Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
НАИЛ ҒӘЙЕТБАЙ
Untitled document

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, драматург Наил Әсғәт улы Fәйетбаев күптән түгел Сибай ҡалаһында эшлекле сәфәр менән булып китте. Әлбиттә, редакцияға ла инде һәм матбуғатҡа ҡарата бөгөнгө заман талаптары, яҙыусыларҙы борсоған мәсьәләләр, ижади бәйләнештәр кеүек төрлө һорауҙар буйынса һөйләшеү алып барҙы. Ә инде әҙиптең тормош хаҡында уйланыуҙарын, теге йәки был күренешкә, хәл-ваҡиғаға фәлсәфәүи ҡарашын, уй-фекерҙәрен уның «Бәхетле булыуҙың сере» тип аталған йыйынтығынан уҡып белергә була. Гәзит уҡыусыларға ошо китаптан бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

БҮЛӘК

Үҙеңде ҡайғыртма, кеше хаҡында уйла, тип тәрбиәләйбеҙ балаларҙы. Был фекер бик үк дөрөҫ түгел. Кеше иң алда үҙе тураһында уйларға тейеш. Сөнки дини һәм фәлсәфәүи китаптар әйтеүенсә, беҙ был донъяға үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе белеү, аңлау, тойоу өсөн килгәнбеҙ. Кеше төрлө тойғолар кисергәндә үҙен дөрөҫ тоторға тырыша, шулай итеп үҙ-үҙен яһай. Эйе, төрлө хәлдә, төрлө һыналышта үҙеңде нисек тотаһың, шул—һин ул.

Ә нисек тоторға һуң үҙ-үҙеңде секунд һайын тыуып, үҙгәреп торған ситуацияларҙа?

«Ошо хәлдә мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү ни эшләр ине?» Һәр ситуацияла ошо һорауға бирелгән яуап—кешенең үҙе ул.

Кешене уйлама, үҙеңде уйла, йәғни секунд һайын ошо һорауға нисек итеп яуап биреүеңде уйла. Сөнки шул яуап—һин ул. Сөнки һинең менән осрашҡан һәр кеше, һинең шул һорауға ниндәй яуап биреүеңде белеү өсөн ебәрелгән.

Ҡартатайым әйтә торғайны: «Һиңә һәр осраған кеше Хызыр Ильяс ул. Хызыр Ильяс урамда хәйерсе булып та ултырыр, шуға аҡсаңды бер ҡасан да йәлләмә»,—тине. Ә беҙ бит йыш ҡына: «Хәйерсе араҡы алыу өсөн аҡса йыя»,—тип аҡса бирмәҫкә тырышабыҙ. Әммә!.. Хәйерсене уйлама, үҙеңде уйла. Изгелек итеү өсөн бүләк ителгән мөмкинселектән файҙалан.

Эйе, һәр осрашыу, һәр осраған кеше (дошманмы, дуҫмы—уныһы мөһим түгел) беҙҙең өсөн бүләк ул. «Мин кем?»—тигән һорауға, «Мин—мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү»,—тип яуап биреү мөмкинселеген тыу-ҙырған бүләк. Оло бүләк. Шул уҡ ваҡытта һин үҙең дә һәр осраған кеше өсөн бүләк. Шуға күрә тормошоңа килеп кергән һәр кешенең ҡайһы яғы менән бүләк икәнлеген таба бел, аңлай бел, яуап бирә бел. Ни өсөн килә һинең янға һәр кеше? Бел: һине бүләк тиеп килә. Һәм һиңә бүләк булып килә.

Аллаһы Тәғәләнең оло, бөйөк һүҙе бар: «Мин һеҙҙең янға фәрештәнән башҡа бер кемде лә ебәрмәйем».

ВАЗИФА ҺӘМ ТӨН

Бер дуҫым һөйләне: ул «Китап» нәшриәтендә директор булып эшләгәндә, осраған яҙыусылар йүгереп килеп, баш эйеп һаулыҡ һорашҡан, тыуған көнөндә хатта өйөнә бүләктәр килтергән, башҡа байрамдарҙа ла буш ҡалдырмаған. Әммә директорлыҡтан төшкәс, күптәр уға ҡырҡа һыуынған, ә иң күп бүләк ташыусы, иң яҡын дуҫ тип йөрөгән бер шағир урамда һаулыҡ та һорашмай үтеп киткән. Элекке директор ошо хаҡта хайран ҡалып һәм әсенеп һөйләгәйне.

Был хәлде ентекләп тикшерәйек әле. Кеше һәр саҡ ике өлөштән тора. Береһе—уның тәне. Икенсеһе—уның вазифаһы. Вазифа һис тә кешенең тәне менән бәйле түгел. Әгәр директорға ҡул аҫтында эшләүселәре табына, хөрмәт итә икән, был—уның вазифаһына бәйле, ә һис тә тәненә ҡағылмай. Эйе, директор вазифаһын күптәр хөрмәт итә, әммә ошо вазифа һинең тәнеңдән ысҡынып ситкә китә икән, бөтә ихтирам да, табыныу ҙа баяғы вазифа артынан ситкә китәсәк. Быға алдан әҙер булырға кәрәк.

Оло вазифа алып тороусы күп кешеләрҙең бәләһе шунда—улар үҙҙәренең тәне менән юғары вазифа араһындағы айырманы тоймай башлай. Юғары вазифаға йүнәлгән хөрмәтте үҙҙәренең тәненә бағышланған, тип алдана. Һәм вазифанан төшөрөлгәс, уның менән бергә үҙенә ҡарата табыныуҙың да бөтөүен ауыр кисерә.

Бөтә кешеләрҙең дә тәне бер төрлө. Бер тән дә икенсе тәндән түбән дә, өҫтөн дә түгел. Фәҡәт вазифалар ғына эреле-ваҡлы һәм төрлө, улар ғына төрлө кимәлдәге маҡтауға, табыныуға лайыҡ. Фәҡәт кеше вазифаларға йүнәлтелгән табыныуҙарҙы үҙенең тәненә ҡағыла икән, тип уйламаҫҡа тейеш. Элекке нәшриәт директоры ла үҙенә табыныусы шағирҙарҙы әрләмәһен ине. Улар бит директорҙың тәнен түгел, ә вазифаһын бөгөн дә кисәге кеүек хөрмәт итә. Тик был вазифала инде икенсе кеше (тән) ултыра.

ҺИН БӨГӨН МАТУР

Илле йәштәр тирәһендәге бер артистканың фотоһын журнал битендә баҫырға булғас, ул кисә генә эшләнгән үҙ рәсемен оҡшатманы: «Юҡ, юҡ! Был бармай. Бында мин ҡарт, йәмһеҙ!» Ә беҙҙең фекеребеҙсә, фото бик уңышлы килеп сыҡҡан, уның бер ниндәй насарлығы юҡ, рәсемдә артистка үҙенә бик оҡшап тора ине. Әммә күпме генә өгөтләһәк тә, актриса ул фотоһын баҫтырманы, беҙгә ете-һигеҙ йыл элегерәк төшкән рәсемен ебәрҙе: «Ошоно баҫығыҙ!»

Ни сәбәптәндер «насар» фото минең өҫтәл тартмаһында ятып ҡалған. Биш йыл самаһы ваҡыт үткәс, был артистка бүлмәмә килеп ингәйне, теге рәсемде хужабикәһенә кире ҡайтарҙым. Артистка ҡыуанып китте: «Ниндәй һәйбәт фото! Ҡайҙан алдың?» «Был бит теге саҡта оҡшатмаған рәсемегеҙ». «Кит, юҡты һөйләмә,—ти актриса.—Ул саҡтағы фотоны хәтерләйем, унда бит мин ҡарт, йәмһеҙ инем. Ә бында бит мин йәш, матур!» Күпме генә әйтһәм дә, актриса биш йыл элек ошо фотоһын насарлағанына ышанманы.

Хәйер, был сифат күптәргә хас. Алтмыш йәшлектәр ун йыл элекке ҡиәфәтен һағына—илле йәшлек кеше булып күренергә хыяллана, шуның өсөн бөтә көсөн һала (биҙәнә, сәстәрен буяй һ.б.). Ә илле йәшлектәрҙең, үҙ сиратында, ҡырҡ йәштәге кеүек булғыһы килә, ә тегенең теләге—утыҙ йәштәге ҡиәфәтенә ҡайтыу, ә утыҙ йәшлектәр… Хәйер, быны туҡтауһыҙ дауам итергә мөмкин. Йәғни кеше һәр саҡ бөгөнгө көнө менән риза түгел, биш-алты йәки ун-ун биш йәшкә йәшерәк сағын һағына, ярата, шул осорона ҡайта алмағанына ҡайғыра.

Ә бит трагедияны (был ысынлап та күптәр өсөн трагедия) еңел хәл итеп була. Фәҡәт үҙ-үҙеңде яратыу кәрәк. Һиңә бөгөн илле йәшме? Ҡайғырма һәм шуны бел: алтмышҡа еткәс, барыбер бөгөнгө сағыңды һағынасаҡһың, яратасаҡһың, шуға күрә һин ошо йәшеңә, ҡиәфәтеңә ҡарата матур, изге һәм шифалы тойғоларыңды ун йылға һуңға ҡалдырма, үҙ-үҙеңде бөгөн ярат, үҙ-үҙең менән бөгөн һоҡлан, бөгөнгө тормошҡа ҡыуан.

Бел: үҙеңдең бөгөнгө йәшеңде, ҡиәфәтеңде, тормошоңдо яратмау, күрә алмау энергетик кимәлдә кире, бысраҡ энергия тыуҙыра, ул кешенең тәнен төрлө ауырыуҙарға һала, яҙмышын селпәрәмә килтерә.

Кеше ниндәй генә йәштә, ниндәй генә ҡиәфәттә булыуына ҡарамай һәр саҡ үҙен бөгөн яратырға, үҙе менән бөгөн һоҡланырға, хәҙерге донъя менән, йәшәйеше менән ҡәнәғәт булырға, ҡартайыуын ризалыҡ менән, хатта ҡыуанып ҡабул итергә тейеш.

Изге, матур, таҙа тойғолар ғына ыңғай саф энергия тыуҙыра. Ә ул кешенең яҙмышын төҙөкләндерә, матурлай, тәнен ауырыуҙарҙан һаҡлай.

ҒАИЛӘ

Кешенең тормош маҡсаттарының иң мөһиме—ғаилә ҡороп, бала-саға үҫтереп, бәхетле йәшәү. Бының өсөн ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәрҙе тәбиғәт биргән йүнәлештән сығып, дөрөҫ ойоштороу мотлаҡ.

Ҡатын-ҡыҙға Аллаһы Тәғәлә ғәжәйеп функция биргән—балаға уҙыу, уны туғыҙ ай эсендә кескәй күҙәнәктән кешегә әүерелдереп тыуҙырыу. Был иҫ киткес, хайран ҡалырлыҡ мөғжизә. Тәбиғәт тарафынан әсәгә баланы имеҙеү, тәрбиәләү һәләте лә бирелгән. Ошоларҙан сығып, ҡатын-ҡыҙ, әгәр ғаиләне ҡуласа тип күҙ алдына килтерһәк, шул ҡуласаны, йәғни ғаиләне эс яҡтан һаҡларға бурыслы, икенсе төрлө әйткәндә, балалар табып, уларҙы ашатырға, тәрбиәләргә, ғаилә эштәренең еңелдәрен, ҡулынан килгәнен башҡарырға тейеш.

Ир затына Аллаһы Тәғәлә аҙыраҡ мөмкинселектәр биргән. Шуға күрә ул ғаиләлә ауырыраҡ, тупаҫыраҡ эштәр башҡарырға бурыслы, йәғни ғаиләһен, теге ҡуласаны, тыш яҡтан һаҡларға тейеш. Быға йәшәргә урын, ризыҡ, кейем табыу, тышҡы ҡыйынлыҡтарҙан һаҡлау инә. Ир-ат бала таба алмай, уларға ваҡ эштәрҙе урынына еткереп эшләү һәләте лә бирелмәгән. Шуға уларға тәбиғәт биргән йүнәлештә хеҙмәт итеү сауаплы. Ҡатын-ҡыҙға ла балаларын онотоп йәки кешегә тәрбиәләргә биреп, күп аҡса табыу, карьера яһау менән мауығырға ярамай. Был уларҙы бәхетһеҙ генә итә. Әйткәндәй, ҙур карьера яһаған ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына, ышаныслы тормош иптәше булһа, уға таянып, бала ҡарап ҡына йәшәргә хыялланыуы хаҡында әйтә.

Шулай итеп, ир һәм ҡатын Аллаһы Тәғәлә тарафынан төрлө итеп яратылған, уларҙың тормошта бурысы ныҡ айырыла, әммә улар үҙҙәренә тәғәйенләнгән функцияны теүәл үтәп кенә, бер-береһен ҡабатламайынса, байытып ҡына камиллыҡҡа өлгәшә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында XX быуатта тыуған «тигеҙ хоҡуҡлылыҡ» тигән уйҙырма арҡаһында, әсә кеше менән ата кешенең функциялары буталды. Был ғаилә институтын бик ҡаҡшатты, айырылыуҙарҙы, етем һәм ҡарауһыҙ балаларҙы күбәйтте.

Донъяға бөгөнгө ҡараш нисек кенә буталһа ла, тормош ғаилә алдына ниндәй генә ауырлыҡтар ҡуйһа ла, һәр кем тормош ҡыйынлыҡтарын еңеп, үҙ ғаиләһендә иргә лә, ҡатынға ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән бурыстарын еренә еткереп үтәргә тейеш. Шул саҡта ғына улар бәхетле. Шул саҡта ғына дәүләт уңа.

НАМАҘ

Кеше йыш ҡына ни менән шөғөлләнергә белмәй аптырай. Бигерәк тә ҡала кешеһе. Эштән ҡайта, ә өйҙә эш юҡ. Аптырағас, ул гәзит уҡый, телевизор ҡарай йәиһә кухняға инә лә, асыҡмаһа ла, сәй эсергә, ашарға тотона. Ул да булмаһа, таныштары менән йыйылышып юҡ-бар хаҡында һөйләшә, ғәйбәт һата, башҡаларҙы, хөкүмәтте, бар донъяны һүгә. Икенселәр ни эшләргә белмәгәс, дуҫтарын саҡырып араҡы эсергә тотона, был процедураны «һөйләшеп ултырыу» тигән матур һүҙ менән атай.

Ошондай күренештәр мине уйға һалды.

Миңә элек намаҙҙың тышҡы процедураһы оҡшап етмәй ине. Ниңә биш тапҡыр, мотлаҡ рәүештә, уны уҡырға, мин бит доғаларҙы эстән генә көнө буйы уҡып йөрөй алам. Дөйөм алғанда, шулай уҡылған доғаларыңдың күләме, биш намаҙҙан да артып китә лә баһа, тип уйлай инем. Етмәһә, ураған һайын тәһәрәт алыуҙар, әҙерләнеүҙәр, уңайлы урын эҙләүҙәр… Мәшәҡәте бик күп бит намаҙҙың… Әммә хәҙер намаҙҙы ни өсөн биш тапҡыр уҡырға, уға яҡшылап әҙерләнергә кәрәклеген аңлағандай булдым.

Элек тә, хәҙер ҙә тәүлек эсендә кешенең буш ваҡыты килеп сыға. Шул осорҙа улар бик үк насар булмаған эштәр менән шөғөлләнә, яман һүҙҙәр һөйләй, кире уй- ҙар уйлай. Ә негатив һүҙҙәр менән уйҙар кешегә насар ваҡиғалар, ситуациялар тартып килтерә. Һәм кеше бәхетһеҙгә әүерелә.

Ана шуға ла биш тапҡыр намаҙ уҡыу уйлап сығарылған да инде. Кешенең саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сығып, ул насар һүҙҙәр һөйләй, кире уйҙар уйлай башлауы була, киләһе намаҙ ваҡыты килеп тә етә. Уның өсөн ныҡлап әҙерләнергә, урын табырға кәрәк. Был байтаҡ ваҡытты ала. Ә намаҙ изге, таҙа процесс булғас, был осорҙағы кешенең маҡсаты, тимәк, күңеле таҙара һәм изгегә әүерелә. Шулай итеп, кешегә насар һүҙ һөйләргә, насар уй уйларға ваҡыт аҙ ҡала, ә был уны ниндәйҙер кимәлдә кире ваҡиғаларҙан һаҡлай, ҡотҡара.

Бына шунда намаҙҙың тышҡы мәғәнәһе, маҡсаты. Ә уның эске маҡсаты, төп файҙаһы тураһында, шулай уҡ намаҙ ваҡытында кеше менән, уның тәне һәм күңеле менән ниҙәр булыуы, ни өсөн ауырыуҙарҙың юҡҡа сығыуы хаҡында киләһе мәҡәләләрҙә һөйләрбеҙ.

НАМАҘ—2

Үрҙәге мәҡәләлә беҙ намаҙҙың тышҡы маҡсаты һәм уның кешегә ыңғай йоғонтоһо хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Был юлы намаҙҙың эске мәғәнәһе хаҡында һөйләшмәксебеҙ.

Һәр кемгә мәғлүм, донъя күҙгә күренгән нәмәләрҙән генә тормай. Мәҫәлән, магнит, радио, гравитация һ.б. тулҡындарҙы беҙ күрмәйбеҙ, әммә уларҙың барлығын беләбеҙ, һиҙәбеҙ. Fөмүмән, әҙәм балаһының күҙе ғаләмдәге процестарҙың бер процентын да күрмәй. Күҙ, төнгө юлсының ҡулындағы фонарь кеүек, юҡ-барға барып ҡағылмаҫ, эләгеп йығылмаҫ өсөн генә бирелгән кешегә.

Күҙ матди донъяһына ингән тулҡындарҙы ла күрмәгәс, йоҡа даирәне ҡайҙан тойомлаһын инде. Ә йоҡа ғаләм иҫ киткес ҙур һәм ул бар донъя менән, шул иҫәптән матди тәбиғәт менән, етәкселек итә.

Доға, намаҙ уҡығанда кеше үҙе лә һиҙмәйенсә, белмәйенсә ана шул йоҡа донъя менән бәйләнешкә инә.

Кешенең мейеһе өс хәлдә була. Уяу көйө, еңелсә йоҡо һәм тәрән йоҡо рәүешендә. Әммә ғалимдар әйтеүенсә, дүртенсе осраҡ та бар икән—ул доға, намаҙ уҡыған мәлдә тыуа—кеше уяу, бөтәһен дә күрә, аңлай, ә мейеһе тулыһынса тиерлек эшләүҙән туҡтай. Fәҙәттә, өс-дүрт айлыҡ балаларҙың ғына мейеһе ошондай хәлдә була.

Fалимдар раҫлауынса, мейенең ана шундай хәлгә инә алыуы арҡаһында доға уҡығандан һуң кешегә еңел булып ҡала, ҡаты ауырыуҙарҙың симптомдары юғала.

Мейенең яңы тыуған баланыҡы хәленә инеп алыуы уғата кәрәкле һәм файҙалы, тип раҫлай ғалимдар, ул бик күп ауырыуҙарҙан ҡотҡара. Юҡҡамы, дини китаптарҙа «Бала кеүек булығыҙ»,—тип әйтелмәй бит. Мейенең нейрондарҙан торғанын беләбеҙ. Төрлө насар тойғолар һәм уйҙар арҡаһында шул нейрондар араһында яңылыш, кире бәйләнештәр барлыҡҡа килә, ә был тәндә төрлө ауырыуҙар тыуҙыра. Доға, намаҙ уҡығанда нейрондар араһындағы ана шул дөрөҫ булмаған бәйләнештәр юҡҡа сыға, был ауырыуҙарҙың төп сәбәбен үлтерә һәм кеше һауыға. Иң мөһиме, намаҙ уҡыусы ауырыуҙан ҡурҡмай башлай, ә был үҙе һауығыуҙың тәүге аҙымы. Әйткәндәй, рак менән ауырығандарға операция яһағандан һуң Аллаға ышанғандар, намаҙ уҡығандар күпкә оҙағыраҡ йәшәй, тип раҫлай ғалимдар. Америкала доға ярҙамында—шизофрениянан, Кореяла—ҡатын-ҡыҙҙы бала таба алмауҙан, Германияла йөрәк ауырыуҙарынан дауалайҙар һәм эксперименттар бөтә ерҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Иң мөһиме, доға һәм намаҙға бөтә күңелеңде һалып, ныҡ ышанып, ысын йөрәктән уҡырға ғына кәрәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap