Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
28.11.2014
ИМТИХАНДАРҒА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ
Untitled document

Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылда уҙасаҡ Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек кампанияһының башланыуы хаҡында иғлан итте.

Имтихандар тапшырыуҙа бер нисә үҙгәреш бар. Әйтәйек, дәүләт аттестацияһын тапшырыу хоҡуғы алыу өсөн иң башта һәр уҡыусы инша яҙырға тейеш. Сит телдәр буйынса имтихандың бер өлөшөн телдән биреү мөмкинлеге бар. Математиканан һынау базалы һәм профилле кимәлдәргә бүленәсәк. Тәүгеһе—аттестат, ә икенсеһе белем алыуын ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләгәндәр өсөн буласаҡ.

Тағы ла бер яңылыҡ: рус теленән имтихандың «А» өлөшө (унда уҡыусыларға дүрт яуаптың берәүһен һайлау бурысы ҡуйыла ине) алып ташланған. Хәҙер һорауға дөрөҫ яуапты һүҙ менән яҙып аңлатыу талап ителә. Имтиханда федераль инспекторҙарҙың, йәмәғәт күҙәтеүселәренең һанын арттырыу күҙаллана. БДИ уҙғарыу пункттары ла махсус ҡулайлаштырыласаҡ. Аудиторияларҙа онлайн-күҙәтеү ойоштороу эше лә киңәйә.

Киләһе йыл БДИ-ны Рәсәйҙең 85 төбәгендә 800 меңдән ашыу кеше тапшырасаҡ, тип күҙаллана. Ваҡытынан алдағы этап 23 марттан 24 апрелгә тиклем (резерв көндәре менән бергә) дауам итәсәк. Уҡыусылар иң тәүҙә математиканан имтихан тапшыра. Унан географиянан һәм әҙәбиәттән һынау бирелә. 30 мартта—рус теленән мотлаҡ тапшырыла торған имтихан. Артабан йәмғиәтте өйрәнеү, химия, физика, сит телдәр һәм башҡа фәндәр буйынса белем кимәле тикшереләсәк. Резерв көндәр—20-24 апрель.

Төп этап 25 майҙа география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандан башлана. Өс көндән рус теленән һынау ҡаралған. Унан инде математика, йәмғиәтте өйрәнеү, химия һәм башҡа фәндәр буйынса һынауҙар көтә. Резерв көндәр—22-26 июнь. БДИ тапшырыу хоҡуғын биргән сығарылыш иншаһын ағымдағы йылдың 3 декабрендә яҙыу планлаштырылған. Темалар имтиханға 15 минут ҡалғанда билдәле буласаҡ. Ведомствоның рәсми сайтында инша темаларының йүнәлештәре, эште баһалау критерийҙары хаҡында мәғлүмәт ҡуйылған.

—Ваҡытынан алдағы этапта һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар, мәктәптән дөйөм белем хаҡында белешмә менән сығыусылар, бөтә предметтарҙан да өлгәшеүсе 2015 йылдың сығарылыш кластары уҡыусылары һынау тота ала. Улар 2014 йылдың 1 декабренә тиклем ғариза тапшырырға тейеш,—ти Сибай ҡалаһы мәғариф бүлегенең баш инспекторы А.Р.Бикмырҙина.

БДИ-ның өҫтәмә этабы булмай. Һөҙөмтәлә, дәүләт аттестацияһы элеккесә июль уртаһында түгел, ә өс аҙна алдан тамамлана. Белгестәр билдәләүенсә, был педагогтарға көсөргәнеште кәметә, ә сығарылыш уҡыусыларына уҡыу йортон һайлауға ваҡыт күберәк ҡала.

Г.Сәйетова әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap