Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ТАУСЫЛАР АҠЪЯРҘА УҠЫЙ
Untitled document

 

Һуңғы йылдарҙа тау сәнәғәтен үҫтереү, ҡаҙылма байлыҡтар табыуҙы арттырыу айырым иғтибарға алынды. Ошо йәһәттән республикала маҡсатлы программалар ҡабул ителә, проблемаларҙы хәл итеү юлдары барлана. Мәҫәлән, «2011-2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программаһы» ла тѳбәктә ошо тармаҡты үҫтереү зарурлығын билдәләй.

Хәйбулла районының Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы ла 10 йыл эшләү осоронда тау сәнәғәте ѳлкәһе ѳсѳн бихисап белгестәр әҙерләп сығарҙы. Бѳгѳн дә уҡыу йорто заман талаптарына ярашлы белем бирә. Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыу эшен еңелләштереү һәм ҡыҙыҡлы итеү маҡсатында китапхана уҡыу-методик әсбаптарҙың һәм матбуғат баҫмаларының электрон версиялары менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ белем биреү видеолекция рәүешендә лә алып барыла.

—Студенттарға социаль ярҙам күрһәтеү ҙә иғтибар үҙәгенә алынған. «4» һәм «5» билдәләренә ѳлгәшеүсе студенттарға түләнгән академик стипендиянан тыш, ай һайын махсус комиссия йыйылып, әүҙем студенттарға стипендиялар билдәләйбеҙ. Бындай ярҙам аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға ла күрһәтелә. Ашау ѳсѳн компенсация түләнә, ситтән килеүселәр ятаҡ менән тәьмин ителә,—ти колледж директоры Рәмил Ишмѳхәмәт улы Арыҫланов (һүрәттә).

Колледжда белем биреүҙән тыш, тәрбиә эштәре лә яҡшы ҡуйылған. Уҡыу йортонда «Ял», «Мин—граждан», «Спорт һәм һаулыҡ», «Хоҡуҡ боҙоуҙар профилактикаһы» кеүек маҡсатлы программалар булдырылыуы ла ошо хаҡта һѳйләй. Футбол, рус лаптаһы, саңғы, кѳрәш, волейбол кеүек спорт тѳрҙәрен үҙ эсенә алған спорт секциялары, ҡурай, бейеү, вокал, геология, тау техникаһын моделләү кеүек түңәрәктәр уңышлы эшләп килә. Студенттар район, республика, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулай.

Уҡыу йортонда тѳп белем биреү менән бер рәттән ЭВМ операторы, руда геологияһы, 1С программалы бухгалтер кеүек ѳҫтәмә һѳнәрҙәргә уҡытыу ҙа алып барыла.

Район хакимиәттәре менән тѳҙѳлгән килешеүҙәргә ярашлы, йүнәлтмә буйынса уҡытыу ҙа ҡаралған. Был ике яҡ ѳсѳн дә отошло: район ышаныслы рәүештә белгес менән тәьмин ителһә, йәш белгесте тәғәйен эш урыны кѳтә. Нисек кенә булмаһын, бѳгѳн үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү ҙур роль уйнай. Быны яҡшы аңлаған етәкселек Стәрлетамаҡ педагогия академияһы, Магнитогорск дәүләт техник университеты, Урал дәүләт университеты кеүек уҡыу йорттары, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте, «Бүребай», «Гай» тау байыҡтырыу комбинаттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе яйға һалған. Шулай уҡ уҡыуҙы тамамлаған йәш белгестәр килешеү нигеҙендә Екатеринбург тау университетына инеп, белемен камиллаштырыу мѳмкинлегенә эйә.

9-сы һәм 11-се кластан һуң кѳндѳҙгѳ бүлеккә—асыҡ тау эштәре, ер аҫты ятҡылыҡтарында файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, тау сәнәғәте ҡорамалдарын электр һәм электромеханик хеҙмәтләндереү һәм техник эксплуатациялау, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү һѳнәрҙәренә абитуриенттар ҡабул ителә. Уҡырға инеүселәр имтихандарҙы рус теленән (диктант) һәм математиканан (телдән йәки 9-сы класты тамамлаусылар—ГИА, 11-сене тамамлаусылар БДИ һѳҙѳмтәләре буйынса) тапшыра. 9 класс белем нигеҙендә уҡырға инеүселәр 3 йыл да 10 ай белем алһа, 11-се кластан һуң килеүселәр 2 йыл да 10 ай уҡый.

Шулай уҡ 11-се класты тамамлаусылар ситтән тороп уҡыу мѳмкинлеген дә файҙалана ала. Документтар 15 июндән 10 авгусҡа (9 класс нигеҙендә) һәм 15 авгусҡа (11-се кластан һуң), ә ситтән тороп уҡырға теләүселәрҙән 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Уҡыу йортоноң адресы: Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 7/2. Белешмә ѳсѳн телефондар: 8 (34758) 2-22-74, 2-24-22, 2-14-14 (ҡабул итеү комиссияһы) 2-22-74 (ситтән тороп уҡыу бүлеге).

Сайт: www.agkit.narod.ru

Данил Әбделғазин.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap