Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
05.12.2014
ҺӘЛӘТЛЕЛӘРҘЕ ҮҪТЕРЕҮ МӨҺИМ
Untitled document

Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләү төрлө йүнәлештәрҙә алып барыла. Балалар күңеленә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш, ватансылыҡ тойғоһо, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү һалына. Былар кескәй гражданды тыуған еребеҙгә, республикабыҙға кәрәкле шәхес итеп үҫтереүгә булышлыҡ итә.

«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында булдырылған төркөмдәрҙә төрлө мөйөштәр эшләй: аш-һыу, милли кейемдәр, тирмә, музыка ҡоралдары... Баланы тәрбиәләүҙә рухи хазинабыҙ сығанағы булған фольклор киң һәм уңышлы файҙаланыла. Әкиәттәр тыңлау, уны сәхнәләштереү, телдән һөйләү, йомаҡтар, әйтем-мәҡәлдәрҙе өйрәнеү, милли уйындар ойоштороу—былар барыһы ла баланың рухын сыныҡтыра, аңын, хәтерен, телмәрен үҫтерә. Бәләкәстәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу өсөн халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып милли байрамдар үткәрәбеҙ. Шул рәүешле беҙ, тәрбиәселәр, балаларҙа үткәнебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, уның ижади һәләтен асыуҙы һәм камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Ҡыҙ-малайҙарҙы төрлө сараларға, бәйгеләргә йәлеп итеп, уларҙы ғәҙәти булмаған ситуацияларҙан сығырға өйрәтеү менән бер рәттән тормошҡа сыныҡтырабыҙ, яңы һәләттәрен асабыҙ. Балалар үҙҙәренең тиҫтерҙәрен күҙәтеп, сағыштырып, яңы сифат туплай, үҙ мөмкинлеген баһаларға өйрәнә.

Мин эшләгән төркөмдә һәләтле балалар күп. Улар балалар баҡсаһында үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, ҡала кимәлендә лә үҙҙәрен күрһәтеп, бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Был эштә музыка етәксеһе Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ҡунаҡбаева менән тәрбиәсе Ләйсән Нуриман ҡыҙы Рәсүлеваның өлөшө ҙур. 2013-2014 уҡыу йылында, мәҫәлән, ҡалала үткәрелгән «Таланттар йәйғоро» фестивалендә ҡыҙҙар хоры 1-се урын алды. «Урал батыр эпосы» бәйгеһендә Хоҙайбирҙина Әдилә—призер, «Ирәндек моңдарында» Күсәмешев Арыҫлан дипломант булды. Быйылғы уҡыу йылында үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында үткәрелгән «Йомро, йомро йомғағым» бәйгеһендә Ҡыҙдарбәкова Руфина, Ишмуллина Әминә еңеү яулап, ҡала кимәлендәге конкурсҡа үтте.

Тәрбиәселәрҙең төп бурысы—һәләтле балаларҙы асыҡлау, күрә белеү һәм уларҙы артабан үҫтереү. Әгәр инде был эшкә ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн индерһә, балаларының һәләтен тойомлап, уны камиллаштырыу өҫтөндә эш алып барһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Был осраҡта һөҙөмтә һис шикһеҙ ҙур буласаҡ.

Зимфира Рәсүлова,

Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap