Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
07.11.2014
БАЛАҒЫҘ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ
Untitled document

Бала 100-ләп тауыш араһынан да әсәһенекен таный. Сөнки ул яралғас та, яҡты донъяға тыумаҫ борон уҡ әсәһенең тауышын тыңлай, уға өйрәнә. Шуға күрә сабыйығыҙ менән мөмкин тиклем күберәк һөйләшегеҙ. Һеҙҙең ышаныслы тауышығыҙ балала яҡшы хис-тойғолар уятасаҡ, тынысландырасаҡ.

Яңы тыуған бала бер нәмә лә аңламай тип, уйламағыҙ. Бәләкәс булһа ла төрлө темаларға һөйләшегеҙ. Әлбиттә, бәпес һүҙҙәрегеҙҙең мәғәнәһен аңламаҫ, әммә ул ошо мәлдән үк интонацияғыҙ буйынса нимә әйтергә теләүегеҙҙе аңларға өйрәнәсәк. Был киләсәктә бала менән әсә, бала менән ата араһындағы аңлашыу, яҡынлыҡ нигеҙе булып торасаҡ.

Балаға юғары тонда, матур интонация менән һөйләү отошло. Уның иғтибарын үҙегеҙгә йүнәлтер өсөн ошондайыраҡ һорауҙарҙы йышыраҡ бирегеҙ: «Беҙҙең батыр бутҡаны ашанымы?», «Атайың ҡайттымы?» Бала менән һөйләшкәндә эмоциялы һөйләмдәр ҡулланыу яҡшы: «Һөт шул тиклем тәмле!», «Беҙ ҡайһылай ҙур үҫкәнбеҙ!», «Бигерәк тә шәп малай икәнһең!» Әммә шәп һөйләмәгеҙ. Тартынҡы өндәрҙе асыҡ әйтегеҙ, һуҙынҡыларҙы дөрөҫ һуҙығыҙ. Ҡабатлау бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Бер өндәшкән һүҙҙе ҡат-ҡат әйтергә йыбанмағыҙ. Сөнки бәләкәс кеше бер тапҡырҙан ғына отоп ала алмаясаҡ.

Балала төрлө өндәр ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мәҫәлән, ихласлыҡ менән эттең «уау-уау» тип өрөүен, бесәйҙең «мыяу-мыяу» тип мыяулауын әйтеп күрһәтеү—өндәрҙе ҡабатлау ул. Шундай һүҙҙәрҙе күберәк өйрәтегеҙ. Сабыйығыҙ донъя менән танышыуҙы тиҙерәк башлар, еңел үҙләштерер.

Халыҡ әкиәттәре тирә-яҡтағы ысынбарлыҡты еңелерәк ҡабул итергә яр-ҙам итә. Ҡыҫҡа ғына әкиәттәрҙе йышыраҡ уҡығыҙ. Әкиәтте ҡабатлап уҡыуҙан да бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ. Бала уйнағанда, яңы уйынсығын өйрәнгәндә уға нимәлер һөйләйем, аңлатам тип, шөғөлөнән бүлмәгеҙ. Уның буш ваҡытын, һеҙҙе тыңларға әҙер мәлен тотоп алырға тырышығыҙ. Шунһыҙ ата-әсә һүҙе уның өсөн ялҡытҡысҡа әйләнергә мөмкин. Һөйләшкәндә мотлаҡ күҙҙәренә ҡарағыҙ. Һеҙҙең яратыуығыҙҙы, күңел йылығыҙҙы тойһон өсөн уны ҡосағығыҙға алығыҙ, иркәләгеҙ. Шул ваҡытта ул да һеҙгә сикһеҙ һөйөү менән яуап бирер.

Гүзәл Уразбаева,

уҡытыусы-логопед.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap