Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
АМАНАТҠА ХЫЯНАТ ИТМӘЙБЕҘ
Untitled document

Һәр йыл һайын октябрь айы етһә, ирекһеҙҙән районыбыҙҙың, республикабыҙҙың күренекле шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге премияның тәүге лауреаты, данлы Буранбай ауылы егете Рәйес Түләкте иҫләп юҡһынам. Сөнки Рәйес тап ошо октябрь айында донъяға килгән. Ә быйыл талант эйәһенә 55 йәш тулған булыр ине. Эйе, уның күпме әйтер һүҙе, еткерер теләге әйтелмәйенсә, халыҡҡа етмәйенсә ҡалды...

Баймаҡ районында тиҫтә йылдан ашыу «Йәнгүҙәй» әҙәби берекмәһе уңышлы эшләп килә. Берекмә ағзаларының теләге менән дөйөм йыйылышта уға Рәйес Түләктең исемен бирергә ҡарар иттек. Ысынлап та, берекмәгә яҡташ шағирыбыҙҙың уй-фекерен үҙ иткән ижадсылар тупланған.

Заманында берекмәне талант-лы журналист, шағирә Гөллирә Исхаҡова етәкләгәйне. Әле был эште «Һаҡмар» гәзитенең хәбәрсеһе Айгөл Иҙелбаева ышаныслы дауам итә. Берекмә эшендә йәштәр менән бергә оло быуын вәкилдәре лә, мәҫәлән, Миҙхәт Байрамғолов, Борис Хәйретдинов, Камил Монасипов, Рауил Теләүбирҙин, Сәлимә Хәсәнова, Исмәғил Мөхәмәтйәнов, Вара Буранбаев Урал Мостафин, Азамат Тажетдиновтар әүҙем ҡатнаша. Уларҙың күптәре—бер нисә китап авторы. Йәштәрҙән Айгөл Иҙелбаева, олораҡ быуын вәкилдәренән Урал Мостафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора.

Ошо көндәрҙә Борис Хәйретдиновтың «Ете лә ырыу, береһе—Бөрйән» китабының сигнал варианты тикшерелде. Мең биттән торған был әҫәрҙе автор ҡулъяҙма, тип билдәләгән, тик ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә уны роман тип атарға була. Берекмә ағзалары һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре йыйынтыҡты нәшриәттә сығарыу өсөн мөрәжәғәт ҡабул итте.

Рәйес Түләк исемен йөрөткән берекмәлә йәштәр ҙә уңышлы шөғөлләнеп, үҙҙәренең ижади һәләттәрен сағылдыра. Зилә Fәйетҡолованың «Урман ҡыҙы» исемле китабы уҡыусыларҙа матур тойғолар ҡалдырҙы. Айгөл Иҙелбаеваның да ошо ваҡыт эсендә ике китабы донъя күрҙе.

Август айында Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге Республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Раушанияның тәүге китабының исем туйы үтте. Был ваҡиға ла берекмәнең ижади ҡомары булғандарға рухи аҙыҡ бүләк итеүен, үҫергә юл күрһәтеүен асыҡ һөйләй. Беҙгә район китапханаһы директоры Луиза Ҡаһарман ҡыҙының һәм бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамы ифрат ҙур. Улар менән берлектә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев, драматург Ә.Яхина, яҙыусы Х.Тапаков, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе В.Исхаҡов, «Ташлама, әсәй!» китабы авторы, хәбәрсе А.Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар күңелдә йылы хәтирә булып һаҡлана.

Берекмә Рәйес Түләк ижадына арналған, шулай уҡ шағирға бағышланған ижади бәйге лә уҙғарҙы һәм уның республика кимәлендә үтеүенә лә булышлыҡ итте. Был конкурста шағир Фәнис Сирбаев беренсе урын яулағайны. Fөмүмән, Рәйес Түләк исемен йөрөтөүсе берекмә шағирҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға, халҡыбыҙға хеҙмәт итергә, милләтебеҙ ғәме менән янып йәшәргә тырыша.

Халҡыма мин

алтын тәхет ҡойҙом,

Йөрәгемдән һурып ҡан менән.

Аңдарына хыялымды уйҙым,

Аманат, тип ҡабул итһендәр,—тип яҙҙы шағирыбыҙ. Беҙ ошо аманатҡа хыянат итмәҫкә тейешбеҙ.

Рәйсә Иҫәнбаева.

«Йәнгүҙәй» әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Баймаҡ районы

Ниғәмәт ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap