Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ӘҘӘБИӘТ КИЛӘСӘГЕН ҠАЙҒЫРТЫП
Untitled document

2015 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ошо йүнәлештәге эштәрен башланы ла инде. 20-21 ноябрҙә Сибай ҡалаһында Урал аръяғы һәм Сибай ҡалаһында йәшәүсе йәш яҙыусыларҙың, йәғни башлап ижад итеүселәрҙең конференцияһы үтәсәк. Был сара мәшәҡәттәре менән ошо көндәрҙә беҙҙә БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Fәйетбаев булып китте. Уңайҙан файҙаланып рәйес менән әңгәмәләшеп ҡалдыҡ.

—Наил Әсғәт улы, ни өсөн был сараны тап Сибайҙа үткәрергә булдығыҙ, был Урал аръяғының йәш яҙыусыларға бай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә аламы?

—Әлбиттә, төбәктә һәләтле ҡәләм тирбәтеүселәр бар, әммә әлеге осраҡта конференцияны Сибайҙа үткәреүҙе ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов менән уның урынбаҫары Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин тәҡдим итте. Етәкселәрҙең әҙәбиәткә, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә битараф булмауы, йәш быуын проблемаларын уртаға ҡуя белеүе, бөгөнгө көн күҙлегенән сығып баһалағанда, бик һирәк һәм һоҡланғыс күренеш, минеңсә. Шуға күрә баштан уҡ Сибай ҡала хакимиәтенә оло рәхмәтемде белдергем килә.

—Конференцияның маҡсаты ниндәй?

—Яҙышыу һәләте булған йәштәрҙе табып, барлап, йыйыу һәм артабан үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Fөмүмән, Яҙыусылар союзының да төп эш функцияһы ла әҙәбиәт донъяһына йәш кадрҙар әҙерләү булырға тейеш. Был тәңгәлдә беҙҙә бер аҙ тайпылыштар булып килгәйне, киләсәктә барыһы ла яйға һалыныр, тип ышанабыҙ.

—Нисә йәш кеше ижадын тикшереүгә ҡуйҙы?

—Проза, поэзия, драматургия һәм рус әҙәбиәте буйынса 35 йәшкә тиклемге өс тиҫтәләп ижадсының эштәре ҡараласаҡ. Ҡулъяҙмаларҙы Әмир Әминев, Сабир Шәрипов, Тамара Юлдашбаева, Юрий Горюхин, Леонид Соколов кеүек билдәле яҙыусылар, шағирҙар баһалаясаҡ.

—Эштәре уңышлы, ҡәләмдәре бар тип табылғандарға ниндәйҙер айырым иғтибар буласаҡмы?

—Әлбиттә, һәләтле йәштәрҙең китаптарын сығарыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Йәштәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп, йыл башында 22 йәштән 30 йәшкә тиклемге ун дүрт кешене ойошмаға ағза итеп алғайныҡ, конференциянан һуң уларҙың ижадын матбуғатта күрһәтеү һәм китап итеп нәшер итеүҙе яйға һаласаҡбыҙ. Телебеҙҙе, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалабыҙ тиһәк, иң беренсе йәштәрҙең, балаларҙың башҡортса уҡый һәм ижад итә белеүен, уларҙа әҙәби-әткә һөйөү тәрбиәләү юлдарын ыңғай юҫыҡҡа һалырға кәрәк. Ә әлегә конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем һәм һәләтле йәш яҙыусылар табырыбыҙға өмөт итеп ҡалам.

Шулай итеп, 20-21 ноябрҙә Сибай ҡалаһында йәш яҙыусылар конференцияһы үтәсәк, уның барышы һәм йомғаҡтары менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырырбыҙ әле.

Миләүшә ХАБИЛОВА әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap