Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ЗАМАНҒА ЭЙӘРЕП ТҮГЕЛ, УНЫҢ МЕНӘН БЕРГӘ АТЛАП...
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Ҡасандыр, бынан ярты быуаттан ашыу ваҡыт элек, Сибай ҡасабаһында яңы ғына ойошторолған «Башмедьстрой» тресына төҙөүселәр кәрәк була. Трест етәкселеге республиканан һәм унан ситтән дә эшселәр эҙләй башлай. Әммә табылған көстө лә махсус рәүештә һөнәргә өйрәтергә кәрәк булып сыға һәм был оҙайлы ваҡыт талап итә. Шул сәбәптән 1954 йылдың көҙөндә Сибай ҡасабаһында 11-се төҙөүселәр мәктәбе—ФЗО асыла. Яңы уҡыу йорто ярым емерек хәлдәге өс баракта урынлаша. Төҙөүселәр мәктәбенән башланған ошо уҡыу йорто—Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы бөгөн үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Мәктәптең тәүге директоры, һуғыш ветераны Төхвәт Дәүләт улы Макулов алдына уҡыу өсөн йәштәр, уҡытыу өсөн мастерҙар табыу бурысы килеп баҫа. Тәүге уҡыусыларҙы өйҙән-өйгә йөрөп, урамдан тигәндәй йыйып алалар. Ятаҡтар һыуыҡ, оҫтаханалар юҡ. Бер фуфайканы түшәп, икенсеһен ябынып йоҡлаған йәштәр бер нисә көндән уҡыуҙы ташлап ҡаса, уларҙы кире эҙләп алалар. Ауылдарҙан йыйылған балаларҙы ҡаланыҡылар ҡыҫырыҡлай, күршеләге ятаҡта сиҙәм күтәрергә бөтә союздан йыйылған халыҡ ҡайнаша, шунлыҡтан ул йылдарҙа ятаҡ тәрбиәселәре төнгө ҡарауылға эт һәм мылтыҡ менән йөрөй. Мең бәлә менән йыйып алынған тәүге төркөмдө тарҡатмау һәм уҡытып сығарыу өсөн нимә генә эшлә-мәйҙәр. Ниһайәт, ун айҙан «Башмедьстрой» үҙенең беренсе йәш төҙөүселәрен ҡабул итеп ала. Ташсы-монтажсы, штукатур-буяусы, балта оҫтаһы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән 248 сығарылыш уҡыусыһы шул йылдарҙа ҡаланың нигеҙен тәшкил иткән баҡыр-көкөрт комбинатын, ит комбинатын, мәктәптәр, дауахана, мәҙәниәт объекттары, торлаҡ йорттар төҙөй ҙә инде.

Төрлө йылдарҙа уҡыу йорто бер нисә тапҡыр атамаһын алмаштыра. 1957 йылда төҙөлөш мәктәбе төҙөлөш училищеһына, 1966 йылда 34-се ПТУ-ға, 1973 йылда Урта профессиональ-техник училищеға (СПТУ) әйләнә. 1984 йылда 24-се ГПТУ булып китә, 1999 йылдан 24-се һөнәрселек лицейы булараҡ эшләй, ә бөгөн иһә төҙөлөш һәм сервис колледжы статусын яҡлаған.

Үрҙә әйтеп үтелгәндәр Сибай ҡалаһында инде 60 йыл эшләп һәм хеҙмәт баҙарын эшсе көстәр менән тулыландырып торған уҡыу йортоноң ҡыҫҡаса тарихы булды. Әлбиттә, үткән йылдар дауамында башҡарылған эштәр, һалынған хеҙмәт һөйләп һәм яҙып бөткөһөҙ. Ошо ваҡыт эсендә уҡыу йортонан 45 меңдән ашыу йәш кеше һөнәр алып сыҡҡан. Һәр йыл һайын «Перспектива» уҡыу үҙәге төҙөлөш, транспорт, хеҙмәтләндереү һәм еңел сәнәғәт тармаҡтары өсөн 34 профессия буйынса 100-ләп һөнәрмән әҙерләй. Әйтеп үтергә кәрәк, төҙөлөш һөнәрҙәренән тыш дөйөм туҡланыу, еңел сәнәғәт, халыҡты хеҙмәтләндереү кеүек халыҡ хужалығының башҡа өлкәләренә кәрәкле һөнәрҙәрҙе лә күҙҙән ысҡындырмай бөгөн колледж.

Әлбиттә, һәр ойошманың, уҡыу йортоноң тарихын шунда ғүмерҙәрен, көстәрен һалған хеҙмәтсәндәре тәшкил итә, улар яһай тарихты. Колледжың да бындай данлы кешеләр, ветерандар исемлеге бик ҙур. Уларҙың изге эштәре онотолмай. Рәсәй Федерацияһының һәм республиканың атҡаҙанған төҙөүселәре В.К.Березина, Ә.Х.Солтанова, А.М.Мироненко, шулай уҡ Березиндар, Матвеевтар, Fәрифуллиндар, Богдановтар ғаиләләре династияларынан сыҡҡан тиҫтәләгән төҙөүселәр исемдәре биҙәй был теҙмәне. Уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар уҡытҡан, уҡыусы- ларҙы тәрбиәләгән, һө-нәргә өйрәткән Т.А.Гәрәев, З.А.Мартынова, З.М.Яныбаев, А.Хәкимов, В.П.Семенихина, А.С.Фәхруллина, З.Ә.Бикмәтова, И.С.Таһирова, Ә.Х.Хәсәнов, Р.У.Ҡаһиров, Р.F.Заһиҙуллин, Л.Т.Телятникова, Г.А.Крюкова, И.З.Хисмәтуллин, Г.Ә.Әхмәтйәнов, Н.Г.Юнысова, М.А.Fәфүрова, Н.А.Жаринова, Ф.К.Фәйзуллин, А.А.Утарбаева, С.М.Тимерова, И.Д.Мусин, В.М.Fүмәрова, Х.А.Байымова, З.А.Батыршина, Я.Ф.Баймырҙина, Р.Р.Сөләймәнова, Л.Г.Сәлимгәрәева, С.Ш.Тимербулатова, Л.Ф.Мусина, Л.И.Мәрәҫова һ.б. хаҡында уҡыу йорто коллективы бөгөн дә яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Төрлө йылдарҙа коллектив менән етәкселек иткән Т.Д.Макулов, Ю.П.Чернов, Ә.Б.Юнысов, Ә.М.Йософбаев, В.Х.Биктимеров, F.F.Бүләкбаев, Т.Ә.Гәрәев, Н.А.Жаринова, Б.М.Килдейәровтар һәр береһе үҫеш осороноң бер баҫҡысын тәшкил итә. Бөгөн колледж фән кандидаты Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәновтың  ҡулына ышанып тапшырылған. Грамоталы һәм ойоштороу һәләтенә эйә шәхес булараҡ, коллективын мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштереү һәм был белемде баҙар иҡтисады шарттарында ҡулланыу йүнәлешенә баҫтырҙы ул. 2012 йылда республика конкурсында 12 миллион һумлыҡ грант яулау ҙа тап ошондай ижади эҙләнеүҙәр, туҡтауһыҙ хәрәкәт итеү, яңынан-яңы инновацион юлдар өйрәнеүҙең емеше ул. Был сумма уҡыу йортона, ятаҡҡа заманса йыһаздар, станоктар, мультимедия техникаһы алыуға һәм матди-техник базаны нығытыуға ебәрелгән.

Колледжда белем биреүҙең инновацион программаларын өйрәнеүсе һәм тормошҡа ашырыусы яңы бүлек—фәнни-методик үҙәк асылған. Уның маҡсаты—баҙар иҡтисадында талап ителгән һөнәрмәндәрҙе заман кимәленә яуап бирә алған юғары сифатлы хеҙмәткәр итеп әҙерләп сығарыу. Колледжды тамамлаған йәш кеше эшһеҙ йөрөмәһен, тормошта үҙ урынын тапһын өсөн уны һөнәрселек яғынан да, тәрбиәүи йәһәттән дә өлгөргән, әҙер белгес, үҙ аллы шәхес итеп тәрбиәләү һәм өйрәтеү беренсе урынға ҡуйыла.

«Йәмғиәттә төҙөүсене, слесарҙы йәки башҡа төр хеҙмәт күрһәтеүсе эшсене илке-һалҡы йөрөгән «калымщик» сүрәтенә индереп ташланылар. Беҙ был ҡарашты үҙгәртеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бөгөнгө төҙөүсе йәки иретеп йәбештереүсе ул заман технологияларын биш бармағы кеүек белгән, эшен юғары кимәлдә башҡара алған, сифат өсөн тырышҡан оҫта, йәғни, һөнәрмән,—ти Fайса Әхмәҙулла улы.—Нисек кенә булғанда ла, халыҡ араһында төп эш көсөн тәшкил иткән ҡатлам тәрбиәләнә беҙҙә. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында ла тап «беҙҙең» һөнәр эйәләре талап ителә. Заман алға бара, күреп тораһығыҙ, яңынан-яңы төҙөлөштәр асыла, ҡалалар үҫә, уларҙа эшләгән техника ла, башҡарыу методтары ла яңыса. Эшкә төшөргә барған өс кешенең, мәҫәлән, мотлаҡ белемле һәм универсаль булғанын һайлап алалар һәм, беҙҙеңсә, ана шул һайлап алынғаны тап беҙҙең сығарылыш студенты булырға тейеш тә инде. Заманға эйәрергә түгел, ә уның менән бер ҡатар барырға кәрәк». Ошо изге маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тырыша ла инде етәксе һәм уның берҙәм коллективы. Бының өсөн улар көсөн йәлләмәй. Бөгөн колледжға көслө, эшенә мөкиббән киткән педагогтар, мастерҙар, тәрбиәселәр тупланған, махсус кластар, лабораториялар, ял итеү, спорт үҙәктәре булдырылған, бөтөн уңайлыҡтары булған ятаҡ, ашхана бар.

Уҡыу йортоноң абруйлы юбилейы алдынан Fайса Әхмәҙулла улы уның һәр башланғысын хуплап ҡаршы алған коллективын байрам менән ҡотлап, уларға оло рәхмәтен еткерҙе. Һәм, әлбиттә, ҡасандыр ошо уҡыу йортонда тәүге һөнәрен үҙләштергән һәм үҙләштереп йөрөгән кисәге һәм бөгөнгө студенттарға уңыштар теләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap