Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ЙӘШ ИЖАДСЫ ҮҪЕП КИЛӘ
Untitled document

Гәзитебеҙҙең был һандағы әҙәби битен йәш ҡәләм тирбәтеүсе Ынйыгөл Ишбулатованың әҫәрҙәре биҙәй. Ынйыгөл—Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы, бөгөнгө көндә Өфөләге Ҡ.А.Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында белем ала. Бәләкәйҙән ижадҡа ылыға, шиғырҙар, әкиәттәр, нәҫерҙәр яҙһа, һуңғы ваҡытта көсөн хикәйә жанрында ла һынап ҡарай.

20-22 ноябрҙә Сибай ҡалаһында үтәсәк республика йәш яҙыусылар конференцияһына Ынйыгөлдөң дә ҡулъяҙмалары тикшереүгә ҡуйылған. Уға был яуаплы һынауҙы үтеүендә уңыштар һәм киләсәкке ижадында ҡәләменең осло булыуын теләп ҡалабыҙ.

МАЖАРАЛЫ ЭКСКУРСИЯ

Хикәйә

Нәфисәнең класы иртәнән һуңға баш ҡалаға экскурсияға барасаҡ. Район Өфөнән алыҫ булғас, юл да оҙон ғына буласаҡ.

Ниһайәт, әҙерләнеү көнө лә килеп етте. Ҡыҙ ике көнлөк аҡса, кейем-һалым алды. Тыуған көнөнә әсәһе бүләк иткән фотоаппаратын да ҡәҙерләп кенә рюкзагының иң өҫтөнә һалып ҡуйҙы.

Иртәнсәк, әсәһе уятҡанда, сәғәт ете тулған ине инде. Сәй эсеп юлға сығырға ваҡыт еткәс, Шәрифә апай борсолоп алып китте:

—Нәфисә, һин үҙеңде ҡарап ҡына йөрө, күңелем тыныс түгел ниңәлер...

—Ҡуй, әсәй, юҡҡа борсолма, барыһы ла яҡшы булыр,—тине Нәфисә әсәһен тынысланды- рырға тырышып.

Ҡыҙ килгәндә бөтәһе лә йыйылып бөткән ине инде. Уралия Сәлимйәновна балаларҙы һанап автобусҡа индерҙе.

Нәфисә юл буйына бер кем менән дә һөйләшмәне, бары бөгөн күрәсәк ҡыҙыҡлы урындар хаҡында хыялланып барҙы. Ул бәләкәй сағында атай-әсәһе менән Өфөгә барғайны ла, тик бер нәмәне лә иҫләмәй.

Өфөнөң машиналар әҙерәк йөрөгән урамында уҡыусылар магазинға инергә булдылар. Сиратта Нәфисәнән һуң берәү ҙә тормай ине. Ул кәрәк-яраҡ ризыҡ һатып алып килеп сыҡһа—автобус юҡ. Әллә икенсе урынға шылып торғандармы тип, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла ҡараны. «Нисек, нисек инде, мине онотҡандар!?» Ҡыҙыҡай иҫәңгерәп, ни эшләргә белмәй эргәләге эскәмйәгә ултырҙы. Уға тирә-яҡ йәмһеҙ, ә яурынындағы рюкзагы ауыр булып ҡалғандай тойолдо. «Ни эшләргә, ҡайҙа барырға?» тигән уй мейеһен бырауланы.

Магазиндан килеп сыҡҡан бер ҡыҙыҡай эскәмйәлә пакетына текләп ултырған Нәфисәгә иғтибар итте.

—Беләһегеҙме, беҙ класыбыҙ менән экскурсияға килгәйнек, мин магазиндан сығыуыма автобус киткән дә барған. Ә минең бында бер кемем дә юҡ,—тине Нәфисә иламһырап.

—Улай булғас, әйҙә беҙгә. Әсәйем әрләмәҫ әле, һинең исемең кем һуң?

—Нәфисә!

—Нәфисә?! Ярай, мин һине Анфиса тип кенә йөрөтөрмөн. Ә мин Люда, үкенескә ҡаршы, башҡортса белмәйем.

Ҡыҙҙар күптәнге таныштар кеүек бергә атлап китте.

—Бына килеп тә еттек, ана беҙҙең тәҙрә, етенсе ҡатҡа ҡара,—тине Люда.

Нәфисә бер ни өндәшмәһә лә яңы дуҫы менән һоҡланмай ҙа булдыра алманы. «Үҙем һуң, насар белгән ят ҡыҙҙы өйөмә алып ҡайта алыр инемме икән?»—тип уйланды.

Людаларҙың фатирына инеү менән танауҙы тәмле бәлеш еҫе ҡытыҡланы. Был еҫ Нәфисәгә әсәһен хәтерләтте. «И-и, әсәйем, һин хәҙер ҡыҙың үҙ класы менән йөрөй тип уйлайһыңдыр инде»,—тип көрһөндө.

—Ә-ә-ә, әхирәтеңде алып килдеңме, үтегеҙ ниңә тораһығыҙ. Ҡыҙым, кем булаһың?—Люданың әсәһе уларҙы ихлас ҡаршыланы.

—Әсәй,уның исеме Анфиса. Әсәй, ул теге ней… ул автобусынан тороп ҡалған.

—Нисек? Аңлайышлыраҡ итеп һөйлә әле,—тип бүлдерҙе апай кеше.

Һүҙҙе Нәфисә үҙе дауам итте:

—Өфөгә класым менән экскурсияға килдем. Магазинға ингәйнек, сыҡһам—автобус юҡ.

—Ярар, борсолма эштән һуң Люда атаһы менән бергә алып барып ҡуйырҙар. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ. Әсәйеңә лә шылтырата һалайыҡ, борсолмаһын,—тип тынысландырҙы ҡыҙҙы рәхимле ҡатын.

Ҡыҙҙар тамаҡ ялғап алғас, башта Салауат Юлаев һәйкәленә, унан Дуҫлыҡ монументына барып әйләнделәр.

—Люда, һин булмаһаң, мин ни эшләр инем. Әйҙә дуҫ булайыҡ, мәңгелек дуҫтар!

—Һин нимә! Мин һине әллә ҡасан уҡ дуҫ иттем. Әйҙә, Аксаков паркына аҡҡоштар ҡарарға.

Ҡыҙҙар барып еткәндә көн кисләгәйне. Улар икмәк һатып алып аҡҡоштарҙы ашатты.

Өйгә ҡайтҡанда Люданың атаһы ҡайтҡан ине. Уларҙы Люданың әсәһе:

—Нәфисә, бөгөн Коля ағайың һине алып бара алмай, иртәгә кискә ҡала инде,—тигән хәбәр менән ҡаршы алды.

Нәфисә ни тиһен инде, йоҡларға ятты. Ә иртәнсәк улар Люда менән бассейнға барҙылар. Рәхәтләнеп йөҙөп-сумып туйғас, өйгә ҡайтып компьютерҙа уйнанылар.

Люданың атаһы бөгөн иртәрәк ҡайтып, ике ҡыҙҙы һәм әсәһен ултыртып ауылға алып китте. Был юл уға бик оҙон булып тойолдо.

Машина өй алдына туҡтағас, Нәфисә машина ишеген асып атылып сыҡты ла, һыйыр бикләп йөрөгән әсәһенә йүгерҙе.

—Әсәй!

—Балам, йондоҙом минең!—Шәрифә апай ҡыҙын ҡосаҡлап алды, күҙҙәренә йәш төйөлдө.

—Әсәй, илама, ниңә илайһың? Мин бит бында!

—Был шатлыҡ йәштәре бит, балам.

Ҡапҡа тышында тауыштар ишетелде.

—Уй, онотоп торам, әсәй, беҙгә ҡунаҡтар килде.

Сәй эскән ваҡытта Нәфисә мажараларын һөйләне.

—Ҡурҡыттың бит, балам. Автобусҡа ингәс, Уралиә Сәлимйәновна: «Барыһы ла урынында булһа, ҡуҙғалайыҡ»,—тигән. Китеп өлгөргәс, һинең юҡлығыңды белеп ҡалғандар ҙа магазин янына кире барһалар—һин юҡ. Һорашҡандар. Ярай яҡшы ғына кешеләргә юлыҡҡанһың. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙымды алып килгәнгә!

Бына ошо хәл ике ғаиләнең дуҫлашып китеүенә яҡшы сәбәп булды. Ә Люда менән Нәфисә күп йылдар үтһә лә, был ваҡиғаны гел хәтерләп торалар.

МӘРЙЕН ТҮҢЕ

Әкиәт

Борон, бик борон замандарҙа, бер яғын урман, икенсе яғын ҙур тәрән күл уратып алған бер ауылда булған был хәл. Был күл шул тиклем ҙур булған, хатта халыҡ уны диңгеҙ тип йөрөткән.

Был ауылда Ырыҫҡол исемле батыр, уңған егет йәшәгән.

«Эй, ул ниндәй Ырыҫҡол булһын, ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп тора. Ялсығол бит ул!»—тип үртәгәндәр уны бай балалары. Ысынлап та, егеттең бар байлығы ебәк яллы саҡма тояҡлы Дөлдөлө һәм булат ҡылысы булған. Ә йөрәген йөҙө айҙай тулған, ҡояштай балҡыған, оҙон сәс толомдарын үрмесләп үргән үҙе кеүек ярлы ҡыҙ Мәрйенбикә яндыра икән. Ҡыҙ ҙа егеткә битараф түгел. Ләкин ҡыҙ оялып хистәрен белдерергә ҡыймай. Егет иһә ризалыҡ алырға барырға ата-әсәһен ашыҡтыра икән. Уның сәбәбе лә була. Йәмле йәй еттеме, ҡыҙҙар ҡырға емеш-еләккә йөрөйҙәр. Уларҙың урманға барғанын көтөп кенә тороп, урман йыртҡысы—Диңгеҙ кирәмәте тигән ҙур, имәнес, шөҡәтһеҙ хайуан тотоп ашай икән. Күпме сибәр ҡыҙҙың башына етте был януар! Ошоно уйлап Ырыҫҡолдоң был эште ашыҡтырғыһы килә икән.

Көндәрҙән бер көндө ауыл ҡыҙҙары, еләк бешкәс, урманға киткәндәр. Улар араһында Мәрйенбикә лә булған. Күпмелер ваҡыттан һуң тоғро дуҫы—Дөлдөлөнә атланып, булат ҡылысын алып, Ырыҫҡол да юлға сыҡҡан. Ҡыҙҙар, инде тырыздары тулып, шифалы үләндәр йыйып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ тигәндә, баяғы Диңгеҙ кирәмәте килеп сыҡмаһынмы алдарына! Ул урманды шәп итеп гиҙә, диңгеҙҙә етеҙ йөҙә икән. Ҡыҙҙар сыулаған тауышҡа сабып килеп еткән Ырыҫҡол ҡылысын ҡындан һурып алып, улай һелтәгән, былай һелтәгән. Януарҙың күҙ алдында Салауат күпере төҫтәре уйнап тора икән. Бик оҙаҡ алышҡан, ти, егет. «Шул кәрәк уға!»—тип ҡыҙҙар көс-ғәйрәт биреп торғандар, ти. Хәтһеҙ ваҡыт алыш-ҡандан һуң Диңгеҙ кирәмәте һөйәктәренән бәләкәй генә бер тау барлыҡҡа килгән. Ырыҫҡолдоң мөхәббәтен һаҡлап көрәшкән ерҙе халыҡ Мәрйен түңе тип йөрөтә башлаған, ти.

Халыҡ иркен йәшәп киткән. Ырыҫҡол менән Мәрйенбикә матур итеп туй яһағандар. Хәҙер был ауылда уларҙың балалары, ейәндәре көн итәләр, ти.

Уйҙарым

Баймаҡ—сал ҡылғанлы дала,

Күк Ирәндек, йәмле Һаҡмар.

Хозур ҙа һуң тау-болондар—

Иҫ китмәле тыуған яҡтар!

Һаҡмар ҡыҙы биҙәй сәхнәләрҙе,

Йәнгүҙәйҙе һағына Игебай.

Минең тыуған яғым ғорур ҙа ул,

Йомарт та ул, нурлы, үҙе бай.

Баҫыуҙарҙа иген тулҡынлана,

Ярыш сәме булып һәр эштә.

Изгелеккә беҙҙе әйҙәп торһон

Уң яҡ ҡулбаштағы фәрештә.

Күгебеҙ гелән зәңгәр булһын,

Балҡып торһон гелән ҡояшы.

Йолаларҙы үтәп туйҙар үтһен,

Һис тынмаһын бала тауышы.

Таңдарыбыҙ һәр саҡ алһыу булһын

Наҙлап иҫһен һәр саҡ елдәре.

«Әсәй» тиеп кенә саф башҡортса

Асылһын да сабый телдәре.

Күңелдәрҙе нурлап мәсет ҡалҡһын,

Яңғырап торһон аҙан тауышы.

Иман булған ерҙә әҙәп була,

Беҙ йәшәйбеҙ әле, иншалла!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap