Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ХУЖА ҠАЙТТЫ
Untitled document

(ХИКӘЙӘ)

Бүреһуҡҡан—тәбиғәттең иң гүзәл мөйөшө. Аллаһы Тәғәлә йәлләмәгән хозурлыҡты. Бүреһуҡҡандарҙың ата-бабалары яуҙа даулап ошо ерҙе төйәк ҡылғандармы, әллә был урын уларға осраҡлы ғына эләккәнме—аныҡ яуап юҡ хәҙер.

Ирәйеп йәшәйҙәр. Сит-яттар еләк-бәшмәк тип күренгеләһә, яйын табып, кире бороп ебәрә һалалар. Төшөн-мәгәндәренә йоҙроҡ еҫкәтеүҙән дә тартынмайҙар.

Ауылдың бөгөнгөһө диуана Мәлих менән дә данлы.

Ул—изге йән: кешеләр мөнәсәбәтен көйләүсе, күрәҙәсе, хәл белеүсе, урам, клуб, кәнсә, лавка бушлығын йәмләүсе.

Ысын! Бына, мәҫәлән, үпкәләшкән ир менән ҡатындың береһе: «Мәлих шулай тине бит әле»,—тиһә, һүҙҙәре ялғанып китә лә, бер-береһенә булған үпкә юҡ та була.

Берәйһенең ситтә йөрөгән бала-сағаһынан, туған-тыумасаһынан оҙаҡ хәбәр килмәһә, мал-тыуарын таба алмай интекһә йәки башҡа сетерекле хәлдәрҙә ауылдаштары Мәлихкә мөрәжәғәт итә. Ул ҡулындағы эшен ташламай, килеүсегә хатта күҙ һирпеп тә ҡарамай ғына: «Сәбәләнмә, уң булыр»,—тиһә, ысынлап та, бөтәһе лә ыңғай килеп сыға: яҡындарынан сәләм килеп төшә, мал табыла, бала һауығып китә... Ә инде ҡаршыһында торғанды күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә шөғөлөндә булһа—хафа көт. Бының өсөн ауылдаштары Мәлихкә асыуланмай. Бер кемде лә уның алдына һөйрәп алып килеп баҫтырмайҙар, Мәлих тә бер кемгә лә яуабын бирергә ялланмаған.

Ваҡыты-ваҡыты менән Мәлих ауылды урап сыға. Хәстәрле хужа, ауыл старостаһы тиерһең. Һәр йортҡа һуғыла. Оҙаҡлап ултыра, ҡыҫтаһалар, сәйен дә эсә. Ҡоро сыҡһа ла риза. Ул төпсөп һәр береһенең хәлен һораша, ҡайһы саҡ кәңәштәрен дә биреп ташлай. Әйткәндәре тиҙ арала ауылға тарала, төп яңылыҡҡа әүерелә, уртаға һалып тәфсирләп тикшерелә.

—Бөгөн йоҡлама,—тине ул бер көн Сафура әбейгә.

—Нигә?—әбей ҡаушап ҡалды.

—Һеҙ күп, мин яңғыҙ. Әйткәс, тыңла. Бөтәгеҙгә лә оҙон көн буйы хәбәр һөйләп ултыра алмайым,—тип ҡырт киҫте диуана.

Хафаға ҡалған Сафура әбей әхирәтенә туйтаңланы. Төрлөсә уйлап ҡаранылар, осона сыға алманылар. Һыйыры быҙауларға иртә әле, ауылда уғрылыҡ та бик тойолмай, түшәме лә ишелеп төшөрлөк түгел.

—Бергә ҡунайыҡ инде. Йә йоҡлап китермен,—тип төнгөлөккә әхирәтен алып ҡайтты Сафура әбей.

Төнө буйы сөкөрләшеп ултырҙылар.

—Таң һыҙыла башланы, шылт иткән тауыш юҡ. Әттәгенәһе, был ниндәй йомаҡ ҡорҙо Мәлих?—тип ыуаланды Сафура әбей.

—Ишетәһеңме, Сафура?—һағайған әхирәте түбәгә ымланы.

—Бесәйҙер.

—Бесәй улай йөрөмәҫ, йомшаҡ баҫа бит ул.

—Соланға сығып тыңлайыҡ.

Ике әбей ипләп кенә соланға сыҡты. Тынлыҡ. Көнсығышҡа ҡараған тәҙрә аша һүрән яҡтылыҡ төшә. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе сырамытып та була.

—Ҡара әле, әхирәт, ҡоймала бесәйгә оҡшаған ҙур бер нәҫтә ултыра.

—Ысынлап та.

—Эт дәүмәлендәй.

—Әллә һеләүһенме икән?

—Кәртәгә инһә, тауыҡ-ҡаҙҙы харап итә был.

—Ҡалайтайыҡ икән? Сыҡһаҡ, үҙебеҙҙең елкәгә һикерер бит.

—Сыҡмаһаҡ та булмаҫ.

—Әхирәт, былай итәйек. Һин тас ал, шуны туҡмарһың, тауыш сығарып. Мин анау нәҫтәкәйҙе, балалар алып ҡайтып биргән фанарҙы алайым. Уты шәп уның.

Ишекте шым астылар. Ҡоймалағы януарҙың былар яғына башын бороуы булды, кем уҙарҙан ҡысҡырып, тас туҡмап, фонарь утын һеләүһенгә йүнәлттеләр. Көтөлмәгән был сама ғауғанан ҡурҡҡан йыртҡыс, уҡтай атылып, күҙҙән юҡ булды.

Ауылдаштарын шуның кеүек ҡазаларҙан күп ҡурсыны Мәлих. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар аҙаҡ ныҡ үкенер булды.

Заман еле кеше булмышына ғына түгел, тәбиғәткә лә ҡағыла бит ул. Йә донъяны һыу баҫа, йә эҫе яҡтарҙа ҡар яуа, йә диңгеҙ-океандарҙан күтәрелгән ҡот осҡос тулҡын яр буйҙарындағы ауыл-ҡалаларҙы йыуып алып китә. Көньяҡ Уралды нисәмә йыл инде ҡоролоҡ йонсота. Әллә ямғырһыҙлыҡтан, әллә икенсе сәбәп менән, Бүреһуҡҡан ауылындағы йөҙйәшәр ағастар дәррәү булып йыл эсендә ҡороно ла ҡуйҙы. Май уртаһы етте. Халыҡ ағастарға өмөт менән баҡты. Бәлки, бөрөләре асылыр әле, тип уйланы.

—Йәмәғәт, ауылға үләт төшкән. Ҡазаланыусылар күп булыр, мал ҡырылыр, арабыҙҙан типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәр китер,—урам уртаһына тороп алған Мәлих көтөүгә мал ҡыуып ҡайтып килгән ауылдаштарына, ҡороған ағастарға төртөп күрһәтеп, шомло хәбәр һалды.

Ошонан ары Мәлих кеше араһында һирәк күренде. Өй беренсә йөрөп алыу ғәҙәтен дә ташланы. Халыҡ быны, әсәһе үлеп, Мәлихтең үкһеҙ етем ҡалыуы менән бәйләһә лә, уның әйткән һүҙҙәрен дә онотманы. Бары раҫҡа сығырмы, тип һағайып ҡалды.

Бәлә оҙаҡ көттөрмәне.

—Янабы-ы-ыҙ! Янғы-ы-ын! Янабы-ы-ыҙ!..—таң алдынан ошо һөрән ауыл халҡын аяҡҡа баҫтырҙы. Ут ауыл күрке булып ултырған боронғо бай йортон ялмап алғайны.

Бер ни ҡыла алманылар. Өй янып бөттө. Район үҙәгенән килгән янғын һүндереүселәрҙе торонбаштар ғына баҙрап ҡаршы алды.

Был бәләне онотоп та өлгөрмәнеләр, мәктәп директоры Мостафа ҡапыл мәрхүм булды. Иртәнге сәйен эсеп, ке-йенә башлаған еренән ҡолаған да ҡуй-ған. Инсульт булған икән.

Йәштәр фажиғәһе иһә халыҡты ҡан илатты. Күлгә ял итә сыҡҡан егеттәр аварияға осрап үлде. Ата-әсәләре янына йәйге каникулға ҡайтҡан студенттар ине. Күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы биш ғаиләгә бер юлы килде.

Көҙгә ауыл халҡының йылҡыһы өйөрө менән зым-зыя юҡ булды. Рәткә һыйыр малы юғалды. Күпме генә эҙләһәләр ҙә таба алманылар.

Тағы өс ир бер сәбәпһеҙ бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа китеп барҙы.

—Был бәләләрҙе диуана ебәрә беҙгә,—тине бер көн урта йәштәрҙәге Диар.

—Ауыҙыңдан ел алғыр. Мәлихтең ауылға бер зыяны ла тейгәне юҡ. Төн уртаһында тәҙрәңә шаҡып, кисләтеп юлға сығып, буранда ҡамалып ҡалған улыңдың бәләгә тарыуын иҫкәртмәнеме? Ирҙәр менән күмәкләп сығып ҡотҡарып алдыҡ бит балаңды,—тип туҡтатты Ди-арҙы ауыл аҡһаҡалы.

Шулай ҙа күптәрҙең күңеленә шик ойотҡоһо һалынды. Бәлки шундайыраҡ уй башҡаларҙың башына ла инеп сыҡҡандыр, тик уға ирек бирмәгәндәрҙер генә. Ә Диар уйлап ҡына ҡалманы, әйтте лә һалды.

Был хәбәр иртәгәһенә бөтә ауылға таралды. Шыбырлап та, асыҡтан-асыҡ та гәп һаттылар.

—Диарҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, минеңсә. Диуана ауылға үләт төштө, тип әйтте бит. Ана, үҙе күренмәй, боҫоп ята. Беҙҙе элекке кеүек бәләнән ҡотҡармай.

—Юҡтыр. Егеттәргә, һыу төшөргә бармағыҙ, тип әйткән, ти, бит ул. Юлдарына арҡыры сыҡҡан. Тыңламағандар. Илап ҡарап ҡалған, ти, күреүселәр булған.

—Атығыҙға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, тип тә иҫкәрткән, тиҙәр. Элек Мәлихтең һүҙҙәренә ҡолаҡ һала инек, хәҙер иҫебеҙ китмәй башланы. Тәкәбберләндек, ағай-эне,—ошондайыраҡ фекерҙәр әйтелде ҡайҙа ла.

Ауылдың ҡото китте. Йәштәр былай ҙа ҡала тирәһен үҙ итһә, хәҙер тыуған төйәктәренә бөтөнләй ҡайтмаҫ булды. Хәллерәк ғаиләләр өйөн район үҙәгенә, ҡалаға күсереп һалды. Ошо ваҡиғаларҙан һуң биш-алты йыл үтеүгә ауылда уҙа-барһа ун биш-егерме генә йортта ут алалар ине. Ҡарт-ҡоро ғына ҡалды Бүреһуҡҡанда. Унда-бында нигеҙ урындары, ташландыҡ ҡаралты, тәҙрәләре арҡыс-торҡос ҡатылған хужаһыҙ йорттар ауылға ташландыҡ төҫ биреп ултыра хәҙер.

Ҡороған ағастар шом өҫтәй. Көслөрәк ел сыҡһа, уларҙың серей башлаған ботаҡтары шауҙырлап ергә ҡойола. Олондары тирәләй, ағарып, емтек һөйәктәреләй, шул ботаҡтар ята.

***

Мәлих күк күкрәгәндәй гөрһөлдәүгә тертләне. Был торараҡ тағы ҡабатланды. Шунан тағы. Хатта ер тетрәнгәндәй итте.

Урамға сыҡты. Тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Тәҙрә-ишектәре таҡта менән көпләнгән клуб янындағы ҡороған ағастың сайҡала биреп ҡуйыуын һәм, бер килке икеләнеп торғандай булып, ауып киткәнен күргәс, гөрһөлдәүҙең сәбәбен аңланы.

Ағас төбөндәге йәш ир һажлаған бысҡыһын сираттағы олонға терәне. Уныһы ла ауҙы.

—Һаумы, ҡустым. Аллаһ ҡеүәт бирһен,—Мәлихты яртаҡыл тиһәләр ҙә, һүҙҙәре һәр саҡ килешле һәм тапҡыр.

—Һинең фатихала, ағай,—ят ир диуана менән һөйләшеүен аңламаны ла, күрәһең.

—Ҡарап торам да, Ишмөхәмәт ҡарттың нәҫел-нәсәбенәнһеңдер үҙең, тием.

—Нәҡ үҙе, ағай.

—Затлы тоҡом. Беләм.

—Бала сағым ошонда, ҡартатайымдарҙа үтте. Бүреһуҡҡан—беҙҙең нәҫел бишеге.

—Ағастарға нигә ороноуың?

—Ҡороғандар бит...

—Мин бит ҡороғандармы, тип һорамайым, нигә оронаһың, тим. Ҡороған ағас урманда ла күп.

—Төшөндөм… Ауылдың ҡотон ебәреп ултырғанға ҡырҡам.

—Ауылдың ҡото киткәнен дә беләһеңме ни?

—Ауыл ҡайҙа ла миктәне хәҙер. Һеҙҙеке бигерәк ҡарауһыҙ. Хужа юҡ бында, күренеп тора. Мин, ағай, ҡартатайым нигеҙенә ҙурҙан йорт һалмаҡсымын. Леспромхоздан ҡалған таҡта ярыу цехын һатып алдым. Иртәгә яңы ҡорамалдар килеп етергә тейеш.

Мәлих, көс-ғәйрәте ташып торған асыҡ йөҙлө урта йәштәрҙәге ир-уҙаманға ҡарап, ауылының ҡото кире ҡайтыуын бар булмышы менән тойҙо. Һуңғы йылдарҙа ғәҙәтләнгәнсә, йомошон йомошлағас, өңөнә әүерелгән өйөнә боҫманы был юлы. Юлындағы мөрйәһенән төтөнө сыҡҡан тәүге йортҡа ыңғайланы. Йыйылып киткән бурыстарын ауылдаштарына ҡайтарырға ашыға ине ул...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap