Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
05.12.2014
КҮҢЕЛ БАЙРАҒЫ ТӨШМӘҺЕН!
Untitled document

«—Әүхәт ағай, был нимә ул, ә?

—Атаҡ, күрмәйһеңме ни, флаг бит!

—Флаг икәнен беләм, атаң башы! Ни өсөн унда тора, тим?

—Бәй, Тимерйән ҡустым, флагтың урыны шунда инде ул. Бүтән ҡайҙа ҡуяһың уны?!

—Тфү, ахмаҡ икәнһең, Әүхәт ағай. Ярай әле, үтеп барышлай күреп ҡалдым. Һинең менән тел сарлап торорға ваҡыт юҡ. Давай, тиҙ генә алып ҡуй флагыңды!

—Бәй, ҡустым, нишләп алайым, ти. Торһон!..

—Нимә?!

—Торһон!.. Урыны шунда!..

—Ҡарале, һин нимә?! Әллә былайыраҡмы? Бына-бына ауылға Американан кеше килергә тора, ә һин емерелеп барған өйөңә флаг ҡаҙап ҡуйғанһың. Биттән көлөргә булдыңмы? Алып ҡуй, давай!

—Һуң, Тимерйән ҡустым. Ҡунаҡ килгәнгә мендереп ҡуйҙым бит мин уны. Күрһен!.. Ана нисек елберҙәй, ә! Бөркөт ҡанат ҡағамы ни! Әйткәндәй, ул Әмирек кешеһе бында нимәһен юғалтҡан икән һуң?..»

Ана шулай тамашасыларҙы башынан уҡ ылыҡтырып тора Салауат Әбүзәрҙең «Байраҡ аҫтында» пьесаһы. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренеш. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылға Американан ниндәйҙер ҙур кеше килергә тейеш. Быны белә-күрә көтөүсе Әүхәт өй башына байраҡ элеп ҡуя. Бер кем дә ҡаршы килмәҫ ине лә ул, әгәр... шул өйө емерелергә тормаһа. Ҡатыны Сараның да, ауыл хакимиәте башлығы Тимерйән-дең дә күндерергә тырышыуына ҡолаҡ та һалмай.

—Ана, теге Әмиректән киләсәк ҡунаҡ күреп ҡалһа, был тауыҡ кетәгенә кем флаг ҡаҙап ҡуйҙы икән, тип бот сабып көлөр. Әҙәм мәсхәрәһе!..—ти ярһып ҡатыны.

Әүхәт тә үҙ һүҙендә ныҡ тора:

—Күңел байрағы төшмәһен! Нисауа, ҡарсыҡ, Кремль башына ла флаг ҡаҙап ҡуйғандар, бер ҙә көлмәйҙәр.

Шул саҡ һоло һатып «баш төҙәтергә» тип йөрөгән Барый килеп инә. Күп тә үтмәй, уны эҙләп ҡатыны Зилә килеп етә. Ығы-зығы башлана... Юрамал теләһәң дә, улай булмаҫ: силсәүит Тимерйән тегендә-бында йүгергәнсе, Американан Стив исемле ҡунаҡ килеп төшә һәм туп-тура байраҡ елберҙәп торған Әүхәттең өйөнә туҡтала...

Ошо әҫәрҙе бер йыл элек Ейәнсура районының «Үҫәргән» халыҡ театры тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иткәйне. «Байраҡ аҫтында» пьесаһын йәш режиссер, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сығарылыш курсы студенты Радмир Дәүләтбәков ҡуйғайны. Тамаша Иҫәнғолда иҫ киткес ҙур аншлаг менән үтте.

«Быға тиклем Сибай театры килеп Салауат Әбүзәрҙең «Fүмерлек ғазап» драмаһын күрһәткәйне. Уны ҡарағанда күҙ йәшен тыйып булманы,—ти Нурия исемле ханым.—Шул уҡ авторҙың «Байраҡ аҫтында» пьесаһы ҡуйыласағын ишеткәс, икеләнмәй килдем. Һәм быға үкенмәйем!» Бына ошоноң ише маҡтау һүҙҙәре, ыңғай фекерҙәр күп яңғыраны тамашанан һуң.

Йәш булһа ла, үҙенең алдынғы ҡарашы, ижади фекерләүе менән айырылып тора режиссер Радмир Дәүләтбәков. Был уның район сәхнәһенә сығарған тәүге хеҙмәте түгел. Шуға ла тәжрибәһе һиҙелә.

Актерҙар хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәк. Уларҙың сәхнәлә үҙен тотошона, уйнауына ҡарап һис тә һәүәҫкәрҙәр тип әйтке килмәй. Шаштырыу ҙа, яһалмалыҡ та юҡ. Әйтерһең дә, автор образдарҙы нәҡ шул кешеләр уйнаһын өсөн төбәп тыуҙырған. Һәр кеме үҙ урынында: Әүхәт ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов, Сара—Хәлиҙә Күлшәрипова, Тимерйән—Юлай Саматов, Зилә—Фәниә Дәминева, Барый—Юлай Арыҫланбаев, Стив—Илһам Хәсәнов. Ябай кешеләр образы аша һәр кем үҙҙәрендәге бөгөнгө тормошто күрә ала.

Йәнә әҫәрҙең йөкмәткеһенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Беҙҙең халыҡ бер ҡатлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Шул уҡ Әүхәт тә уны-быны уйламай, һуңғы һарығын һуйып, Американан килгән Стивты ҡунаҡ итә. Ә Стив ауылдағы бынамын тигән ерҙәрҙе һатып алыр өсөн килгән икән. Хакимиәт башлығы ла ошо эште тиҙерәк атҡарыу өсөн үрле-ҡырлы саба...

Был пьесалағы һәр геройҙың һүҙе, ҡылығы тәрән мәғәнәгә эйә. Әүхәттең байраҡ ҡуйыуы буштан түгел. Был—уның күңел байрағы, эскерһеҙлегенең сағылышы. Fөмүмән, әҫәр үҙе лә көнүҙәк проблемаға бәйле, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө хаҡында һүҙ бара. Пьеса башында емерелеп ятҡан кәртәне тамаша аҙағында Әүхәт күтәреп, рәтләп ҡуя. Йәғни төрлө үткенселәргә, еребеҙҙе эләктерергә теләүселәргә юл ҡуйылмай. Тормошта ла шулай булһын, тип өмөтләнәйек.

Бына ошо пьеса менән «Үҫәргән» халыҡ театры 15 декабрҙә Сибай драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Айгиз Баймөхәмәтов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap