын ғына түгел, репертуарҙағы «Берҙән-берем»,«Түбәтәй һәм Ѳфѳ», «Похищение хулигана», Сказка о царе Салтане», «Бүре башы ун ике», «Шырпы-таяҡ», «Хәүефле каникулдар» спектаклдәренең береһен дә ҡалдырмай ҡараны. Ижадыбыҙға битараф булмаған был белем усағының йәш тамашасыларын йәйге мәк-тәп яны лагеры осоронда дискотека менән ҡыуандырҙыҡ. Үҙенсәлекле күңел асыу сараһын киләсәктә лә дауам итергә ниәт бар. Шулай уҡ беҙҙең артистарыбыҙ ололар алдында ла бик теләп сығыш яһай. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең ҡарттар бүлегендә йәшәүсе инәй һәм олатайҙар ѳсѳн «сулпан»дар һәр саҡ кѳтѳп алынған ҡунаҡ.

Үрҙә һанап үтелгән спектаклдәр Сибай ҡалаһы ғына түгел, тотош Урал аръяғы тѳбәге, Мәләүез, Күгәрсен райондары сәхнәләрендә, Ѳфѳ ҡалаһының бер нисә балалар баҡсалары залдарында ике телдә лә ҡуйылды.

Шулай уҡ «Рәсәй башҡорттары» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ырымбур, Силәбе ѳлкәләренә гастролдәр менән сығыу форсаты тейҙе. Силәбе ѳлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Сосновка райондарына яһаған сәфәребеҙҙә Әлеш ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған Шәжәрә байрамында ҡатнаштыҡ.

Театрыбыҙҙың художество етәксеһе Гѳлнара Әнүәр ҡыҙы Вәлитова башҡарылған эштәрҙе барлап, түбәндәгеләрҙе һѳйләп уҙҙы.

—Спектаклдәрҙән тыш, беҙҙең артистар ҡалала уҙған бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. «Атайсалдың ете мѳғжизәһе», Яңы йыл байрамы, «Һылыуҡай» бәйгеләренең уртаһында ҡайнауыбыҙ коллективтың баһаһын тағы ла күтәреп ебәрҙе. «Ирәндек моңдары» конкурсының балалар араһында үткән бәйгеһен инде театр тулыһынса үҙ кѳсѳ менән уҙғарҙы. Күптән түгел беҙҙең ҡалала үткәрелгән «Урал батыр» республика йәш сәсәндәр ярышында «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән спектаклебеҙҙе күрһәттек. Бик йылы ҡабул иттеләр,—ти художество етәксе, коллективтың эшенән ҡәнәғәт булыуын йәшермәй.—Ситтән күҙәтеүселәргә генә театр романтика, матурлыҡ донъяһы булып күренә. Ә шаршау артында артист, режиссер, тотош коллективтың ныҡышмалы, оҙайлы хеҙмәте дауам итә. Ана шул хеҙмәтебеҙҙе аңлап, ихлас ҡабул иткән йәш тамашасыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ бағыусыларыбыҙға рәхмәтебеҙ ҙур. Шәхси эшҡыуар П.Замесин, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, Башҡортостан шахта идаралығы, Баймаҡ ПМК-һы етәкселеге беҙҙе бер ваҡытта ла ярҙамынан ташламай.

Миҙгел ябылыуға ҡарамаҫтан, артистар бѳгѳн дә ҡаланың мәктәп яны, ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарында тәрбиәүи эштәрен дауам итә. Баймаҡ районының Граф, Талҡаҫ күлдәре янындағы, Йылайыр районының Һынташ ауылы эргәһендәге «Дуҫлыҡ» лагерҙарында, Әб-йәлил районының Яҡтыкүл янында ял итеүселәрҙе лә әленән-әле тамашалар менән ҡыуандырып торабыҙ.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap