Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.07.2012
ТОРМОШ АСЫЛЫ―ИЖАДТА
Untitled document

 

Ғәҙәттә, беҙ ваҡыты-ваҡыты менән тормошобоҙҙоң иң йәмле осоро булып иҫтә ҡалған балалыҡ йылдарына әйләнеп ҡайтып, татлы уй-хәтирәләргә бирелеп ултырырға яратабыҙ. Ошо кѳндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләүсе Гѳлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарованың да иң ҡәҙерле йылдары йәшәү инеше булған бала саҡ һәм йәшлек осорона барып тоташа.

Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ижади мѳхиттә һәм бик рухлы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның ѳләсәһе—РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡунаҡбикә Ғѳбәйт ҡыҙы Тулыбаева оҙаҡ йылдар Темәс мәҙәниәт йортон етәкләй һәм ваҡытында бик кѳслѳ етәксе булып таныла.

—Ѳләсәйем эшләгән дәүерҙә Темәс гѳрләп торҙо. Мәҙәниәт йортонда береһенән-береһе сағыуыраҡ театр, бейеү һәм йыр ансамблдәре эшләне. Районда иң кѳслѳ бейеү коллективы ла беҙҙә булды. Минең атайым да, әсәйем дә дандары тирә-яҡҡа таралған оҫта бейеүселәр ине. Уларҙы ваҡытында Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә «ҡоҙалағандар». Атайым унда барып стажировка ла үтеп ҡайтҡан. Әммә донъя мәшәҡәте, балалар тип, ауылда ҡалғандар. Хәҙер иҫләйем дә аптырайым, кѳнѳ-тѳнѳ водитель булып эшләгән атайым нисек бейергә ваҡыт тапҡандыр. Әле лә иҫтә: ул кискеһен ҡайтып инер ине лә, ҡулын йыуып, ҡапҡылап алғас, туп-тура мәҙәниәт йортона йүгерер ине. Ҡандан бирелгәндер, күрәһең, яҙмыш беҙҙе уратып йѳрѳтһә лә, мин һәм Эльвира һеңлем бейеү сәнғәтен һайланыҡ. Сѳнки тѳп һѳнәребеҙ буйынса мин—тарихсы, ә һеңлем—биолог,—тип хәтер йомғағын тағата Гѳлназ Вәкил ҡыҙы. Атаһы Вәкил Яҡуп улы Аҡназаров сығышы менән Әхмәр ауылынан, ул унда бейеү коллективын етәкләгән була. Ә әсәһе Рәйсә Хашим ҡыҙы Ҡаһарманова Темәс мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле етәксеһе була.

—Атайым гел генә, Ирәндек егеттәрен Темәс ҡыҙҙары менән берләштерһәң, ниндәй шәп бейеү ансамбле килеп сығыр ине, тип әйтә торғайны. Улар беҙгә, ѳс балаһына, дѳрѳҫ тәрбиә бирҙе. Үҙебеҙ уҡый алманыҡ тип, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Ағайым Фәнил Ѳфѳлә ауыл хужалығы институтын тамамланы. Студент йылдарында ул да шәп бейене. Ағайымды ла Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә саҡырған булғандар. Хәҙер ул эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнә. Мин тәүҙә бейеү серҙәренә тѳшѳнәм тип, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлегенә индем, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Артабан ата-әсәйемдең теләген тормошҡа ашырыу ѳсѳн БДУ-ның тарих факультетын бѳтѳрҙѳм,—тип дауам итте һүҙҙе Гѳлназ Вәкил ҡыҙы.

Тап Ѳфѳлә уҡыған сағында Гѳлназ Аҡназарова шәхес булараҡ үҫешә тиһәк тә, хата булмаҫ. Башҡорт дәүләт университетын да ул осраҡлы рәүештә һайламай. Сѳнки БДУ-ның бейеү ансамбле уҡыу йорттары коллективтары араһында иң кѳслѳләрҙән һанала. Бейеү сәнғәтен биш бармағы шикелле яҡшы белгән студент ҡыҙҙы шунда уҡ ансамбль етәксеһенең ярҙамсыһы итеп эшкә алалар. 1988 йылда иһә Гѳлназ Вәкил ҡыҙын ансамбль етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул илһамланып эшкә тотона һәм ансамблгә «Ирәндек» тип исем бирә. Студенттарҙан торған бейеү коллективы ул осорҙа бик күп илдәр буйлап гиҙә. Гѳлназ Вәкил ҡыҙы бер юлы студенттар клубы директоры вазифаһын башҡарырға ла ѳлгѳрә. Шулай уҡ бейеүсе ҡыҙ комсомол, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша.

—Ул дәүерҙә патриотизм кѳслѳ булды бит. Тарих факультеты уҡытыусылары беҙҙең милли аңыбыҙҙы һәм рухыбыҙҙы үҫтереүгә күп кѳс һалды, тѳплѳ белем бирҙе. Юҡҡа ғына курсташтарымдың күбеһе фән кандидаттары, профессор булып китмәгәндәрҙер,—ти Гѳлназ Вәкил ҡыҙы.

1993 йылда Сибай ҡалаһында филармония асыла һәм Гѳлназ Аҡназарованы шунда бейеү ансамбле тѳҙѳргә саҡыралар. Талантлы хореограф бында ла һынатмай. Ул тиҙ арала бейеүгә һәләтле 10 ҡыҙ һәм 4 егетте табып, башкѳллѳ яратҡан эшенә тотона. Тәүгеләрҙән булып был ижади коллективҡа ҡыҙҙарҙан Сулпан Асҡарова, Йәмилә Бикбаева, Гѳлназ Нәҙершина, Рәйсә Мараканова, Нәйлә Яҡупова, Гѳлнара Ғәбдүшева, Айгѳл Бохарбаева, Элеонора Нуриәхмәтова, Ольга Бужаева, Эльвира Хисаметдинова, егеттәрҙән Айтуған Дәүләткирәев, Азат Нәбиуллин, Фәйзулла Ғѳбәйҙуллин һәм Руслан Сапышевтар эшкә килә. Артабан бейеү ансамбле тағы ла йәш кѳстәр менән тулылана.

—Һеңлем Эльвира ла ошо ансамблгә ҡайтты. Шул осорҙа 5 кеше Мәскәүҙә уҡып белемен арттырҙы. Бейеүсенең аҡылы аяҡта тип кенә йәшәргә ярамай, ижад кешеһе тѳрлѳ яҡлап белемле, киң ҡарашлы булып үҫергә тейеш. Ата-әсәйем дә беҙҙе шулай ѳйрәтте. Атайым ярты эш хаҡына тѳрлѳ гәзит-журналдар яҙҙырыр ине. Һәм беҙ ғаиләбеҙ менән талашып милли баҫмаларҙы уҡый инек. Әлбиттә, ата-әсәйҙең юҡлығы һиҙелә, сѳнки улар ижадымдың сығанағы булып тор-ҙо. Филармонияла эшләгәндә «Ритайым» исемле ҙур программа әҙерләнем. Ундағы барлыҡ бейеүҙәргә атайымдың һәм әсәйемдең хәрәкәттәрен индерҙем. Мин шуға ҡыуанам: атайымдың тѳҫѳ булып күргән Камил һәм Дамир ағайҙарым сәнғәттән әлегәсә айырылғандары юҡ,— ти бейеүсе Аҡназаровтар династияһын дауам итеүсе. Сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһының бар нескәлеген тоя белгән Гѳлназ Вәкил ҡыҙын оҙаҡламай Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был дәүерҙә филармония ҙур үҫеш юлы үтә һәм республика кимәлендә танылыу яулай. Ошо осорҙа күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн Г.В.Аҡназарова юғары наградаға—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була. Ә бынан ете йыл элек уның иңдәренә тағы ла яуаплыраҡ эш—ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын йѳкмәтәләр. Оҙаҡ йылдар был ѳлкәлә тәжрибә һәм оҫталыҡ туплаған Гѳлназ Вәкил ҡыҙы дәртләнеп эшкә тотона.

—Ижад шишмәһенең башы үҙешмәкәр коллективтарҙан килә. Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары барыһы ла бер бәйләмдә тығыҙ эшләй. Шуға ла мәҙәни саралар беҙҙә бик юғары кимәлдә үтә. Ҡалала 36 бейеү ансамбленең эшләп килеүе лә күп нәмә хаҡында һѳйләй,—тип һѳйѳнә Гѳлназ Вәкил ҡыҙы. Үҙ эшенә мѳкиббән бирелгән, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ һәм ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошона йән ѳрѳүсе ханымға ҡарап һоҡланмау мѳмкин түгел. Тап Гѳлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова ише шәхестәребеҙ республикабыҙ данын арттырыуға һәм иң матур сәнғәт ѳлгѳләрен киләсәк быуынға һаҡлап ҡалдырыуға ҙур ѳлѳш индерә лә инде.

Альбина Таһирова.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap