Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
21.11.2014
МӘҘӘНИ ГӨЛЛӘМӘ
Untitled document

Уҡытыусы йәки тәрбиәсе өсөн үҙ һөнәреңде, уҡытҡан предметыңды белеү генә аҙ. Балалар менән эшләү өсөн ихласлыҡ та, күп яҡлы һәләттәргә эйә булыу ҙа зарур. Сибай ҡалаһының белем усаҡтарында тап шундай һөнәрмәндәр эшләй ҙә инде. Яңыраҡ ҡына ҡала кимәлендә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған фестиваль-конкурс та быға асыҡ дәлил булды. Фестиваль мәғариф бүлеге тарафынан Мәҙәниәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, ҡаланың 60 йәшлек юбилейына арнап үткәрелде.

Балалар ижады үҙәгендә ике көн рәттән барған фестиваль ысын мәғәнәһендә мәҙәни байрамға әүерелде. Конкурста ҡатнашыусыларҙы жюри рәйесе, мәғариф бүлеге начальнигы F.Ә.Хәсәнов тәбрикләне. Сығыштарҙы мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар, йыр-бейеү буйынса белгестәрҙән торған абруйлы жюри ағзалары баһаланы.

Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, аһәңле шиғырҙар биҙәне фестивалде. Сағыу һәм үҙенсәлекле сығыштар күп булды. Педагогтарҙың һүҙ сәнғәте оҫталары булыуы бер кемгә лә сер түгел. Улар араһында оҫта йырсылар һәм бейеүселәр ҙә күп булыуын белдек. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Динар Фәйзуллиндың (Балалар ижады үҙәге), Рәйсә Ноғоманованың («Арҡайым» балалар баҡсаһы), Ләйсән Ниязғолованың («Ирәндек» лицейы), Фәниә Ша-һиеваның (1-се мәктәп) моңло йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. «Ирәндек» лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнәзирә Игликова Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк һөйләп, нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылды. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының рус теле уҡытыусылары Р.С.Байбулова, С.Ә.Fәбитова, Л.М.Насыпова, Ә.Р.Үҙәнбаева рус һәм баш-ҡорт телдәрендә берҙәй матур итеп шиғри монтаж әҙерләгән ине. Гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Вәсилә Ҡаҙарбаева «Урал батыр» эпосын ете телдә яттан һөйләп ишеттерҙе. Мәғариф бүлеге методисы Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы Ибраһимованың, «Ләйсән» балалар баҡсаһынан Яҙгөл Исламбаеваның, «Арҡайым» балалар баҡсаһынан Гүзәлиә Айытбаеваның, 9-сы лицейҙан Флорида Абдуллинаның, «Тейенкәй» балалар баҡсаһынан Зимфира Байғужинаның, 12-се мәктәптән Гүзәл Лоҡманованың яңғыҙ бейеүҙәре һәр кемде дәртләндереп ебәрҙе. Күмәк бейеүҙәрҙе «Аҡбуҙат», «Әкиәт», «Ҡурай» балалар баҡсалары, гимназия-интернат, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, 5-се һәм 10-сы мәктәптәр, Балалар экология-биология үҙәге коллективтары бик уңышлы ҡуйҙы. Шулай уҡ вокаль ансамблдәр ҙә сағыу сығыш яһаны.

Йыр, бейеү, шиғырҙар менән аралашып барған фестиваль матур мәҙәни гөлләмә барлыҡҡа килтерҙе.

А.М.Моталлапова,

мәғариф бүлеге методисы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap