Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
05.12.2014
«БЕҘҘЕ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ ЙӨРӨТМӘЙ...»
Untitled document

Резеда ВӘЛИЕВА

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш.Мырҙабаеваны, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Х.Х.Ишморатовты, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Г.Г.Янбаеваны, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Б.Р.Күсәбаевты ҡабул итте. Улар бер нисә объектта булып, аҙаҡ мөнәжәтселәрҙең 2-се асыҡ ҡала конкурсында ҡатнашты.

Иң тәүҙә ҡунаҡтар ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С.А.Вейденбах менән осрашты һәм килеүҙәренең маҡсатын аңлатты.

—Кисә Хәйбулла районында булып, ағинәйҙәр ҡоронда ҡатнаштыҡ. Инәйҙәрҙең шәл бәйләү, ҡорот эшләү, милли аҙыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу ниәтенән йыйылышып, тәжрибә уртаҡлашыуы һәм белгәндәрен йәш быуынға ҡалдырырға тырышыуы хуплауға лайыҡ. Ике ай элек ошондай уҡ сара Әбйәлил районында булғайны. Оло быуындың йәштәрҙе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеген баһалау мөһим һәм ошо юҫыҡта эштәрҙе дауам итеү зарур. Әле бөгөн Сибай ҡалаһында мөнәжәтселәр бәйге тота икән. Унда ҡатнашыу теләге ҙур. Конкурсҡа барыр алдынан ҡаланың бер нисә объектында булып, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышып, кешеләр менән осрашырға иҫәп тотабыҙ. Беҙҙе ҡыҙыҡһыныу ғына йөрөтмәй, ә ниндәйҙер проблемаларҙы бергә хәл итеү юлдарын эҙләү—маҡсатыбыҙ,—тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

С.А.Вейденбах депутаттарҙың сәфәрен хуплап, әлеге мәлдә Сибай художество мәктәбе өсөн яңы бина булдырыуҙа тыуған финанс мәсьәләләргә, ҡала етемдәрен торлаҡ менән тәьмин итеүҙәге ауырлыҡтарға, урамдарҙа күбәйә барған берәҙәктәр, асарбаҡтар проблемаһын хәл итерлек юлдарҙы бергәләп эҙләүгә иғтибар итергә саҡырҙы. Ә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөүсе хакимиәт башлығы И.Р.Хәйруллин ҡала дауаханаһына яңы томограф кәрәклегенә бәйле мәсьәләне күтәрҙе. Сәлиә Мырҙабаева был йәһәттән мөмкин булғанса ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә бирҙе.

Артабанғы осрашыу Сибай институтында үтте. Ҡунаҡтарҙы уҡыу йорто директоры З.F.Йәрмөхәмәтов ҡаршы алды. Тәүҙә уҡыу йортоноң төп корпусы янындағы төҙөлөш эштәре менән таныштылар. Бында яңы ҡаҙанлыҡ, технология факультеты өсөн өҫтәмә бина һәм спорт залы күтәрелә. Институт директорының алдынғы ҡарашлы булыуын һәм киләсәк өсөн эшләүен хуплап, депутаттар яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов Силәбе өлкәһе өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләүҙә ярҙам итеүҙәрен үтенде.

—Күрше өлкәләрҙә хәлдәр яҡшынан түгел. Яңыраҡ ҡына Ҡурған өлкәһендә булдыҡ. Унда башҡорт теле дәресен химик-биологтар уҡыта икән. Тимәк, тел белгестәре ситтә етешмәй. Әле Силәбе өлкәһендә башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләүсе уҡыу йорттары ябылыу алдында. Шуға күрә бар өмөтөбөҙ Сибай институтында. Күршеләребеҙ өсөн бюджет урындары булдырайыҡ,—тине Х.Х.Ишморатов.

Был, әлбиттә, тиҙ һәм еңел хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Бының өсөн федераль кимәлдә хат яҙырға, квота һорарға тура киләсәк. С.Ш.Мырҙабаева бергәләп был мәсьәләнең осона сығырға тәҡдим итте.

Киләһе туҡталыш Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү комплекслы үҙәге ине. Бында депутаттар учреждение директоры И.Ф.Әбделғужин оҙатыуында үҙәк менән танышты, ҡарауһыҙ ҡалған, ваҡытлыса стационарға йәшәргә килгән әбей-бабайҙар менән осрашты, хәлдәрен белеште. Депутат Сәлиә Шәрифйән ҡыҙын әлеге үҙәктә ололар баҡсаһының эшләүе ғәжәпләндерҙе. Үҙҙәре эштә саҡта ҡарт ата-әсәһенең ҡарауһыҙ ҡалыуын теләмәгән балалар ололарҙы көн дауамына ошонда ҡалдыра ала. Әлбиттә, хеҙмәт түләүле. Әммә был үҙ-үҙен аҡлай. Әбей-бабайҙар ҡараулы: ашау яҡшы, шәфҡәт туташы бар, массаж эшләнә. Әйткәндәй, республикала тәүгеләрҙән булып был инициативаны сибайҙар күтәргәйне. Әле ошондай уҡ баҡса Өфөлә эш башлаған. Үҙәктең эшен депутаттар юғары баһалап, артабан да уңыштар теләне һәм стена сәғәте бүләк итте.

Ҡала ҡунаҡтары «Сулпан» балалар театрына барырға ла теләк белдерҙе. Бында депутаттар актерҙар менән осрашып, уларҙың торлаҡҡа, пропискаға ҡағылышлы йәшәйеш проблемаларын тыңланы һәм йәштәргә торлаҡ йәһәтенән булдырылған республика программаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тәҡдим итте.

Ҡаланың 6-сы мәктәбендә урынлашҡан инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә лә булдылар. Дүрт районды берләштереп, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыуҙарына өсөнсө йыл ғына әле. Әммә уңыштары бихисап. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер балаларҙы баш ҡалала урынлашҡан дауаханаларға алып барыу кәрәк. Унда эләгеү еңелдән түгел икән. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы инвалид балаларға ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Депутат уҡыу үҙәгенә микротулҡынлы мейес бүләк итһә, уҡытыусылар коллективы ҡунаҡтарға балаларҙың ҡул эштәрен иҫтәлеккә бирҙе. Ә балалар скайп аша йырлап һәм шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.

Артабан депутаттар ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейына юлланды. Бында директор Ю.Ә.Минишев ҡала ҡунаҡтарын музей буйлап сәйәхәткә саҡырҙы.

—Төп эшмәкәрлегем һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылғанлыҡтан, Сибайға килгән һайын дауаханала була торғайным. Әле тәү тапҡыр ҡаланың бер нисә объектын ҡарау мөмкинселеге тейҙе. Был музейға ла беренсе тапҡыр инеп торам. Шундай бай йөкмәткеле, кәрәкле материалдар, ҡыҙыҡлы экспонаттар тупланған. Йылдан-йыл яңырыу өҫтөндә эшләйҙәр икән. Был музейҙы киләсәктә юғалтырға ярамай, киреһенсә, үҫтерергә кәрәк,—тине С.Мырҙабаева (һүрәттә) һәм коллективҡа ноутбук бүләк итте.

Сәфәр һуңында депутаттар Балалар ижады үҙәгендә барған мөнәжәтселәр бәйгеһенә юлланды. Бында улар халҡыбыҙҙың күркәм ғөрөф-ғәҙәте булған мөнәжәт жанрын һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашҡандан һуң, конкурстың йомғаҡлау сараһында булып, еңеүселәрҙе тәбрикләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap