Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
31.10.2014
БАЛАЛАР НИ ӨСӨН «СУЛПАН»ДЫ ЯРАТА?
Untitled document

Сибай концерт-театр берекмәһенең республикабыҙҙа берҙән-бер генә булған «Сулпан» балалар театры—Сибай ҡалаһында һәм Урал аръяғы райондарында ғына түгел, унан ситтә лә йәш тамашасылар өсөн күптән үҙ һәм яратҡан, һәр саҡ көтөп алынған ижади коллектив. Сөнки балалар өсөн махсус ижад ителгән сәхнә әҫәрҙәре кескәйҙәр хөкөмөнә нәҡ уларҙың ҡарашы аша, уларса фекерләү, донъяны балаларса күреү, тойоу һәм баһалау кеүек үтә лә нәзәҡәтле һәм һиҙгер художество алымдар аша сығарыла.

Шамил Фәрхетдиновтың «Мығырҙаҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән әкиәт-тамашаны ғына алып ҡарайыҡ: төп герой Йыһангир ҡарт (Мөбәрәкйән Сәлимов) тамашаның башынан алып аҙағынаса барлыҡ хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында тора һәм һәр ваҡыт үҙенең аҡыллы тәҡдим-кәңәштәре менән әҫәр геройҙарын төрлө бәлә-ҡазаларҙан, уйланылмаған аҙымдарҙан ҡурсалай. Уның Һыңарғолаҡ исемле бесәйе (Лилиә Әлибаева), Еҫтоймаҫ исемле эте (Ҡәҙриә Ҡотләмбәтова), Үткертеш исемле ҡомағы (Рәсимә Хәйбуллина) Йыһангир ҡартһыҙ нимә эшләр ине?! Моғайын, Мығырҙаҡ (Фәһим Сөнәғәтов) үҙҙәрен күптән йотоп ҡуйған булыр ине! Әкиәт геройҙарының хәйлә-һеҙ ҡылыҡтары, эскерһеҙ хис-тойғолары аша кескәйҙәрҙә бер-береңә миһырбанлыҡ, рәхимлелек һәм намыҫлылыҡ һыҙаттары тәрбиәләй тамаша. Башта сама-уыр эсенән килеп сыҡҡан иләмһеҙ Мығырҙаҡ—Дейеү ҙә тора-бара үҙенә ниндәйҙер һөйөү уята...

Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Fаязов та кесе һәм урта йәштәге үҫмерҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы пьеса ижад иткән. «Аждаһаны еңер мөхәббәт» тип атала ул. Изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт... Киң мәғәнәүи төшөнсәләргә эйә булған был һүҙҙәр үҙ эсенә бик күп нәмәне һыйҙырған. Ҡағиҙә булараҡ, изгелек яуызлыҡты һәр саҡ еңеп сыға, ә мөхәббәткә тиң көс юҡ! Әкиәт-тамаша егет менән ҡыҙ араһындағы саф мөхәббәтте генә бәйән итмәй, ә тағы ла тулыраҡ һәм киңерәк төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала. Унда ата-әсәгә, тыуған ергә, Ватанға һөйөү хистәре ярылып ята. Аҡһаҡал (Борис Мәхмүтов), әсә (Земфира Алтыншина, Зинфира Юлмөхәмәтова) образында балалар изгелектең сағылыштарын төҫмөрләһә, Аждаһа (Фәһим Сөнәғәтов) менән уның ярандары (Рәмзиә Сөнәғәтова, Гөлназ Ис-ламғолова, Юлай Әлмөхәмәтов, Мөбәрәкйән Сәлимов) йөҙөндә уларҙың нәҡ киреһен күрә. Тамашалағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар йәш кенә ҡыҙ Зөһрә һылыу тирәһендә бара. Ул—кеше ашар мәңгелек һаҙ хужаһы Аждаһаның ҡорбаны. Ә төп ролдәге Fәле батыр (Динар Зәйнуллин)—Зөһрә һылыуҙың (Эльза Юлдыбаева) һәм халыҡтың ҡотҡарыусыһы, азатлыҡ символы.

Урындағы автор Әминә Яхинаның «Синьор Светофор» исемле пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Юлда кем хужа?» спектакле иһә кескәйҙәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәү йәки уларҙы тупаҫ боҙоу нимәләргә килтерергә мөмкин икәнлеген иҫкәртә. Белмәҫйән, Йомроҡай (Илнур Сафаров), Күккүҙ (Азалия Fәлиәхмәтова, Лилиә Әлебаева), Кнопка (Ҡәҙриә Ҡотләмбәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Фиүзә Сафина), Светофор (Фәһим Сөнәғәтов), полицейский (Юлай Әлмөхәмәтов, Зинфира Юлмөхәмәтова, Мөбәрәкйән Сәлимов) ҡатнашлығындағы мажаралар кескәйҙәргә уйын-мәрәкәләр аша етди һабаҡ бирә.

Балалар өсөн яҙылған ошо һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙе танылыу алған сәнғәт әһелдәре—Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов, йәш режиссер Борис Мәхмүтов, Илнур Кәримов сәхнәгә ҡуйһа, уларҙы рәссамдар Лүзә Баййегетова, Гөлнур Ниғмәтуллина биҙәгән. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Моратов һәр спектаклгә арнап көйҙәр яҙған. Спектаклдәргә балаларҙың ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә ҙур теләк менән йөрөүе һәм актерҙарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереүе театр коллективының эшенә иң ҙур баһа ул. Күптән түгел генә «Сулпан» театры үҙенең 22-се ижад миҙгелен асып ебәрҙе һәм актерҙар ең һыҙғанып эшкә тотондо.

Әлеге мәлдә Сибайҙың һәм күрше райондарҙың балалар учреждениеларына—мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына йөрөп, спектаклдәр күрһәтәбеҙ, театрҙың үҙендә лә сәхнәбеҙ буш тормай,—ти баш режиссер Сәлихйән Әфләтүнов.—Артабан республикабыҙҙың башҡа ҡала һәм райондарына, Ырымбур өлкәһенә гастролдәргә юлланмаҡсыбыҙ. Коллективыбыҙҙа талантлы һәм дәртле актерҙар эшләй һәм беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәргә тырышабыҙ.

Юлдарығыҙ уң, һеҙҙең сығыштарға ҡул сабыусы тамашасылар күп булһын, «Сулпан»дар!

Мотал Рәмов.

Һүрәттә: Ә.Яхинаның «Синьор Светофор» спектакленән күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap