Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
05.12.2014
МӨХӘББӘТЛЕ ҒАИЛӘЛӘРҘӘ МӘРХӘМӘТЛЕ БАЛАЛАР ҮҪҺЕН!
Untitled document

Мин балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Эш барышымда бәләкәстәр менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән бергәләп эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын. Күптән түгел «Fаиләнең һәм тыуған йорттоң баланың шәхес булып үҫешендәге роле» тигән темаға йыйылыш уҙғарҙым. Сараға алдан әҙерлек алып барылды: балалар менән һүрәттәр төшөрҙөк, ата-әсәләргә ғаилә гербын эшләргә тигән өйгә эш бирелде. Йыйылышҡа йөрәк формаһында эшләнгән саҡырыу ҡағыҙы таратылды. Ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Сарала балалар баҡсаһының логопеды Йәһүҙина Рита Fәлимйән ҡыҙы балаларҙың телмәрендәге хаталар тураһында һөйләне, уларҙы төҙәтеү буйынса кәңәштәр бирҙе.

Дөрөҫ тәрбиә ололарҙы ихтирам итеүҙән башлана. Иң оло ихтирамға өләсәй-олатай, ҡартәсәй-ҡартатай лайыҡ. Был борондан килгән матур ғәҙәт. Улар өйҙөң оло яғында йәшәгән, ололар алдында артыҡ һүҙ һөйләү, тауышланыу, сәбәпһеҙ ҡысҡырып көлөү, һүҙҙе бүлдереү тыйылған. Уларҙың урыны һәр саҡ түрҙә булған, үҙ сиратында ололар ҙа үҙ дәрәжәһен төшөрмәҫкә тырышҡан, балалар алдында тыйнаҡлыҡ күрһәткән.

Бала тәрбиәләүҙә ата-әсәнең өлөшө ифрат ҙур икәнен ҡат-ҡат әйтеп тороу бәлки кәрәкмәй-ҙер ҙә. Нисек кенә булмаһын, баланың үҙенсәлекле булып үҫеүе, холоҡ-фиғеле, әхлаҡ нигеҙҙәрен үҙләштереүе ғаиләлә һалына. Күренекле француз психологы Р.Заззо әйтмешләй, «Кеше бала сағында уҡ ата-бабаларынан ҡалған мираҫты тормошҡа ашыра». Шуға күрә ата-әсәнең балаһына иғтибары көслө булырға тейеш. Баш-ҡорт халҡы был йәһәттән яуаплылыҡты ата-әсәнең һәр икеһенә лә уртаҡ һала. Әммә күп кенә башҡа халыҡтарҙағы кеүек башҡорт ғаиләләрендә лә балаларҙы туранан-тура тәрбиәләү менән әсәй кеше шөғөлләнгән һәм күп осраҡта был әле лә шулай. Бала өсөн әсә донъя көткәндә беренсе урында тора. Тормош юлы буйлап етәкләп алып барыусы ла, ҡурсалаусы ла ул, шуға күрә уның баһаһы үлсәп бөткөһөҙ. «Атай үлһә, бала—ярты йәтим, әсәй үлһә—тере йәтим», «Әсәй—ҡаҙна, атай—еҙнә», тигән мәҡәлдәр ҙә ерле юҡтан килеп сыҡмаған. Әммә был мәҡәлдәрҙән сығып ҡына, башҡорт ғаиләләрендә атай абруйы түбән, тигән һығымта яһарға ярамай. Киреһенсә, атай кеше—мал табыусы, ғаиләһен именлектә, етеш тормошта йәшәтеүсе. Ул бала тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашмаһа ла, әсәй кеше уның абруйы менән оҫта файҙалана. Ир кеше—ғаилә тотҡаһы, ил тотҡаһы. «Аталы бала—арҡалы» тигәндәр шуның өсөн.

Fаиләлә бер-береһен хәстәрләп, ҡанатландырып торған ата-әсә булғанда ғына рухи йәһәттән үҫешкән шәхес тәрбиәләнәсәк. Һөйөү, наҙ татып үҫкән бала рухи бөтөнлөккә ынтыласаҡ, һөйөү менән тулы хистәрен башҡаларға бүләк итәсәк.

Мөхәббәтле ғаиләләрҙә мәр-хәмәтле балалар үҫтерергә яҙһын барыбыҙға ла!

Әлиә Абдулова,

Сибай ҡалаһының «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap