Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
«ҠЫТАЙҘА БУЛЫП ҠАЙТТЫҠ...»
Untitled document

БДУ-ның Сибай институты студенттары Ҡытайҙа уҙғарылған «Enactus» бизнес-идеялар Халыҡ-ара конкурсына Рәсәй намыҫын яҡларға юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Йәштәр сит тарафта уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Конкурста һәм Ҡытайҙа алған тәьҫораттары менән Сибай институты командаһы ағзаһы, иҡтисад факультетының сығарылыш студенты Арслан Байрамғолов уртаҡлаша.

—Арслан, Ҡытайға нисегерәк барып юлыҡтығыҙ?

—Сибай институтының «SIFE» командаһының абруйы, даны хаҡында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Ҡасандыр был команда Рәсәйҙә еңеү яулап, Сингапурҙа илебеҙ намыҫын яҡлағайны. Сығарылыш уҡыусылары сығып тора, төркөм яңы студенттар менән тулылана. Быйылғы команда составында булыу бәхете миңә лә йылмайҙы. Тәүҙә беҙ Башҡортостандың башҡа юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙы еңдек. Рәсәй кимәленә сығып, 155 команда араһында көс һынаштыҡ. Ошо еңеүебеҙ беҙҙе Ҡытайға алып килде.

—Командала һеҙ нисә студент? Етәксегеҙ кем?

—Беҙ барлығы 11 студент. Шуларҙың 4-һе егет, ҡалғандары ҡыҙҙар. Етәксебеҙ Урал Әҙеһәм улы Барлыбаев. Ул—ме- неджмент кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты. Уның етәкселегендә Ҡытайға барҙыҡ, 36 ил араһында һынау тоттоҡ.

—Жюри составында кемдәр ине? Талаптар ҡаты булдымы?

—Донъя кимәлендә билдәле булған бизнесмендар жюриға алынған ине. Шуныһы күңелде ҡыра: барыһы ла тиерлек Ҡытай эшҡыуарҙары булды. Бер көндө 36 команданың сығышын ҡарап бөтөү мөмкин түгел. Шуға беҙҙе төркөмдәргә бүлделәр. Йәғни 8 аудиторияла бер юлы ярыш башланды. Беҙҙең менән Ҡытай, Нидерланды, Марокко командалары сығыш яһаны. Беҙ жюри иғтибарына өс проект тәҡдим иттек. Беренсеһе «Ауыл перспективаһы» тип атала. Уның нигеҙенә мин үҙем етәкләгән «Урман-Про» йәмғиәтен алдым. Ауылдағы эшһеҙлек проблемаһынан сығыу юлдарын эҙләргә өйрәттек. Икенсе проект—«Бәхетле әсәйҙәр». Был социаль проект. Әле Сибайҙа улар үҙ эшен киң йәйелдерҙе. Балалар байрамы үткәрәләр, «Таҙа яр» экологик акцияһы уҙғаралар, «Дармарка» сараһы ойоштороп, кәрәкмәгән әйберҙәр менән үҙ-ара алыштырыу, бүлешеү яйын табалар. Өсөнсө проект «Доффи» тип атала. Был өҫтәмә эш табырға ярҙам итеүсе ойошма. Интернетта «Doffe.me» сайтына инергә лә эш тәҡдим итергә мөмкин. Мәҫәлән, «Өйөмә обой йәбештереүсе эҙләйем. Хаҡы—шуның сама» тигән яҙыу ҡалдыраһың. Ошо хаҡ менән килешеүселәр ойошма менән бәйләнешкә инә. Өҫтәмә эш эҙләүсегә адрес бирелә. Тик шундай шарт: эшләп алған аҡсаның 15 проценты ойошмаға. Әйткәндәй, ошо һуңғы проект бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, Нидерланды вәкилдәре хупланы.

—Ә шәхсән үҙеңә кемдәрҙең сығыштары, уй-пландары күңелеңә хуш килде?

—Барыһын да ихлас ҡарап, сағыштырып ултырырға ваҡыт та, форсат та булманы. Әммә күргәндәремдән Африка командаһы проектын юғары баһалар инем. Билдәле булыуынса, Африкала эсәр һыу проблемаһы—көнүҙәк. Ошоно иғтибарға алып, улар һыу таҙартыу ҡоролмаһына бәйле бизнес-идеялары менән уртаҡлашты.

—Һеҙ финалға үттегеҙме һуң?

—Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үтмәнек. Беҙҙең төркөмдән Марокко һәм Ҡытай командаһы үтте. Fөмүмән, финалға 16 команда сыҡты. Йәрәбә тотҡандан һуң, улар йәнә 4 төркөмдә көс һынашты. Һөҙөмтәлә, супер-финалға 4 команда үтте. Ярыш ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Беренсе урынды Ҡытай командаһы яуланы. Икенсе урын Марокко вәкилдәренә бирелде.

—Марокко тигәндәй, әле донъяла Африкаға бәйле сетерекле хәл тора бит әле... Ҡурҡытманымы?

—Юҡ (көлә). Таралған сирҙе күҙ уңында тотаһығыҙҙыр. Барыһы ла аэропортта ныҡлы тикшереү үтте.

—Урыҫтарҙа «Һуғыш һуғыш менән, әммә ашау ваҡытында булырға тейеш» тигән әйтем бар. Ярай, ярыш ярыш менән, ә бына Ҡытай аш-һыуы оҡшанымы?

—Ой, юҡ, бөтөнләй оҡшаманы. Билмәндән башҡаһын ауыҙ итә алманыҡ. Урамда ла теҙелеп баҡаһын да, башҡаһын да бешереп торалар. Аҙыҡтарынан алама еҫ килә, әсе. Бер ресторанда аштары бесәй итенән ине. Быны ишетеү менән сығып ҡастыҡ. Ярай әле Рәсәйҙәге һымаҡ «Макдоналдс»тар бар. Шунда тамаҡ ялғап йөрөнөк. Урыҫ кухняһынан торған ресторан бар тиҙәр ине, ул алыҫ булып сыҡты.

—Ниндәй телдә аралаштығыҙ?

—Конкурс мәлендә инглиз телендә. Әммә Пекиндың үҙендә инглизсәгә ҡарағанда русса белеүселәр күберәк. Бигерәк тә баҙарҙа һатыу итеүселәр бөтә телде лә белә. Беҙҙең менән русса, башҡа илдекеләр менән инглизсә һөйләшеп торалар. Әйткәндәй, баҙар һатыусылары ҡулында һәр саҡ яһалма аҡса була. Улар һатып алыусыны алдарға һәр саҡ әҙер. Әммә беҙҙекеләр менән сағыштырғанда улар менән яҡшы ғына сауҙалашырға, хаҡты кәметергә мөмкин.

—Ҡайҙа йәшәнегеҙ?

—«Джиң-джоң» отелендә йәшәнек. Бер мәл асҡысты юғалтып, отель хеҙмәткәрҙәренә аңлата алмай йонсоноҡ. Инглиз телен белмәйҙәр. Шунан Интернет ярҙамында «асҡыстың дубликаты кәрәк» тип яҙып, ҡытай теленә тәржемә иттереп сығарып алдыҡ. Шул яҙыуҙы күрһәтеп, ас-ҡыслы булып, бүлмәбеҙгә индек. Ошо алымды таксиҙа ла ҡулландыҡ.

—Ҡыҙыҡ хәлдәргә, мажараға ла тарып бөткәнһегеҙҙер инде?

—Эйе, ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды. Таксист беҙҙең ҡайҙан булыуҙы һорай. Руссалап «Россия» тиһәк тә, «Рашен» тиһәк тә аңламай. Шул саҡ беҙҙәге Рәсәй флагын күреп ҡалды ла «О, Путин» тип һөйләнә башланы. Беҙҙең Президенттың абруйы ҙур унда. Ә Рәсәйҙе улар үҙ телендә бөтөнләй ҡыҙыҡ әйтә. «Эллосе» тигән һымағыраҡ яңғырай.

—Матур урындарға сәйәхәт ҡылдығыҙмы?

—Әлбиттә. Ҡытай стенаһына барҙыҡ. Ике мең тупһаны йәйәүләп үтеү еңел түгел. Сәғәт ярым мендек. Ҡыҙҙар тағы ярты сәғәттән генә беҙҙе ҡыуып етте. Унан һуң аяҡтар һыҙланы. Ҡасандыр Ҡытай императорҙарының һарайы булған тыйылған ҡалаға барҙыҡ. Сәй ҡаласығында булдыҡ. Әйткәндәй, сәйҙәре бик оҡшаны. Ысын сәй нисек булғанын аңланым. Уның еҫе лә, тәме лә башҡа һәм ул бик ҡиммәт. Беҙ күстәнәскә башлыса сәй алып ҡайттыҡ.

—Ә башҡорттарҙы унда беләләрме?

—Юҡтыр. Әлеге конкурстан бер көн алда һәр ил үҙенең күргәҙмәһен ойоштор-ҙо. Беҙ бик матур һәм бай өҫтәл әҙерләгәйнек. Унда Рәсәйгә һәм Башҡортостанға бәйле төрлө сувенирҙар ҡуйылды, башҡорт балы, сәк-сәк өҫтәл йәме булды. Үҙебеҙ рус һәм башҡорт милли кейемдәрендә торҙоҡ. Беҙҙең яндан китмәнеләр. Йә рус, йә башҡорт таҡмағына үҙҙәренсә бейенеләр. Сувенирҙарыбыҙҙы таратып алдылар. Балды бик оҡшаттылар. Башҡорт ир-егетенең бүреге иһә улар өсөн бөтөнләй асыш булды. Һыйпап, тотоп ҡаранылар, кейҙеләр ҙә, беҙҙең менән фотоға ла төштөләр. «Башҡортостан ҡайҙа ул?»—тигән һорауҙар күп булды. Урал тауҙарына бәйләп саҡ аңлаттыҡ.

—Ә Ҡытай һәм уның халҡы һинең күңелдә ниндәй тойғолар ҡалдырҙы?

—Ҡытайҙы дөйөм алып әйтә алмайым. Әммә Пекин урамдары бик таҙа. Унда урналар юҡ тип әйтергә була. Булһа ла кеше унда ҡыйын ташламай. Шуға урам һепереүселәр ергә төшкән һәр сүпте алырға әҙер генә тора. Ә һауаһына килгәндә бик бысраҡ. Завод-фабриканың бысрағы томан һымаҡ ята. Хатта самолетта өҫтән был ҡаланы күрерлек түгел. Кешеләр һәр саҡ битлек кейеп йөрөй. Машиналар бик күп. Уларҙың маркаһына иғтибар иткәндә, етеш, бай кешеләр күптер тигән уй тыуа. Юлдарҙа тығын проблемаһын хәл итеү өсөн, машиналарҙың номерына ҡарап, уларҙы аҙнаның ҡайһылыр көнөндә йөрөүен туҡтатырға ҡушалар. Мәҫәлән, миҫал өсөн генә әйтәм, «00» һанынан башлап «15» һанына тиклемгеләр дүшәмбе йөрөмәй һ.б. Кешеләр иһә буйға тәпәш. Улар араһына инеп китһәң, һине иптәштәрең «һә» тигәнсе табасаҡ (көлә). Улар көҙ миҙгелен ярата. Сөнки йәйҙәре үтә эҫе, ҡыштары үтә һалҡын икән. Урамда сит милләт кешеһен күрһәләр, килеп тотоп ҡарарға ла аптырап тормайҙар, ҡултыҡлап фото төшә башлайҙар. Үҙеңде сит планетаға килгән һымаҡ хис итергә мөмкин.

—Ҡытай телен үҙләштереп өлгөрмәнегеҙме?

—«Нихао»—һаумы, «сесе» рәхмәт икәнен белеп ҡайттыҡ.

—Фәһемле, белем даирәһен үҫтерерҙәй, тәжрибә бирерҙәй конкурста ҡатнашыу менән бер рәттән, бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәфәргә барғанһығыҙ...

—Эйе. Ярыш та, сәфәр ҙә оҡшаны. Ошондай мөмкинселектәр биргән өсөн институт директоры З.F.Йәрмөхәмәтовҡа, кураторыбыҙ У.Ә.Барлыбаевҡа, барлыҡ уҡытыусыларыбыҙға, бағыусыларыбыҙға оло рәхмәт белдерәбеҙ.

—Арслан, әңгәмәң өсөн «сесе»! Һиңә һәм иптәштәреңә тик уңыштар теләйбеҙ! Ҡытай стеналарындай кәртәләр ҙә маҡсатығыҙға ҡаршы тора алмаһын!

Р.Усманова әңгәмәләште.

Һүрәттә: Сибай институтының

«SIFE» командаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap