Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
МОСТАЙ РУХЫН ЮЛДАШ ИТЕП
Untitled document

Үткән аҙнала Баймаҡ районының Йомаш ауылында «Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет» тип аталған үҙенсәлекле бәйге уҙҙы. Төбәк конкурсында Бөрйән-Йылға, Юлыҡ, Йомаш, Ишбирҙе, 1-се Этҡол, Аҡтау, Шүлкә, Әбделкәрим, Буранбай ауылдарынан 10 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты.

Был матур сара арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәримдең ижадына бағышланды. Йәштәр үҙҙәре менән таныштырғанда, сәхнәләштереүҙәр күрһәткәндә остазыбыҙҙың шиғыр-поэмаларын, әҫәр геройҙарының исемдәрен ҡулланды. Һәр бәйгесе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ сығыш күрһәтергә ынтылды. Ошо маҡсатта шиғыр, йыр, монолог һөйләүселәр, шағир менән «һөйләшеү» ойоштороусылар, уның әҫәрҙәрен сәхнәләштереүҙәр ҙә булды. Юлыҡ ауылы бәйгесеһе Хөсәйенов Ислам Мостай Кәрим рухына аят бағышланы. Ә инде бер-бер артлы күҙ алдынан үткән Аҡъегет һәм Зөбәржәт, Мария Тереза һәм Любомир Зух, Аҡйондоҙ һәм Мәрәһим кеүек мөхәббәткә дан йырлаусы образдар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Был романтик бәйгелә ҡатнашҡан йәш егет һәм ҡыҙҙар тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда маҡсат менән йәшәүсе, китап һүҙен, Мостай рухын күңелдәрендә йөрөтөүсе Аҡйондоҙ һәм Аҡъегеттәр-ҙең һәләтен билдәләүе еңелдән булманы. Шулай ҙа бәйге булғас, уның еңеүселәре лә була, тигән фекерҙән сығып, урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1-се урында—Зөһрә Баймырҙина менән Fәзиз Йәнбирҙин (Йомаш), Зөбәржәт Усманова менән Мораҙым Усманов (Буранбай);

2-се урында—Раушания Байтурина һәм Азат Мырҙабулатов (Шүлкә), Ынйы Дәүләткилдина менән Данил Фәйзуллин (Ишбирҙе), Зәлиә Солтанғужина (Аҡтау);

3-сө урында—Нурия Туйсина менән Рәфис Усманов (1-се Этҡол), Зәлиә Солтанғолова менән Фәрүәз Саникин (Әбделкәрим).

Бәйгелә әүҙем ҡатнашыусы Сулпан Саникина, Линар Юнысбаев (Әбделкәрим), Линара Ҡаҙаҡбаева менән Афзал Ҡаҙаҡбаев (Бөрйән-Йылға), Ислам Хөсәйенов һәм Яҙгөл Фәйзуллина (Юлыҡ) Маҡтау ҡағыҙҙарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

Бәйгеселәрҙең сығыштарын баһалаусы район китапханаһы директоры Л.Ҡ.Дәүләтшина менән Йомаш ауылы хакимиәте башлығы А.Б.Әйүпов йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе һәм еңеүсе парҙарҙы ярыштың тағы ла юғарыраҡ кимәлдәрендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Илүзә Ҡыҙрасова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap