Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
КҮРЕНМӘГӘН ДОШМАН БИГЕРӘК ЯМАН
Untitled document

1986 йылдың 26 апрелендә кешелек ҙур фажиғә кисерҙе—Чернобыль атом-электр станцияһы шартланы. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә тәүгеләрҙән булып Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән егеттәр, илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән 30-35 йәшлек ир-азаматтар йүнәлтелде. Баҡтиһәң, кеше ни тиклем йәш булһа, шул тиклем радиацияға тиҙ бирешә икән. Атом-электр станцияһындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һалдаттарҙың күбеһе (80 проценты) был яҡты донъяла юҡ инде. Ә бына урта йәштәрҙә булған ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер балаларын кеше итеп, ейәндәр һөйөү бәхетенә ирешә башланы. Әммә уларҙың нәҫелендә мәңгелек мөһөр—Чернобыль эҙемтәһе.

—Авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең генә түгел, уларҙың балаларының, ейәндәренең дә сәләмәтлеген күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Күптән түгел атаһы «чернобылсы» булған 16 йәшлек ҡыҙҙың аналығында яман шеш табылды. Буйға үҫеүҙән туҡтамаған 2 метр 17 см-ға еткән егет инвалидлыҡ юллай алмай интегә. Радиация нуры алған кешеләрҙең балалары ғына түгел, ейәндәре лә төрлө сирҙәргә дусар булып тыуа,—тип башланы һүҙен Сибай ҡалаһында күсмә кәңәшмә уҙғарған Рәсәй дәүләт медик-дозиметр регистрының республика үҙәге етәксеһе М.Х.Fәбиҙуллина.—Был категорияға ҡараған граждандар дәүләт ярҙамына мохтаж. Ватандары алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүселәр яҙмышына битараф булырға ярамай.

«Чернобылсылар» иң беренсе нәүбәттә медицина ярҙамына мохтаж. Шуға күрә үҙәк белгестәре табип-невролог Р.М.Хажиәхмәтов, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Н.А.Борисова ултырышта уларҙың сәләмәтлегенә иғтибар йүнәлтеүҙе талап итте. Чернобыль инвалидтары республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ф.М.Бахметов дөйөм проблемаларҙы күтәрҙе.

Кәңәшмәлә ҡала хакимиәте етәкселәре, табиптар, хәрби комиссариат, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы, Пенсия фонды, медицина-социаль экспертиза комиссияһы, суд-медицина экспертизаһы, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сибай ҡала дауаханаһының Чернобыль аварияһы ликвидаторҙары буйынса яуаплы табип В.Л.Шәрипова белдереүенсә, ҡалала 99 «чернобылсы» иҫәптә тора. 28 йыл эсендә 37 кеше үлгән. Улар-ҙан тыуған сирле 18 бала, 4 ейән, 21 инвалид-ликвидатор, шул иҫәптән радиациялы зонала булған 11 кеше, онкологик сирле 5 кеше иҫәпләнә. Ликвидаторҙар даими диспансеризация үтеп, сәләмәтлеген тикшертеп тора.

Республика үҙәге белгестәре Сибай табиптарының ғына түгел, Чернобыль катастрофаһы эҙемтәһен бөтөрөүселәр менән эшләүсе барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшен юғары баһаланы. Үҙәк етәксеһе М.Х.Fәбиҙуллина ҡала дауаханаһының баш табибы Р.А.Fөбәйҙуллинға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Почет грамотаһы менән «чернобылсыларҙы» диспансеризациялауға яуаплы табип Венера Ләбиб ҡыҙы Шәрипова бүләкләнде. Эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәр айырым контролгә алынды.

—Күренмәгән дошман—радиацияға ҡаршы торған кешеләр үҙ-үҙенә бикләнергә тейеш түгел, улар кеше араһында булырға, бер-береһе менән аралашып, тулы тормош менән йәшәргә тейеш. Шуға күрә уларҙың тормошон нисек тә йәнләндерергә тырышабыҙ,—тине кәңәшмә барышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин.—Ярҙамдан айырмайбыҙ, үтенестәрен кире ҡаҡмайбыҙ. Киләсәктә Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға арнап стела асырға ниәтләнәбеҙ.

Ултырышта белгестәрҙе был категорияға ҡараған һәр кешегә кешелекле булырға саҡырҙылар, сөнки уларҙың дөрөҫ эшенә ликвидаторҙарҙың, уларҙың балаларының, ейәндәренең ғүмере, йәшәйеше ныҡ бәйле. Fүмеренең алтын мәлдәрендә Тыуған ил саҡырыуы буйынса мөһим аҙым яһаған был кешеләргә заман геройҙары, тип ҡарарға кәрәк.

Г.Сәйетова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap