Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
07.11.2014
УЙЛАНДЫРҒАН, МОҢЛАНДЫРҒАН ДА ҺИН, ТЕАТР...
Untitled document

Хәйбулла районының борғоланып аҡҡан гүзәл Һаҡмар йылғаһы буйында, мөһабәт тауҙар ҡамауында урынлашҡан Йәнтеш ауылын ҡап уртаға бүлеп, түбәһен күккә сөйгән Тәкәл тауы килгән-киткәндәрҙе генә һоҡландырып ҡалмай, ошонда тыуып үҫкәндәрҙең ғорурлығы, йәшлек тауы булараҡ та үҙенсәлекле. Күпме быуын нәҡ ошо тау түбәһендә үҙҙәренең бихисап алһыу таңдарын ҡаршы алған, яңы өйләнешеүсе әллә күпме йәш парҙар унда киләсәккә зәңгәр хыялдарын юраған, бер-береһенә тоғролоҡҡа нәҙер әйткән. Әле тыуған ауылынан ситкә сығырға ла өлгөрмәгән кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар Тәкәл түбәһенән тәү башлап донъяға баға, йыраҡта-йыраҡта монарланып ятҡан тау киртләстәре артында нимәләр барлығын фаразлай...

Шау сәскәле йәйге күлдәгенең итәктәрен елгә елберләтеп беренсегә тау түбәһенә артылған бәләкәй генә ҡыҙсыҡ та, моғайын, тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланғандыр, тәүге артылышын оло еңеүгә һанап, киләсәк тормошона сабыйҙарса күҙ һалғандыр: «Ҡалай матур икән дә ул минең ауылым! Эх, тағы ла бейегерәк күтәрелергә һәм анауы Олотау, Гөлсирә түше, Ямбыраҡ артындағы донъяға ла бағырға ине... Ҡыҙыҡ, нимәләр бар икән улар артында?..» Үҫә килә ата-әсәһе, туғандары алдында шиғыр һөйләп, концерт ҡуйып бер булған ҡыҙҙың был уйҙары тотош бер хыялға әүерелә: «Үҫкәс, мин мотлаҡ әртис буласаҡмын, әртистәр бит ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға йөрөп ил гиҙә, улар бөтәһен дә үҙ күҙҙәре менән күреп, танышып йәшәй...» Ана бит, ғүмере буйы фермалағы һыйырҙары янынан китмәгән һауынсы әсәһе лә дәртләндереп тора үҙен, ҡулы бушаған арала ҡыҙын янына ултырта ла: «Минең әртис ҡыҙым»,—тигән булып, арҡаһынан тупылдатып һөйә. Тракторсы атаһы ла: «Беҙҙең Зинфира сәхнәләрҙе бер итер әле...»—тип ҡанатландырып ебәрә.

Юрауҙары юш килгәндер, шул ҡыҙыҡай, ысынлап та, сәнғәт кешеһе булып китә лә инде. Тик үҙе уйлағанса йырлап-бейеп кенә йөрөмәй ул, ә театр актрисаһы булып таныла.

Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған Зинфираны ата-әсәһе артабан Сибай мәктәп-интернатына уҡырға бирә. Бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән арҙаҡлы шәхес Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаева, уҡыусыһының һәләттәрен күреп, уның хыялына дәрт өҫтәй, илһам бирә. Мәктәптә һәм ҡала күләмендә үткән сараларҙа Зинфира Көнсыуаҡованы оҫта шиғыр һөйләүсе, бейеүсе, сәхнәләге ролдәрҙе ихлас башҡарыусы итеп беләләр.

Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алыу менән Зинфира туп-тура Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына юллана һәм «Клуб саралары режиссеры» бүлегендә уҡый башлай. Артабан инде «әртис» ҡыҙҙың ысын сәхнә тормошо башлана, тип әйтһәң дә була. Студент агитбригадаларында концерттар менән йөрөү, көндәлек ығы-зығылар уны бөтөнләйе менән «үҙенә йота». Тыуған яғына ҡайтып, Антингән мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшкә төшһә лә, йәш ҡыҙҙың күңеле ҡала мөхитенә, ҙур сәхнәгә тартыла. Шулай итеп, ул Салауат драма театрында тәүге сирҡаныс ала.

—Башта, әлбиттә, күмәк сәхнәләрҙә генә уйнаным,—тип хәтерләй бөгөн ул көндәрҙе Зинфира Ишбирҙе ҡыҙы.—Унан ролдәр бирә башланылар. Иң иҫемдә ҡалғаны—Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса ҡуйылған «Шәүрәкәй» спектаклендәге Әсә роле булғандыр. Шул тиклем бирелеп, бар һәләтемде һалып уйнаным. Тамашасылар ҙа ҡабул итте... Башҡа байтаҡ ҡына ролдәрҙе лә башҡарҙым. Тик, матур булһа ла торған яҡ, һағындыра тыуған яҡ, тигәндәре дөрөҫтөр, күңел үҙебеҙҙең яҡҡа тартты һәм мин Сибай легендалар һәм риүәйәттәр театрына эшкә ҡайттым. Бында ла күп спектаклдәрҙә ҡатнашырға тура килде. Шулай ҙа иң яратып уйнағаным Рәсих Ханнановтың «Алтын беләҙек» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Анжелика, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов сәхнәләштергән «Аҡъял батыр» спектаклендәге Сихырсы ролдәре ине...

Ошо театрҙа эшләгән йылдарында төрлө спектаклдәр менән Урал аръяғы ауылдарын бик йыш тапай йәш актриса. Халыҡтың сәнғәткә мөкиббән бирелгән сағы, ауыл һайын клуб тулы халыҡ. Ана шундай сәфәрҙәренең береһендә Зинфира үҙенең ғүмерлек юлдашын осрата һәм күп тә үтмәй уның менән яҙмышын бәйләй. Әммә мөхәббәттәре генә ғүмерһеҙ була—һөйгәне, уны мәңгелек утҡа һалып, йәшләй генә был донъяларҙы ҡалдыра. Ике генә йәшлек улын ҡосаҡлап тол ҡалған ҡатын артабан тормош йөгөн яңғыҙы тарта. Шулай ҙа яҙмышына баш эймәй ул, йөрәк яраларын театрҙағы тырыш хеҙмәте, йорт мәшәҡәттәре менән баҫып, киләсәккә атлай. Кеше менән тиҙ аралаша белеүе, илгәҙәклеге лә булышлыҡ итә ҡайғыһын баҫырға. Бөгөн инде улы Рәил уның төп таянысы һәм ышанысы.

...Fүмер, аҡҡан һыу кеүек, алға елеүен белә. Кисәге кескәй ҡыҙ әле килеп илле йәшлек ил инәһе дәрәжәһенә лә еткән. Әммә һаман да йәш, һаман да дәртле әле ул: Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театрында илһамланып, йәштәрсә ҡолас ташлап, яңынан-яңы геройҙар тыуҙыра, ижад итә, яҡшыға, яҡты киләсәккә өмөт менән йәшәй Зинфира Юлмөхәмәтова. Балалар өсөн ҡуйылған күп төрлө тамашаларҙа уның үҙ йөҙө, үҙ башҡарыу оҫталығы бар.

Ситтән тороп уҡып, юғары һөнәри белемгә эйә булған актриса аныҡ маҡсаттар ҡуйып, матур хыялдар менән алға атлай. Уйландырған да, моңландырған да театр—уның өсөн йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы. Шуға ла бар булмышын һалып, йөрәк хисе менән ижад итергә тырыша ул. Килер йылдарың шатлыҡтарға бай булһын, Зинфира!

Мотал Рәмов,

РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap