Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
31.10.2014
ОСРАШЫУ МАЙҘАНЫ—СИБАЙ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ
Untitled document

Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына—95 йыл. Ошо айҡанлы төп милли театрҙың ил һәм республика буйлап юбилей гастролдәре дауам итә. 6 ноябрҙә улар Сибай дәүләт филармонияһында, ә 7-һендә Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһаясаҡ. Академтеатр артистары был юлы билдәле француз драматургы Раффи Шарт комедияһы буйынса (режиссеры Ф.Бикчәнтәев) «Ҡатынымдың исеме Морис» суперкомедияһын тәҡдим итә.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2002 йылда донъя күргән һәм бына инде тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәгән, ғәжәйеп уңыш менән барған үтә лә көлкөлө, сағыу, заманса комедияларҙың береһе ул «Ҡатынымдың исеме Мориc». F.Камал театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев менән театрҙың ижади хеҙмәттәшлек емеше булған (руссанан Хөрмәтулла Үтәшев тәржемәһе) был комедия менән театр 2004 йылда Мәскәү тамашасыһы алдында ла сығыш яһаны. Fөмүмән, ҡайҙа ғына уйналмаһын, юморға бай, иҫ китмәле көлкөлө суперкомедиянан халыҡ күтәренке рух менән, донъяһын онотоп көлөп, әллә күпмегә йәшәреп сыға. Төп ролдәрҙә театрҙың сәхнә йондоҙҙары—Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премфияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров, Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Гүзәл Маликова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәзифә Динмөхәмәтова, артистка Фирүзә Аллаярова.

Алсаҡ һәм шаян «Ҡатынымдың исеме Морис» комедияһының йөкмәткеһе ҡыҫҡаса былайыраҡ: почта хеҙмәткәре Морис Ляппен буш ваҡытында мохтаждар өсөн кейем-һалым йыйыу менән мәшғүл. Шулай, бер ваҡыт ул Жорж Одфейҙар фатирына барып керә, ә унда хужа бәләгә тарыған: Жорждың һөйәркәһе Катрин исемле ҡыҙ, нимәгәлер үсегеп, үҙҙәре араһындағы мөнәсәбәт хаҡында Марьонға (Жорждың ҡатыны) һөйләргә йыйына. Киң күңелле, ярҙамсыл Морис биш минутҡа ғына Жорждың ҡатыны булып кейенергә һәм Катринды ҡыуып сығарырға тейеш… Спектакль барышында хәл-ваҡиғалар көтөлмәгән боролош ала. Юмор, уйын-көлкө, музыка, бейеү—барыһы ла бар супер-комедияла.

Шуны ла әйтергә кәрәк, был спектаклдә һеҙ үҙегеҙҙең яҡташтарығыҙҙың—күренекле сәхнә оҫталары Гүзәл Маликова һәм Фирүзә Аллаярованың ихлас уйындарын күрә алаһығыҙ.

Тамашасыла ғәжәйеп матур тәьҫораттар уятыр, көҙ моңһоулығын да таратыр, туң йөрәктәрҙе лә иретер, күңелдәрҙе йәшәртер был спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ!

Р.Йәһүҙина,

театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире.

Һүрәттә: спектаклдән күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap