Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ӨМӨТЛӨ ШАЙТАН
Untitled document

Хикәйә

Абдулла ҡарт, бәләкәй бала баҫҡыстарҙы һанай-һанай ғына атлаған шикелле, самолет трабынан яйлап төштө. Төштө лә, халыҡ ағымына эйәрергә тырышып, ҡуҙғалып китте. Тик ағымдағыларҙың береһе лә уның кеүек һуҙылмай булып сыҡты, барыһы ла ашығып үтеп китә торҙо һәм аэропорт майҙансығына ул иң ҡойроҡтағыларҙан да әллә күпмегә ҡалып барып инде. Унда туҡталғас та ян-яғына ҡаранманы, ҡаранһа ла был сама сыбарлыҡ араһында берәүҙе лә күрер-таныр хәлдә түгел ине. Пинжәк кеҫәһенән ҡулъяулыҡ урынына тип тәңкләп һалып алған ситса яулыҡты сығарып тирләгән маңлай-муйындарын һөрттө лә, яулыҡты ҡәҙерләп кенә кире тығып ҡуйҙы. Әбейенең яулығы ул, тотонолмаған һәм бер ваҡытта ла тотонолмай торған булһа ла, уның йылыһын һаҡлаған кеүек. Хәйергә төшкән ошондай «прастуй» яулыҡтарҙы бабайына берәй ергә йыйынғанда ҡулъяулыҡ итеп бирә торғайны. Шул йоланы тотоп, был яулыҡты юлға сығыр алдынан Абдулла үҙе һандыҡтан сығарып алды. Эй, ваҡыт… Яңы ғына кеүек ине, Сәмиғаһының ҡырҡы ла сыҡты. Үткәреп китте, үпкәләп ятмаҫ, моға… Ҡаршыһына улы килә түгелме?! Шул шу! Тас үҙенең кәртешкәләге йәш сағы булып килә. Әбейе гел шулай тей торғайны, ысынлап дөрөҫ әйткән икән. Ниңә быға тиклем шуға иғтибар итмәгәндер, улай ситтән ҡарағаны булмағандыр шул.

—Ата-ай! Шәпме?!—улы хас бындағы халыҡ шикелле итеп ҡосаҡлап уҡ алды. Бабай уңайһыҙланыуҙанмы, өйрәнмәгәнлектәнме башын яурын эсенә тартып ҡатып ҡалды.—Нисек килеп еттең? Ауырытманымы самолет?

—Арыу—бөтә шау-шыулы һорауҙарға яуап ошо ғына булды. Әмир ҙә атаһынан артыҡ яуап көтмәне, холҡон белә бит.

Ҡайнашҡан халыҡ араһынан атлағанда юғалтмаҫ өсөн атаһын етәкләп алырға ит-кәйне лә, тегеһе ҡулын бирмәне, ахырҙа еңенән эләктереп алды. Кемдер менән етәкләшеп йөрөй торған кешеме инде ул, имгәкләп булһа ла барыр, әммә үҙе барыр.

Оло Мәскәү ҡалаһын күҙәтеп сәғәттән ашыу хуш еҫле такси эсендә сайҡалғандарҙыр, биш ҡатлы иҫке йорт янында шып туҡтағас, аяҡтарын көскә яҙып сығып баҫты. Ул арала улы аҡсаһын түләп, ҙур булмаған юл сумкаһын елтерәтеп алып инеп тә китте:

—Эйәр, атай! Икенсе ҡат, утыҙ икенсе фатир.

Былай ҙа ҡыҫыҡ өй була икән. Ингән ерҙә аршин ярым ер, былай бөгөлһәң дә, тегеләй эйелһәң дә баш төкөй. Шулай ҙа аяҡ кейемдәрен һалып төпкә үтте Абдулла. Улы ингән ерҙекенән саҡ ҡына киңерәк булған аш бүлмәһендә сәй ҡуйып маташа.

—Атай, залда ял итеп тор, хәҙер сәй ҡайнай.

Зал тигәне лә оҙонсараҡ кескәй ҡумта һымаҡ ҡына. Бында һәр сантиметрҙы һаранлап ҡына үлсәп эшләгәндәр әллә. Ҡайҙа үҙенең һарайҙай йорто! Әбейенең түрбаш яғы ғына ла бөтөн быларҙың фатирын һыйҙырыр әле. Хәйер… хәҙер әбейенеке түгел инде…

Сәй эскәс улы эшенә ҡабаланды, сығыр алдынан, анауында ғына ул минең театр, тип тәҙрә аша күренеп ултырған семәрле ҙур бинаны күрһәтеп китте. Яңғыҙ ҡалғас, серем итеп алмаҡсы булғайны ла—ҡайҙа? Күҙе лә эленмәне. Тороп өҫ-башын ҡаҡҡылағас, улы өйрәткәнсә ишекте йоҙаҡлап, урамға сыҡты. Тегеләй-былай күҙ һалып торҙо ла, туҡта, тегенең театрын барып күрәйем әле тип, шул яҡҡа ыңғайланы. Әмире мәктәпте тамамлағас та, режиссер булам тип, атаһының зоотехникка уҡы ла ауылға ҡайт, тигәненә ҡолаҡ һалмай, башта Өфөгә, унан хатта Мәскәүгә сығып китте, бер нисә йылдан ҡыҙы ла ағаһы янына юлланды. Ниндәйҙер ҙур институтта уҡыны шикелле, унан әбейе «театрҙа эшләй» тине.

Абдулла ҡулдарын артҡа ҡуйып тороп яйлап афишаларҙы ҡарап сыҡты, улының, дөрөҫөрәге үҙенең фамилияһын эҙләне. Башта эре хәрефлеләрен генә ҡараны, унда булмағас, бәләкәйерәк яҙмаларҙы үтте. Һаман осратмағас, ҡашын төйөп сытырайып аҫтағыларын ижекләп уҡыны—унда ла юҡ. Һе!

Театр ишегенең тотҡаһын табырға итеп, оло быялалар ҡаршыһына яҡыныраҡ баҫҡайны, улары ике яҡҡа шылып үҙҙәре үк асылып китте. Инеп тә өлгөрмәне артында тегеләр тиҙ генә тауыш-тынһыҙ ябылып та ҡуйҙы. Хикмәт! Ҡойроғоң булһа, ҡыҫылып ҡалмаҫ тимә.

Һаҡта ултырыусы ир Абдулланы туҡтатты:

—Кем кәрәк?

Ҡарт стеналарҙы биҙәгән портреттар-ҙан, фотокүргәҙмәләрҙән ҡарашын ала алманы. Улының һүрәтен тапһа, төртөп кенә күрһәтер ине лә.

—Улыма килдем.

Вахтер бабайҙы баштан-аяҡ һынап ҡараны:

—Кем улығыҙ?

—Режиссер.

—Фамилияһы?

—Ә нимә, улар бында күмәкме ни?

—Етерлек. Кем инде?

—Тимербулатов.—Ҡаршыһындағының һаман бер ни аңламаған ҡарашын тотоп торғас, өҫтәп ҡуйҙы,—Әмир Абдулла улы.

—Юҡ, бында ундай режиссер юҡ. Бәлки, икенсе театрҙалыр, һеҙ дөрөҫ килдегеҙме?

—Нисек инде юҡ?! Бая ғына мине самолеттан ҡаршы алды, ҡайҙа икәнлеген тәҙрәнән күрһәтеп китте, артынан ғына килдем…

—Туҡта!—Бабайҙың ныҡышыуынан аптырап театрҙа эшләүселәр яҙылған ҡалын дәфтәрҙе ҡутара башлаған вахтер бер биттә туҡталды,—тик был режиссер түгел, артистарға ярҙам итеүсе бына… Тимербулатов Әмир Абдулла улы тиелгән.

—Артистарға нишләүсе?

—Ярҙам итеүсе, йәғни гастролдәргә сыҡҡанда йәки спектаклдәргә әҙерләнгәндә артистарҙың костюмдарын күтәрешеп, күсерешеп йөрөшә. Костюмдары күп бит улар-ҙың. Әйҙәгеҙ, янына үткәрәм.

Бер ни аңламаған Абдулла йылғыр вахтер артынан саҡ өлгөрөп оҙон коридор- ҙар буйлап әллә нисә боролош үтеп, костюмдар бүлмәһенә килеп инде. Ҡараһа—улы халат кейеп тороп алып кейем-һалым менән буталана. Инеүсегә баш ҡалҡытып ҡарағас, ҡулына тотҡандары төшөп китте.

—Атай?..

Абдулла әкрен генә килеп улының аяҡ аҫтындағыға ымланы:

—Быларҙы нимитәң?

—Кер йыуыусыларҙан йыуҙыртып, үтекләтеп алам, деталдәрен барлайым, барған ерҙәренә күсерәм…

—Шуның өсөн дә аҡса түләйҙәрме?

—Түләйҙәр…

Әмирҙең эш рәте китте. Атаһының ҡарашы аҫтында кәнфит урлап тотолған малай шикелле ыуаланып күпме торорға мөмкин. Шулай уҡ өндәшмәй ҡалыу ҙа урынһыҙ.

—Атай… Бына шулай килеп сыҡты инде…

Абдулла эйелеп бер сепрәкте күтәреп ҡарап торҙо ла, уның ҡатын-ҡыҙ күлдәге икәнлеген аңлағас, «Тьфү!» тип кире урынына быраҡтырҙы.

—Бисәләр итәген йыйып йөрөүсе инде әтеү һин? Ошоға уҡыттылармы ни йылдар буйы?

—Уҡыуҙы тамамлай алманым бит… Унан кире дауам итермен, ана-бына тип йөрөп ваҡыт үтте лә китте. Fаилә булғас, бала тыуғас, ул хыял да һүрелде.

—Йә һуң бынан башҡа эш булманымы? Шофермы… һуң урам һеперһәң дә…

—Театр яҡын шул миңә, атай, ошо мөхиттә кем булып булһа ла йөрөргә ризамын. Бәлки, берәй мәл, уҡып та сығылыр. Бында йөрөп режиссер эшенең бар нес-кәлектәрен өйрәндем, көн дә йоҡлап кит кәнсе хыялымда әллә ни төрлө күренештәр ҡуям.

—Ә ниңә мин был хаҡта белмәнем? Әсәйең «уҡый, театрҙа эшләй» тигәс ней.

—Һин күп нәмәне белмәнең ул, атай. Әсәй бит һәр ваҡыт «атайығыҙҙы көйҙөрмәгеҙ, атайығыҙҙы борсомағыҙ», тип тыҡыны. Һинең, шулай итеп, тейелмәй, ҡуҙғытмай торған донъяң булды. Беҙ бөткөһөҙ проблемаларыбыҙ менән унда инә алманыҡ. Тик бына хәҙер һаҡсың ғына юҡ,—был һүҙҙәрен улы нисектер үсләшкән кеүек тә әйтте шикелле.

—Һы-ы…—Абдулла был яңылыҡҡа асыуланырға ла, көйөнөргә лә белмәне. Бындай һынау алдында бер ваҡытта ла ҡалғаны булманы бит. Балаларынан бер ҙә күңелһеҙ хәбәр алғаны, уларҙың ыҙаһын тойғаны юҡ ине. Йәшләй генә йорттан осоп китеп бөттөләр ҙә, ҡайтып-киткәндәрендә ҡатыны: «Барыһы ла һәйбәт, барыһы ла яҡшы»,—тип кенә торҙо.

—Ярай инде, атай, ул хәтлем аптыранма. Мин был йөк менән йәшәп өйрәнгәнмен. Ул хәтлем катастрофа яһамайыҡ, йәшәүҙең башҡа матурлыҡтары ла, ҡыуаныстары ла бар ул. Ҡайтайыҡ, әйҙә. Киленең дә ҡайтыр.

Абдулланың ниңәлер ул ҡыҫыҡ фатирға ҡабаттан барып ингеһе килмәне. Фатирҙан бигерәк улы менән нимәлер хаҡында һөйләшергә хәле юҡ ине. Әрләргәме, йәлләргәме инде уны. Их, әбейенең юҡлығы!..

—Бер ҡуҙғалып сыҡҡанда Зәкиәләргә лә барып етәйем. Атайым Мәскәү һынлы Мәскәүгә килеп, мине күрмәй ҙә ҡайтҡан тимәһен.

Атаһының кәйефен аңлаған Әмир ҙә артыҡ ныҡышманы, икеһенә лә бер аҙ ваҡыт ҡамасау итмәҫ, уйҙарын йыйнап, фекерҙәрен төйнәп алырға кәрәк.

Такси тигән нәмәң айға тиһәң айға ла алып барыр заман инде. Ауылдан район үҙәгенә барғандай ваҡыт йөрөтһә лә, эҙләп тапты бик тәки. Алдан хәбәр итмәгәс, ҡыҙы, көтөлмәгәнлектән, ишеген асып ебәреп, атаһына танымаған кеүек текәлеп торҙо.

—Һо-о! Атаңды онотҡанһың да икә-ән.

—Атай! Күҙемә күренәһеңме тип торам! Бында нисек килеп сыҡтың?!

Атаһы өсөн Әмир яуап бирҙе:

—Миңә лә, самолетҡа ултырам тип, сығыр алдынан ғына шылтыратты, саҡ барып ҡаршы алып өлгөрҙөм. Бына шулай, бабай беҙҙе тикшереп сығырға булған.

—Үтегеҙ, әйҙә, үтегеҙ! Атай, ну аптыраттың!

Абдулла ҡарт тартынып ҡына үтеп ултырҙы, ҡулындағы юл сумкаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй әле бер, әле икенсе яғына күсерҙе. Иҙәндә асыҡ буҙ төҫтәге балаҫ, нисек итһәң дә бысрар һымаҡ.

—Әсәйеңдең ҡырҡын уҡыттым да, бер үҙем толҡа тапмай йөрөп-йөрөп, туҡта, һеҙҙе бер байҡап ҡайтайым әле тип, ҡапыл сыҡтым да киттем бына…

—Яҡшы иткәнһең,—ҡыҙы әбейенә оҡшап алсаҡ шул, йүгергеләп сәй ултыртҡан ыңғайы ауыҙы бер генә лә ябылып тормай.—Әсәйҙең ҡырҡына ҡайтып булманы инде, яңы ғына ерләүгә һорап киткәс, эштә өндәшеп торманым, йыллығына мотлаҡ ҡайтырмын. Бер үҙеңә ауырҙыр инде, атай?

—Ауыр тип…—«Ауыр ғынамы һуң?! Бөтөнләй мөмкин түгел!»—Тороп ҡалғас йәшәлә инде…

Өсәүләшеп табын артына ултырҙылар. Хәл-әхүәлдән артыҡ хәбәр ҙә бөттө. Өнһөҙ генә сәй шөрпөлдәтәләр бына хәҙер. Улар бит былай ултырып аралашып өйрәнмәгән. Дөрөҫөрәге Абдулла балалары, балалар аталары менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеүгә күнекмәгән. Ҡарт нимәлер тураһында һорашырға итеп эйәген күтәрҙе лә…шул килеш бер тына ултырҙы. Нимә һорашһын һуң, ул бит балалары хаҡында артыҡ бер ниҙә белмәй. Ярай әле кейәүе иҫенә төштө:

—Кейәү эштәме?

Ҡыҙы менән улы моңһоҙ ғына көйшәп ултырған ерҙәренән шып туҡтап бер-береһенә ялп итеп ҡарашып алдылар. Зәкиәһе тамаҡ ҡырҙы ла, шым ғына:

—Эйе,—тине.

Әмир ҡапыл ҡайтырға ашыҡты:

—Ярай, мин ҡайтайым инде. Ял көнө, атай, һине ҡала күрһәтергә алып сығырмын.

Ағаһын оҙатҡас, ҡыҙы баҡсаға балаһын алырға китте. Абдулланы эйәртмәне, ятып ял ит тип, бер үҙен ҡалдырҙы. Яңғыҙ ҡалғас бабай балконға сығып, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөжләгән ҡала урамдарын юғарынан күҙәтеп торҙо, унда күҙе талғас ҡыҙының йәшәгән урынын байҡап сыҡмаҡсы булып йоҡо бүлмәһенә инде лә, бындағы тар ғына бер карауат менән балалар урынына күҙ һалғас, ирекһеҙҙән күңелендә шик уянды. Бындай ғына урында ике кеше ҡалайтып йоҡламаҡ кәрәк? Бабай тигәс тә, әллә шуны ғына аңламаҫлыҡмы ул? Әбейе менән икеһенең сәхнә киңлегендәге урындыҡтары булды… әле лә бар инде, тик әбейе генә…

Хәҙер Абдулла өй буйлап йөрөп кейәүе бындалыҡты аңғартырҙай нәмәләр эҙләй башланы. Барып кейем шкафын асып ҡараны, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ҙа балалар әй-берҙәре генә, биҙәнгестәр янында ла ир кеше тотонорҙайы күҙгә салынмай. Исмаһам, анау балконда елберләшкән керҙәр араһында бер генә ирҙәр нәскейе булғанда ла еңел һулап ебәрер ине лә, юҡ бит.

Ҡыҙы менән ейәнен саҡ көтөп алды. Ишек төбөндә таныр-танымаҫ булып тартынып торған баланы ҙур ҡулдары менән ҡармап күтәреп алып түшенә ҡыҫып һөйҙө лә, ҡыҙына ҡашын емереп ҡарап:

—Малайҙы атайһыҙ үҫтермәксе булдыңмы?—тип уҫал ғына һораны.

Ҡыҙы бындай һүҙ булырын белеп килгән күрәһең. Ҡыйыу ғына ҡаршы торҙо:

—Атай, мин күптән үҙ тормошом менән йәшәйем. Миңә ун һигеҙ йәш түгел.

—Ай-һай, ҙурайып киткәнһең икән. Иреңде ҡыуып сығарырлыҡ аҡыл йыйғанһың.

—Атай…—Зәкиә улын етәкләп йоҡо бүлмәһенә индереп ебәрҙе лә, атаһы янына диванға килеп ултырҙы.—Атай, мин берәүҙе лә ҡыуманым. Дөрөҫөрәге, ҡыуып сығарырлыҡ кеше юҡ.

—Нисек юҡ?.. Ә кейәү?.. Ә әсәйең…

—Беләм. Әсәйем һиңә «кейәүе эштә, кейәүе шунда, кейәүе бында, шуға килә алмаған» тип торҙо. Беҙ быларҙы һине борсомаҫ өсөн әйттек, аңламаҫ тип уйланыҡ. «Күтәрә алмаҫ, ғәрләнер», тине әсәй ҙә.

Абдулла һаман төшөнә алманы. Нисек инде, бала бар бит һуң!

—Кейәү әтеү сәпсим юҡмы ни?

—Юҡ.

—Улайһа был бала ҡайҙан килгән?—ҡарт тауышын күтәрә төшөп комод өҫтөндәге йомшаҡ уйынсыҡтарға төртөп күрһәтте.

—Улымдың атаһы мине алдап китте, өйләнешәбеҙ тип йөрөнө-йөрөнө лә юҡ булды. Аҙаҡ эҙләп тапҡайным, ул ғаиләле кеше булып сыҡты. Бына шулай.

Абдулланың башы шауланы. «Нисек инде?! Уның ҡыҙын! Уның берҙән-бер ҡыҙын кемдер берәү алдап киткән! Бала менән ҡалдырған!»

—Ҡайҙа йәшәй һуң ул әҙәм?—ҡарт ярһыуынан ышылдап саҡ тын алды.

—Атай! Зинһар юҡ менән булма. Ул хәлгә алты йыл ваҡыт үткән. Адресын да, төҫөн дә онотҡанмын инде.

Ҡарт үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй бер ултырҙы, бер торҙо, бер балконға сыҡты, бер кире инде. Унан ҡабат килеп ҡыҙы ҡаршыһына сүкте лә, хас та Сәмиғаһының йәш сағын хәтерләткән ҡәҙерле йөҙгә ҡарап асырғанып өндәште:

—Нишләп мин белмәнем һуң был хәлде? Ниңә мин ситтә ҡалдым? Ҡыҙым, атайың юҡ инеме һуң һинең?!

Зәкиә бер аҙ уйланып ултырҙы. Унан уйындағын әйтте, күрәһең:

—Булдың, атай. Һин беҙҙе ашаттың- эсерҙең, кейендерҙең, ләкин бер ваҡытта ла күңелебеҙҙә нимә булыуы менән ҡыҙыҡһынманың. Ағайым менән беҙҙе бары әсәй генә аңланы, ул ғына әллә ҡайҙан һиҙеп-белеп торҙо, ниндәй хәлдә лә ситкә типмәне. Һин беҙҙе һәр ваҡыт тик яҡшы итеп кенә күрергә теләнең, йомшаҡлыҡтарҙы, хаталарҙы ҡабул итмәнең. Әсәй шулай һине аралап, һинең өсөн «барыһы ла һәйбәт» тигән донъя яһаны. Ул донъяла һин бер уйһыҙ, борсолоуһыҙ көн иттең. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙең ябай кешеләрҙеке кеүек зар-моңо ла, шатлыҡ-ҡыуанысы ла булған тормошобоҙ барҙы. Әле бына әсәй юҡ… Беләһеңме миңә нисек ҡыйын? Мин үҙемде үкһеҙ етем, йортһоҙ-ерһеҙ итеп тоям…

Мәскәү ҡалаһының мөһабәт матурлығын байҡап йөрөгәндә лә, ейәндәре менән яндағы паркта ял иткәндә лә, самолеттың йомшаҡ креслоһына һеңеп китеп ойоп ултырғанда ла ҡыҙының әйткәндәре башынан сыҡманы Абдулланың. Нисек булды һуң был тормош? Нисек итеп йәшәлгән ул? Ни өсөн уны балалары менән бергә йәшәмәгән? Йәнәшә, әммә бергә түгел. Шулай ҙа була икән, йәнәшә, әммә бергә түгел. Йәнәшә… бары йәнәшә…

Бик ауыр уйҙар менән ҡайтып төштө ул ауылына. Ә бит сығып киткәндә, әбейһеҙ оҙаҡ тороп булмаҫ, балаларҙы бер йөрөп байҡап сығырмын да, теге донъяға әҙерләнергә кәрәк булыр, тигән пландар менән киткәйне. Әле бөтөнләй өмөтһөҙ ҡайтты. Ҡалайтырға был?.. Их, әбейенең юҡлығы… Ул әле нимә тигән булыр ине икән? Берәй яйын табып йыуатыр ине, баҫыр ине янған йәнен. Нимә ти торғайны әле танауы төшөп киткәндә? Эйе шул, «Өмөтһөҙ шайтан булма»,— тип һуҡраныр ине. Өмөтһөҙ… Өмөтһөҙ… Юҡ! Шайтан булырға риза, тик өмөтһөҙ түгел. Түгел!

Абдулла ҡайтҡандан алып ҡулына бер эш бармай быуынһыҙ булып ятҡан еренән ҡапыл ҡалҡынып торҙо ла, стеналағы кәртешкәләр артынан әбейе ҡыҫтырып йөрөгән иҫке дәфтәрҙе һәрмәп табып сығарҙы. Ошонда балаларының телефон номерҙары теркәлгән булырға тейеш. Ҡаты кәкре бармаҡтары менән нәҙек кенә ручканы саҡ тотоп ҡыйыш-мыйыш итеп һандар теҙмәһен күсереп алғас, еңел баҫып почтаға ҡарай юлланды ул. Ауыҙ эсенән шыбырлап әйтәһе һүҙҙәрен барланы. Нимә тип әйткәндә лә, ни эшләгәндә лә ул балаларын юғалтырға тейеш түгел. Ул уларҙы ҡабаттан яулап алырға, ышаныстарын аҡларға бурыслы. Бының өсөн иң тәүҙә уларҙы үҙеңә оҡшағансы итеп түгел, ә нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәк. Кәрәк! Һәм ул әйтер. Fүмерҙә лә әйтмәгән һәм белмәгән һүҙҙәрен әйтер. Улына: «Кем булып эшләүең түгел, улым булыуың мөһим»,—тиһә, нисек булыр? Ә ҡыҙына: «Ҡайт, кеше тупһаһында йөрөмә, малайыңды үҙем үҫтерешермен»,—тиер. «Моғайын, улар тыңлар, моғайын, аңлар. Сәмиғамдан тыуған балалар бит әле улар».

Абдулла, ҡабаланыуҙан ауыр кәүҙәһен ян-яҡҡа аушайта-аушайта атланы. Шулай ашыҡтырып өмөтө алып китеп бара уны. Ул бит хәҙер өмөтлө шайтан. Өмөтлө!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap