Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
АМБУЛАТОР ДИАЛИЗ БҮЛЕГЕ АСЫЛДЫ
Untitled document

Сибай ҡала дауаханаһында гемодиализ бүлеге 2006 йылда үҙ ишектәрен асты. Бөйөрҙөң ҡыҫан булыуынан ыҙа сиккәндәр бөгөнгө көндә бүлектең өсөнсө тапҡыр асылыуын кисерә. Тәүгеһе иҫке дауаханала, икенсеһе үҙәк дауахананың яңы бинаға күскәнендә булһа, өсөнсөһө—бүлек ошо көндәрҙә дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә амбулатор диализ бүлеге булараҡ яңы юҫыҡта эшләй башланы. Амбулатор диализ бүлегендә Сибай ҡалаһынан ғына түгел, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла ра-йондарынан 20-нән ашыу нефрологик сирлеләр дауаланасаҡ.

Амбулатор диализ бүлеген ҡанаты аҫтына алған һаулыҡ һаҡлау системаһының «Экома» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген «Диализ—хөкөм түгел, ә ғүмерҙең яңы бите» тигән оптимистик идеяға нигеҙләгән. Шәхси ойошма дауалауҙың был төрөн яңы кимәлгә күтәрәсәк.

Әгәр быға тиклем бүлектә 3 кенә процедура урыны булһа, яңыһында Японияла етештерелгән 6 аппарат ҡуйылған. Һыуҙы махсус таҙалау өсөн айырым кабинет булдырылған.

Гемодиализ барышында организмдағы матдәләр алмашыныуынан барлыҡҡа килгән токсик продукттар айырыла, һыу һәм электролит балансы көйләнә, махсус әҙерләнгән һыу менән ҡан таҙартыла. Ҡан таҙартылғанда сирле кешенең организмы аша 300-400 литрға тиклем һыу үтә. Бөйөрө ҡыҫан булыусылар диализ процесын аҙнаһына 3 тапҡыр үтергә тейеш. Шуға күрә һыуҙың үтә таҙа булыуы мотлаҡ.

Шәхси ҡулдарға күсер алдынан бүлектә тулыһынса ремонт үткәрелгән. Штатта 2 табип, 4 шәфҡәт туташы иҫәпләнә. Тулы ҡеүәтенә эшләгәндә амбулатор диализ бүлеге 18 пациентты ҡабул итә ала.

Яңыртылған бүлекте асыу тантанаһында Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов ҡатнашты. Башлыҡ табиптарға эштәрендә уңыштар, сирлеләргә түҙемлек, сабырлыҡ теләне. Нефрологик сирлеләр бүлектең дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

—Диализ ярҙамы элеккесә дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы бушлай атҡарыласаҡ. Йәғни, бөтә сығымдарҙы мотлаҡ медицина страховка компанияһы үҙ иңенә аласаҡ,—тип билдәләне «Нефролайн» диализ селтәрҙәрен үҫтереү буйынса менеджер Василий Рощин.—Гемодиализ өсөн япон аппараттары ҡулланабыҙ, бөтә медицина препараттары ла юғары сифатлы булыуы менән айырыла. Һуңғы осорҙа дәүләт диализдың сифатлы атҡарылыуын шәхси ҡулдарға һалыуҙы хуплай.

Амбулатор диализ бүлегенең баш табибы, табип-нефролог Алена Вилданова билдәләүенсә, неврологик сирлеләр ғүмеренең күп кенә өлөшөн дауаханала уҙғара. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәре был бүлектә көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Бында бүлмәләр яҡты, сисенеү, туҡланыу урындары айырым, мебелдәр ҙә бик ҡулайлы. «Экома» селтәре хеҙмәткәрҙәре Сибай табиптары менән йылы мөнәсәбәт булдырған. Киләсәктә ике яҡ та пациенттарҙы сифатлы дауалау өсөн бөтә тырышлыҡтарын һаласағын белдерҙе.

Һүрәттә: шәфҡәт туташы Л.Р.Шаһиғәлина

пациент Р.С.Алтынбаевҡа гемодиализ уҙғара.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap