Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«ХАЛҠЫМА МИН АЛТЫН ТӘХЕТ ҠОЙҘОМ...»
Untitled document

Башҡорт әҙәбиәте күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыған һәм фани донъянан бик иртә киткән Рәйес Түләк, иҫән булһа, ошо көндәрҙә 55 йәшен тултырған булыр ине. Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән талантлы шағир ҡыҫҡа ғүмерендә биш шиғри йыйынтыҡ сығарып, «Ҡашмау» тип исемләнгән китабы өсөн Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булып өлгөрҙө. Беҙ уны бөгөн дә шиғырҙары, үлемһеҙ әҫәрҙәре аша иҫләйбеҙ, ҡәләмдәштәре, дуҫтары, туғандары уның хаҡында матур хәтирәләр һаҡлай. Ә инде поэзияһына килгәндә, ул үҙе бер айырым донъя, айырым аң һәм фәлсәфә. Ундай ижад һәм ижад итеүселәр бик һирәк.

Нигеҙ

«Ташлай күрмә

туған нигеҙеңде!»—

Икегеҙ ҙә шулай тинегеҙ.

Атай, әсәй! Мин бит ташламаным,

Йөрәгемдә йәшәй ул нигеҙ.

Йөрәгемә нигеҙләнгән нигеҙ—

Шатлыҡ йыры, һағыш йырҙары.

Йылдар үтә, маңлайҙарға сыға

Тыуған нигеҙҙәрҙең һырҙары.

Өмөт өҙөп, баштар әйләнгәндә,

Уй-хистәрҙең йөкмәп тиңһеҙен,

Был донъяла тотоп ҡала бара

Мине оло тыуған нигеҙем.

Уйыл

«Уйыл—диңгеҙ, Уйыл—диңгеҙ

Уйылыр инде быйыл.

Ҡылған кеүек сал сәстәрем

Ҡойолор инде быйыл…»

«Уйыл—диңгеҙ, Уйыл—диңгеҙ…»

Диңгеҙе ҡайһы яҡтың?

Бишек йырыма йәштәш һин,

Бишек йырымдай яҡын.

Өйөбөҙҙә ошо йырһыҙ

Үтмәне ҡунаҡ-йыйын.

Яңыртһа уны хәтерем,

Яңырған кеүек ҡойон.

Биҙрәп көтәм шул ҡойондоң

Көйҙөрөп үтер мәлен:

Үҙем ир етмәй белмәнем

Яралы ирҙең хәлен…

Күкрәгендәге яраһын

Бер кемгә һиҙҙермәне…

Ҡылған кеүек сал сәстәре

Ҡойолоп өлгөрмәне…

«Уйыл—диңгеҙ, Уйыл—диңгеҙ

Уйылыр инде быйыл».

Атай ергә уйылғанға

Ун бер инде быйыл…

* * *

Янған ағас хатта ер аҫтында

Һис серемәй, тиҙәр.

Ил хәтерендә лә һаман иҫтә

Янып ауған ирҙәр.

Тарих ҡуйынына күмелһә лә,

Һүнһә лә ир йәне.

Өшөгәндә һеҙгә һыйыналар

Салауат, Бабич, Рәми.

Рухығыҙҙыр яна, ахыры, һаман,

Күпме баҡма һынап—

Тереләрҙең янмауҙарын күреп,

Янаһығыҙ һымаҡ.

* * *

Сит милләт вәкилдәренә тормошҡа сыҡҡан башҡорт һылыуҙарына

Яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы,

Яраларым тағы яңырҙы…—

Күпме башҡорт

ғәзиз башын һалған,

Һаҡлайым, тип, һинең тамырҙы.

Өҙөлөп осҡан

шул баштарҙың һуңғы

Уйы булған һеҙҙең турала—

Һине, мине шат йәшәһен тиеп,

Сат йәбешкән башҡорт Уралға.

Белмәйһеңме һуң һин?

Әҙме батша

Башҡорт бөтһөн тиеп тырышҡан.

Һаман күптәр,

беҙ ишәймәһен тип,

Дер ҡалтырап тора ҡурҡыштан.

Ә һин халҡың сиген аша атланың,

Халҡың сиген, сиген илеңдең.

Үҙеңдеке булырыңдан алда

Милләтебеҙҙеке инең һин.

Һине тотоп бер һыҙырғым килә,

Бер илағым килә үкереп:

Әсәң ҡәберенә төкөрөү бит был,

Атаң ҡәберенә төкөрөү.

Fәфү итәм, тиеп уҡталып та,

Һыйҙыра алмайым

һис бер ҡалыпҡа—

Йөрәк аҫтындағы Салауаттарҙы

Һаттың, һылыу, ят бер халыҡҡа.

Баймаҡҡа йыр

Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек,

Офоҡтар ҡатлы-ҡатлы.

Был ерҙәр беҙгә әсәйҙәр,

Атайҙар аманаты.

Был ҡанатлы офоҡтарҙан

Кемдәр ҡанатланманы?!—

Ошонда инде талдарҙың

Ҡырҡҡанда ҡан тамғаны.

…Минең сабый биләмәмдә

Тәү күргән офоҡтарым.

Һинән ҡалҡты минең тәүге

Ҡояшым, болоттарым.

Һинән ҡалҡып күренгәне

Юғалды һиңә боҫоп.

Ниндәй серҙәр һаҡлана һуң

Һинең ышыҡта, офоҡ?!

…О, һиндәге ул йәйғорҙар,

Һиндәге һаҙағайҙар!...

Айыра бит беҙҙе хәҙер

Офоҡтар, йылдар, айҙар.

Һөйөнәм дә,

Көйөнәм дә

Һинән киткән мәлемә.

Мин бит мәңгегә

китмәнем,—

Бер ҡайтырмын (мәңгегә).

…Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек

Офоҡтар ҡатлы-ҡатлы.

Был—Баймаҡ йөмһүриәте,

Был—Баймаҡ ҡағанаты!..

Тыуған еремә

Күк Ирәндек ҡаяһына баҫып

Ҡарап торам тирә-яғымды.

Миңә таныш

Минең үҫкән ерем,

Шуға улар матур, яғымлы.

Аҫта урман, ап-аҡ ҡарт ҡайындар,

Һылыу шыршы, ғорур ҡарағас.

Теҙелеп үҫә бөҙрә һары талдар,

Матурлығын биреп һәр ағас.

Ә алыҫта тигеҙ ялан ята,

Унда иһә төрлө сәскәләр.

Талҡаҫ ярҙарында томбойоҡтар

Тирә-яҡҡа йәмен сәсәләр.

Көндө маҡтап ҡоштар

һайрашалар,

Талдан-талға ҡуна һандуғас.

Моңло йыры менән ярышалар

Күктә һыҙылып алһыу таң тыуғас.

Тирә-яҡҡа йәм һәм шатлыҡ биреп

Талҡаҫ ята ғорур ялтырап,

Уға ағып төшә кескәй йылға

Таштан ташҡа һуғылып сылтырап.

Оҙатыу

Август айы.

Үлән япраҡтары

Ялтырайҙар киске яуындан.

Сығып киттем шул саҡ

һаубуллашып,

Уҡырға тип, тыуған ауылдан.

Бер йылмайып атай ҡулды ҡыҫты

Оҙата килеп ҡапҡа янына.

«Һау бул, улым,—тине,

—йыраҡ китәң,

Бәлки күрә алмам яңынан».

Ҡарт имәндәй атай

баҫып ҡалды,

Артҡа ҡуйып һөйәл ҡулдарын.

Бәлки һәр саҡ

Шулай һүҙһеҙ генә

Оҙатҡандыр башҡа улдарын.

Оҙата килде әсәй,

Ҡулдарымдан тотоп,

Яулыҡ осона һөртөп йәштәрен.

Үҙе һөйләй, изгелеккә юрап,

Ҡасандыр бер күргән төштәрен.

Аҡ ҡайынға еткәс,

мин туҡтаным

Һәм ныҡ итеп ҡыҫтым ҡулдарын.

Ә әсәйем йәштәренә быуылып,

Бик йыш итеп алып тындарын

Күҙҙәремә ҡарап һүҙһеҙ ҡалды

Айырылышыу ваҡыты еткәндә,

Ә унан һуң көскә:

«Һау бул»,—тине

Мин ҡуҙғалып ары киткәндә.

Мин алыҫҡа киттем,

Әсәй ҡалды.

Ялбыр аҡ ҡайынға һөйәлеп,

Күҙ йәштәрен һөртөп яулығына,

Болғай-болғай ҡулын, эйелеп.

Йылдар үтте.

Мин күп ерҙәр күрҙем.

Ләкин иҫтә оҙатып килеүең.

Аҙаҡ белдем әсә йөрәгенең

Бала өсөн нисек тибеүен.

Талҡаҫым тулҡындары

Күҙ алдымдан бер ҙә китмәй

Талҡаҫым тулҡындары.

Йәшлектәге саф мөхәббәт,

Һөйөүем ялҡындары.

Баш эйәләр талғын елгә

Талҡаҫым ҡамыштары.

Fүмерлеккә юлдаш булды

Тыуған ер һағыштары.

Һаман иҫтә һуҙылып ятҡан

Талҡаҫым томандары.

Һүнмәҫ булып һыҙылып атҡан

Йәшлегемдең таңдары.

Һыуға сумғас йәнем тойҙо

Талҡаҫ күле һалҡынын.

Һис бер нәмә һүндерә алмаҫ

Беҙҙә һөйөү ялҡынын.

Йәшлегемә арнап

Йөрәк һөйә өҙөлөп тик берәүҙе,

Ә башҡалар уға тиң түгел.

Сөнки һөйөү шаулы тау йылғаһы,

Тоноп ятҡан тыныс күл түгел.

Күпме күрҙем

матур айлы төндө

Саф йәшлегем үткән сағында.

Ләкин һинең менән булған төндө

Күрерменме икән тағын да.

Йылдар үткәс, бәлки,

ҡаплар әле

Йәшлегемдең тормош эҙҙәрен.

Күҙ алдымдан китмәҫ

шул саҡта ла

Һинең көләс, яҡты йөҙҙәрең.

Йылдар һаны күпләп үтһәләр ҙә

Ваҡыт юймаҫ һинең исемде.

Һүндерә алмаҫ һиңә

тоғро булған

Йәшлектәге һөйөү хисемде.

Эх һин, йәшлек,

тәүге мөхәббәтем,

Һеҙҙе һис тә маҡтап туймайым.

Ваҡыт үтте йәшлек менән бергә,

Ләкин йәшлек дәртен ҡуймайым.

Исмәғил Мөхәмәтйәнов.

Баймаҡ ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap