Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ЙӘШ ЯҘЫУСЫЛАР КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ
Untitled document

20-21 ноябрҙә Сибай ҡалаһында Республика йәш яҙыусылар конференцияһы булып үтте. Был сарала ҡатнашыу өсөн 26 йәш кеше ҡулъяҙмаһын тикшереүгә тапшырған ине. Авторҙар башлыса Урал аръяғынан—Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил, Учалы райондарынан булды. Конференция сиктәрендә башҡорт, рус поэзияһы һәм прозаһы, драматургия бүлектәре эш алып барҙы.

Башҡорт поэзияһы секцияһын «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире, шағирә Тамара Юлдашева һәм шағир Мәүлит Ямалетдинов етәкләне. Проза бүлегенең эшен иһә «Ағиҙел» журналы мөхәррире, яҙыусы Әмир Әминев менән шул уҡ журналдың проза бүлеге мөдире, яҙыусы Сабир Шәрипов, «Бельские просторы» журналынан шағир Николай Грахов, «Истоки» гәзите мөхәррире урынбаҫары, яҙыусы Светлана Fәфүровалар алып барҙы. Драма секцияһына килгән ҡулъяҙмалар драматург Наил Fәйетбаев ҡулынан үтте.

Әйтеп үтергә кәрәк, бүлектәрҙә эштәр бик ҡыҙыу барҙы. Йәш яҙыусыларҙың ҡабул ителгән яҙмалары тел һәм әҙәбиәт белгестәре, ҡәләмдәштәре тарафынан ентекле анализланды. Был тәңгәлдә һәр ваҡыттағыса БДУ-ның Сибай институты уҡытыусылары әүҙем ҡатнашты. Филология фәндәре кандидаттары Fәҙилә Бүләкова менән Әмир Ҡотлоәхмәтовтың сығыштары йәштәр өсөн үҙе бер фәһемле дәрес булды.

Әлбиттә, ижад ҡомары күптәрҙең күңелендә булырға мөмкин, әммә уны уҡыусы ҡабул итерлек кимәлдә еткерә белеү, әҙәбиәт күгендә үҙ урыныңды билдәләү еңелдән түгел. Был конференцияға ла республиканың Яҙыусылар союзы һәләтле-ләрҙе, көслөләрҙе генә һайлап алырға тырышты, әммә, үкенескә ҡаршы, бөгөндән тотоп алып әҫәрен сығарырлыҡ ҡәләм тирбәтеүсене атай алманы. Был хәлде Сабир Нәғим улы Шәрипов йәш быуындың китап уҡымауына, әҙәби әҫәрҙәр менән дуҫ булмауына һәм шунлыҡтан уларҙың эске донъяһы үҫешмәүенә бәйләне. «Былай барһа, беҙҙең әҙәбиәткә ҙур ҡурҡыныс янай, тиҙҙән яҙыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡаласаҡ»,—тип тә иҫкәртте ул.

Конференцияның емеше булып киләсәктә ошонда эштәре ҡаралған йәш авторҙарҙың йыйылма китабы сығасаҡ. Был хаҡта З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов әйтеп үтте.

Конференцияла ҡатнашыусы яҙыусылар эш сәғәттәренән тыш ҡала буйлап экскурсия яһаны, осрашыуҙарҙа ҡатнашты, театр-концерттарҙа тамашалар ҡарап кинәнде. Киләсәк быуындың рухи донъяһын ҡайғыртып башҡарылған был мәшәҡәтле лә, файҙалы ла сара юғары кимәлдә үтте.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Һүрәттә: поэзия

секцияһында эш бара.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap