Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ҺЫНАУ
Untitled document

(хикәйә)

Һуңғы арала беҙҙең төркөмдәге малай-ҡыҙҙарҙың уҡыуы хөртәйҙе. Йә тегеһе, йә быныһы мәктәптән «икеле» алып ҡайта. Бының өсөн детдом директоры тәрбиәсебеҙгә шелтә яһар, ә ул балаларҙың иманын уҡытыр. Был юлы ла тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай бөтәбеҙҙе йыйып, һуңғы арала «икеле» алғандарҙың кәрәген бирҙе.

—Икмәк сереткестәр һеҙ!—тине төкөрөгөн сәсә-сәсә.—Йылыла йоҡлауҙан, эсегеҙ шартларҙай булып тығыныуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хөкүмәт һеҙҙе аҫрағансы, берәй сусҡа фермаһы асһа—күпкә файҙалы булыр ине. Һеҙ бит беҙҙең балалар күрмәгән рәхәтлектә йәшәйһегеҙ... Ә үҙегеҙҙән исмаһам тырнаҡ осондай булһа ла файҙа булһасы...

—Булыр әле берәй заман,—был һүҙҙе әсе телле Әмилә ысҡындырҙы.

Көтмәгәндә шулай бүлдереүҙәренә Рәйфә апай сығырынан сыҡты:

—Ах, һин шайтан таяғы! Мин һөйләгәндә ауыҙыңды усың менән йомоп ултыр, оңҡот!

—Мин шайтан таяғы түгел...

—Бейәләй ауыҙыңа хужа була алмаһаң, мә һиңә!—Рәйфә апай йәһәт кенә ҡалын табанлы тапочкаһын сисә һалды ла, Әмиләгә елләне. Тәрбиәсебеҙҙең был «ҡоралы» сәпкә тейҙе: ҡыҙҙың ҡулына шаҡ итеп ҡалды. Ауыртыуҙан түҙә алмайынса ул илап сығып йүгерҙе. Бөтәбеҙ алдында берәүҙең өнөн шулай тыҡҡас, тәрбиәсебеҙҙең кәйефе күтәрелеп китте. Ул үҙен тағы ла иркенерәк тотоп, беҙҙе оло ләззәт менән әрләргә тотондо. Шулай итеп берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы.

—Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, шундай ҡарарға килдем әле,—тине ул туҡтауһыҙ әрләшеүҙән тирләп киткән ҙур күҙлектәрен һөртөп.—Кем эшләмәй—шул ашамай, тиҙәр халыҡта. Мин был мәҡәлде «кем уҡымай—шул ашамай» тип әйтер инем. Шуға күрә бөгөндән алып конкурс үткәрергә булдым. Кем дә кем ошо сиректе өсһөҙ тамамлай, шул бөтә төркөмдөң бер көнлөк полднигын ашаясаҡ. Һеҙ ризамы ошо шартҡа?

Күптәре ризалығын белдерҙе. Тик Динар исемле малай ғына өнһөҙ ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, уның башы шул икеләрҙән сыҡҡаны юҡ. Көн дә тиерлек мәктәптән уларҙы тоғо менән йөкмәп ҡайта. Күптәр унан көлөп, «Академик» тигән ҡушамат та тағып ҡуйған.

—Ә һин ниңә өндәшмәйһең, Академик?—Рәйфә апайҙың һорауы мыҫҡыллы яңғыраны.

—Әлләсе...—Динар нимә тип әйтергә лә белмәй баҙап ҡалды,—әгәр ҙә полдникка берәй емеш бирелһә, шулар бөтәһе лә тик ботаникка эләгәме?

—Хәлеңдән килһә, һин дә ботаник бул,—тине тәрбиәсе.

—Ярай, Академик, инәлтмә инде. Ризалаш та ҡуй, барыбер һин еңеп сығасаҡһың бит,—балалар араһынан берәүҙең шулай мыҫҡыллауы булды, бөтәһе лә шарҡылдап көлөргә тотондо.

Тәрбиәсебеҙҙең был конкурсын берәүҙәр ыңғай ҡабул итһә, кемдер ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Тик нисек кенә булмаһын, Рәйфә апайҙың һүҙен йығып булмаясаҡ! Уның аяғындағы тапочкаһы йә ҡулындағы асҡыстар бәйләме һинең артыңдан осорға әҙер генә тора.

Тәмле-татлы менән балалар йортонда беҙҙе әллә ни шаштырып бармайҙар. Баш ҡаланан дәү-дәү ҡунаҡтар килгәндә генә мулығып ҡалабыҙ. Ә былай һирәк-һаяҡ алма бирелһә лә, уныңды йә көслөрәк тартып ала, йә килгәнеңсә урлап ашап ҡуялар. Ҡайһы саҡта алманы биҙрәһе менән ашағы килеп китә...

Беҙҙең төркөмдә әлеге көндә егерме биш бала тәрбиәләнә. Әгәр ҙә мәгәр мин тик яҡшы билдәләргә генә сиректе тамамлаһам... уй, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Егерме биш алманы миңә тотторһондар әле! Бына мин ҡыҙарып бешкәнен алып, шытырҙатып тешләйем. Үәт, булыр ине байрам! Ошоларҙы күҙ алдыма килтереп, ауыҙыма әскелтем шыйыҡса йүгерҙе. Ҡуй, юҡ уй менән нәфсемде аҙҙырмайым әле. Әллә эләгә, әллә юҡ. Үҙ өлөшөңдән ҡолаҡ ҡаҡмаһаң бик хуш. Нисек булғанда ла, яҡшы билдәләрең үҙең өсөн. Тырыштырып ҡарар кәрәк...

Рәйфә апай иғлан иткән конкурс дәррәү башланып китте. Кемдер уҡыуға яуаплыраҡ ҡарай башланы, ә кемдәрҙер өсөн был һөйләшеү булды ни, юҡ ни. Болонда үҫкән сәскәләр күп төҫлө булған кеүек, беҙҙең төркөмдәге балаларҙың да холоҡ-фиғеле төрлөсә. Араһында тәртиплеләре лә, эт ялҡауҙары ла, аҙ һүҙлеләре лә, ғәйбәт тоҡсайҙары ла бар.

Мәктәптә беҙҙекеләр ураған һайын төрлө мажараларға осрап тора. Ул ваҡиғаның шаһиттары күргәндәрен детдомға ҡайтыу менән түкмәй-сәсмәй һөйләй һала.

Бөгөн Академик-Динар менән булған ҡыҙыҡлы хәлде ишетмәгән кеше юҡтыр. Динар мәктәпкә бер ҡасан да китап-дәфтәрҙәр йөкмәп йөрөмәй. Уның сумкаһында йыл буйына берҙән-бер дөйөм дәфтәр йөрөй. Шунда онотҡанда бер математиканан да, әҙәбиәттән дә, физиканан да, географиянан да бер-ике һөйләм сыймаҡлаған була. Күрәһең, ул дөйөм дәфтәр тигәнде шулай аңлай.

Математика дәресе бара икән. Динар һуңғы рәттәге дүрт ултырғысты йәнәш ҡуйған да йоҡларға ятҡан. Быны уҡытыусы ла күрмәгән. Шулай итеп дәрес ҡыҙғандан-ҡыҙа, ти. Уҡыусылар сиратлап таҡта алдына сығып, төрлө мәсьәләләр сисә. Бер заман класта бәхәс ҡуба. Берәүһе класташының эшен дөрөҫ тип таный, икенселәр иһә хата тип иҫбатлай.

—Апай, ул дөрөҫ эшләне. Һеҙ өйрәткән формула буйынса ла инде!

—Кит юҡты һөйләйһең! Шыр хата!

Уҡыусылар араһындағы бәхәс әллә күпмегә дауам итер ине. Шул ваҡыт иң һуңғы рәттән кемдер һөрән һала:

—Нимә ҡарҡылдашағыҙ унда?! Исмаһам кешесә йоҡларға пакуй бирегеҙ!

Уҡытыусы ла, малай-ҡыҙҙар ҙа тынып ҡала. Шулай ҙа эштең ниҙә икәнен төшөнгәс, рәхәтләнеп көлөргә тотоналар. Баҡтиһәң, беҙҙең Академик дәрестә икәнлеген бөтөнләй онотҡан...

Динар нисек кенә булһа ла дәрескә йөрөй әле. Ә бына Даян уҡыу тип иҫе лә китмәй. Исем өсөн генә мәктәпкә барып ҡайта. Бик теләмәһә барып та тормай. Иртәнсәк детдомдан сығып китә лә, юл ыңғайы таныш-белештәренә һуғыла. Шунда туйғансы тәмәке борхолдатып ала. Унда-бында йөрөп ваҡыт үткәрә лә, төшкө ашҡа тып итеп ҡайтып та етә.

Уҡыуға шулай талпынып тормауының сәбәбен дә аңлата.

—Мин физкультура техникумына уҡырға барам,—ти ул иҫе лә китмәй,—унда инер өсөн әллә нимә белергә кәрәкмәй. Бары көсөң генә булһын. Бына күрерһегеҙ әле бер нисә йыл баш ҡалала техникумда уҡырмын да, ауылыбыҙҙың мәктәбенә директор булып килеп төшөрмөн. Ну шул ваҡытта миңә «икеле» ҡуйып яфалаған уҡытыусыларға көн бөтәсәк. Үҙҙәрен ялан аяҡ ҡуҙға баҫтырасаҡмын...

Ә бына Әмилә һуңғы арала яҡшы уҡый башланы. Өйгә эште эшләүгә лә яуаплы ҡарай. Мәктәптә булғанда һине бар тип белмәһә лә, эргәңә килеп һөйләшеп бармаһа ла, өйгә эш эшләгәндә артыңдан ҡалышмай. Күрһәтеп, аңлатып биреүеңде һорай.

Мәктәптә Әмилә үҙен эре тота. Шуғалыр ҙа кластағы уҡыусылар уның менән аралашыуҙы мәртәбә тип һанай. Бөтәһе лә белә—Әмилә эте-бете менән дуҫлашып бармай. Етмәһә, уның теле лә үтә әсе.

Әмилә кәүҙәгә йыуантыҡ ҡына. Мәктәптә бер ҡыҙ уны кәмһетмәксе булып былай тигән:

—Йыуан ҡыҙҙарҙы шул тиклем йәлләйем. Уларға егеттәр нисек ҡарай икән...

Әмилә һис тә юғалып ҡалмаған:

—Егеттәр эт түгел, һөйәккә ташланып бармайҙар. Мин, киреһенсә, ябыҡтарҙы йәлләйем,—тигән ул иҫе лә китмәй.

Бер көндө тәнәфес ваҡытында Әмилә эргәмә килеп ултырҙы. Кәйефең нисек тип һораны, ниндәй уй-хыялдар менән йөрөүемде лә ҡыҙыҡһынды.

—Бына мин, Ильяс, һиңә ҡарайым да, һоҡланып туя алмайым,—тине класташым йылмайып,—мәктәпкә көн дә ваҡытында киләһең. Белмәгән нәмәң юҡ—уҡытыусының һәр һорауына дөрөҫ яуап бирәһең...

—Ҡуй инде, шаштырма.

—Нишләп шаштырайым ти! Һинең кеүектәрҙе элек осратҡаным юҡ ине. Белгең килһә, Ильяс, һинең менән аралашыуым үҙе ҙур бәхет!—тип шаштырып ебәрҙе Әмилә.

Тиктомалдан класташымдың мине һыу тейҙермәй маҡтауына аптырап ҡуйҙым. Бигерәк татлы телгә әйләнгән бит!

Киләһе тәнәфестә Әмилә йәнә эргәмә килде.

—Ҡарале, Ильяс, һинең башыңда әллә компьютер ултырамы? Ҡайҙан шул тиклем күпте беләһең?

—Дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, уны ғына бөтәһе лә белә инде...

—Әйҙә, башыбыҙҙы алмашып торайыҡ,—ти ул мут йылмайып.

Әмиләнең үҙен ниңә былай тотоуын оҙаҡ ҡына төшөнмәй йөрөнөм. Хәле бөткәнсе мине маҡтай бит! Булмаған хәл! Берәй әтнәкәһе барҙыр, моғайын. Иң һуңғы дәрес—математика башланыр алдынан ғына төшөндөм.

—Ильяс, аҡыллым, һиңә бер үтенесем бар ине,—Әмилә уңайһыҙланған булып эргәмә килде.—Хәҙер математиканан контоль эш буласаҡ. Шул ҡайһы бер формулаларҙа буталам да ҡуям. Әйҙә һинең менән бер партаға ултырайым әле. Шунда бер-ике урында ярҙамлашып ебәрһәң...

Бына нимәлә икән Әмиләнең киң кү-ңеллелегенең сәбәбе! Ә мин—иҫәр йылы һүҙгә иреп, уның маҡсаты хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Үҙемде ысынлап та йылы һүҙҙәргә лайыҡ икән тип ышанып йөрөйөм бит әле.

—Әйҙә, ултыр. Миңә бер тамсы ла ауырлығы юҡ,—тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Дәрестәр бөтөр-бөтмәҫ кемуҙарҙан детдомға йүгерәбеҙ. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Fәҙәттә, төркөмдә дежур кеше төшкө аш ваҡыты еткәс, бөтәһенә лә өҫтәл әҙерләй. Ашын һала, һәр кешегә иҫәпләп икмәк тарата.

Һуңлап килһәң—ашың күптән һыуынған була. Һалҡын аштың ни тәме, ни бәрәкәте юҡ. Ауыҙыңды асып, аяғыңды көскә һөйрәтеп йөрөһәң—бөтөнләй ашһыҙ ҡалыуың да бар. Шулай булғас, йүгермәй ҡайҙа бараһың?!

Бөгөн класташым Әмилә тағы ла бик һөйөнөслө хәбәр һөйләп китте әле. Ысын булһа, төшкө ашҡа груша бирәләр икән! Ур-рааа!!! Ууух, тиҙерәк ҡайтырға ине! Бына шул татлы емеште рәхәтләнеп тешләйәсәгемде күҙ алдыма килтерәм... Ирендәрем буйлап уның тәмле һуты аға, имеш. Татлы хыялдарҙан ауыҙға бал тәме барлыҡҡа килгәндәй булды...

Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мәктәптән һуңлап ҡайтырға тура килде. Детдомға ҡайтҡас, өҫтөмдө лә алыштырып тормай ашханаға саптым. Ох! Хәҙер теге грушаны ашаясаҡмын. Ашайым тигәс тә, умырып ҡабырға мин ул тиклем үк ҡомһоҙ түгел. Емештең тәмен татып, ләззәтләнеп һутын һурасаҡмын...

Өҫтәл янына тиҙ генә килеп еттем дә, аптыраштан ҡатып ҡалдым. Мин көнө буйына хыялланған балланып бешкән груша урынына күгәреп һәм мәжеп бөткән емеш ята ине. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, ҡулыма алғайным, емеш һытылып китте лә, бармаҡтарыма шыйыҡ лайла йәбеште. Ҡулымдағы серек емеште өҫтәлгә ташланым да, ашхананан сығыу яғына йүнәлдем...

Бер нисә көн үткәс, емештең сереккә әйләнеү серенә төшөндөм. Баҡтиһәң, Даяндың этлеге икән. Ул үҙенең өлөшөнә туймай, минең өлөштө лә һоғонған. Етмәһә, минән мыҫҡыл итеп, складтан серегән груша алып, өҫтәлемә һалып ҡуйған. Шул көндә груша ашамағаным өсөн түгел, өҫтәлемә серек емеш һалыуы өсөн йәнем әсене.

Ниндәйҙер татлы ризыҡтан мәхрүм ҡалыу тойғоһо күңелдә оҙаҡ һаҡланмай ул, ә бәғзеләрҙең күңел сереклеге ғүмер буйына иҫтән сыҡмай. Ярай әле ул «сереклек» тик үҙендә генә ҡалһа. Теге саҡтағы һытылған груша кеүек еҫе донъяға ла таралыусан шул...

Уҡыу сиреге «һә» тигәнсе үтте лә китте. Бер көн төшкө аштан һуң бөтәбеҙ ҙә бүлмәгә йыйылдыҡ. Сәбәбе күптән билдәле. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай сирек тамамланыу уңайынан йыйылыш үткәрә.

—Мин үҙ һүҙемдә торам,—тип башланы тәрбиәсебеҙ,—әгәр иҫегеҙҙә булһа, бергәләп конкурс иғлан иткәйнек. Шунда еңеүсегә тотош төркөмдөң полдник- ка бирелгән алмаларын тапшырырға һүҙ ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә ризалаштығыҙ. Вәғәҙәне үтәйем,—тип Рәйфә апай алдыма бер пакет алма ҡуйҙы.—Үпкәләштән булмаһын, был сиректә Ильястың ғына «өслөләре» сыҡманы. Рәхәтләнеп һыйлан, Ильяс!

Мин ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалдым, Рәйфә апай сығып кит- кәйне инде. Төркөмдәштәрҙең бөтәһе лә миңә текләгән. Уларҙың ҡараштары минең йәнемде кимергәндәй тойолдо. Бығаса көн һайын сиректе яҡшы тамамлау хаҡында хыялланһам, хәҙер килеп «өслө» сыҡмауы өсөн үкенес тойғоһо биләне. Пакетты алдым да, алмаларымды барыһына ла таратырға тотондом. Шул саҡ кемдер:

—Даянға бирмә! Ул бит теге саҡта һиңә серек груша һалды,—тип ҡолағыма бышылданы.

Сират иң артта ултырған Даянға еткәндә, пакетта ни бары бер генә алма ҡалғайны. Ҡыҙарып бешкән ҙур алманы мин уның усына һалдым...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap