Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.12.2014
ИЖАД ТАМЫРҘАРЫ ТЫУҒАН ЕРҘӘ...
Untitled document

Хәйбулла районының ун ете ауылында мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәрен, төбәктән сыҡҡан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү кисәләре үткәйне. Мәҙәниәт йылына бағышланған был сараның, йәғни «Ижад тамырҙары тыуған ерҙә» мәҙәни-крайҙы өйрәнеү промо-акцияһының йомғаҡлау сараһы күптән түгел Аҡъяр мәҙәниәт йортонда уҙғарылды. Тантаналы сарала ошо райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр—Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, опера йырсыһы Зәйтүнә Fәзизова ҡатнашты.

Күптәр өсөн был көн ҡыҙыҡлы асыш көнө булды. Тамашасылар быға ҡәҙәр әллә ни әһәмиәт бирмәгән опера сәнғәте менән танышты. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы үҙенең һөнәре, тормошо тураһында бик матур итеп сығыш яһаны. Ул ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай, уларҙың үтенесен үтәгән өсөн үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй. Лайыҡлы һөнәр һайлауы уға тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә. Эштән ҡәнәғәтлек табыу, хеҙмәт емештәрең менән халыҡҡа ҡыуаныс өләшеү иһә күңел тыныслығы һәм шатлыҡтар бирә.

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы—республикабыҙҙың музыка сәнғәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырыусыларҙың береһе. Уға тәбиғәт моңло тауыш биргән. Был музыка донъяһында меццо-сопрано тип атала. Ул бик һирәк осрай торған бәрхәт тауыш төрө. Fәжәйеп киң тауыш диапазоны уға түбән һәм юғары партияларҙы башҡарырға булышлыҡ бирә. Йәнә йөҙ-ҡиәфәте менән дә сәхнә өсөн генә яратылғандай. Зәйтүнә Сабир ҡыҙының опера карьераһы 27 йыл дауам итә. Ҡарап тороуға йырсы эше еңел күренһә лә, уның артында фиҙакәр хеҙмәт, сикһеҙ репетициялар йәшеренгән. Рәүеф Мортазиндың «Дауыл» операһында башҡарған Хаят роле Өфөлә уҙғарылған опера фестивалендә юғары баһа ала.

Зәйтүнә Сабир ҡыҙы тәүге гастролдәрен бик матур итеп иҫкә алды. Омск опера театры сәхнәһендә башҡорт артистары П.Чайковскийҙың «Пиковая дама» операһын ҡуя. Унда яҡташыбыҙ Полина ролен башҡара. Волгоград ҡалаһында үткән сәфәрҙе лә оноторлоҡ түгел, ти ул. Бер ниндәй репетицияһыҙ тиҙ арала Д.Вердиҙың «Дон Карлос» операһындағы принцесса Эболи партияһын сәхнәгә сығарырға ҡушалар. Был роль менән йырсы тауышының бар мөмкинлектәрен күрһәтеүгә өлгәшә. Принцесса образын ул һәр яҡлап—тауыш, йөҙ-ҡиәфәт, һәләтлелек йәһәтенән тулыһынса аса ала. Тамашасы көслө алҡыштарға күмһә, музыка тәнҡитселәре бер-бер артлы матбуғат баҫмаларында сығыш яһай. Ошо триумфтан һуң Зәйтүнә Fәзизоваға БАССР-ҙың ат-ҡаҙанған артисы тигән исем бирелә.

Хәйбулла районында үткән осрашыуҙа Зәйтүнә Сабир ҡыҙы «Ҡартаямы ни һуң йөрәк» йырын башҡарҙы. Был мәлдә тамашасылар бер юлы видеоролик аша йырсының ижад юлы менән танышты.

Шулай уҡ сара мәлендә Хөрмәтулла Үтәшевты яҡташтары күркәм юбилейы—55 йәше менән ҡотланы. Солтанғужа (Таштуғай) ауылында тыуып үҫкән Хөрмәтулла бәләкәйҙән театр донъяһы менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында, аҙаҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Актерлыҡтан театр директоры дәрәжәһенә тиклем үрләй. Әле ул—М.Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының беренсе урынбаҫары. Үҙен режиссер булараҡ та һынап ҡарай, башҡа телдәге пьесаларҙы башҡорт теленә тәржемә итә. Хөрмәтулла Fаззали улы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты. Актер хаҡында күп һөйләү ҙә кәрәкмәй. Уны һәм башҡарған иҫ киткес ролдәрен халыҡ яҡшы белә.

Промо-акцияла халыҡ дәррәү ҡатнашты. Был проект «Мәҙәниәт йылында иң яҡшы 100 сара» республика конкурсында ҡатнаша.

Р.Фәйзрахманова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap