Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
19.12.2014
РЕЖИССЕРҘАР ӨМӨТ УЯТТЫ
Untitled document

Һуңғы йылдарҙа башҡорт киноһы тураһында йыш ишетергә тура килә. Улар ҡыҫҡа метражлы булһа ла, беҙҙең ерлектә төшөрөлөүе менән үҙенә ылыҡтыра һәм ҡыҙыҡһыныу уята. Әле яңыраҡ Сибай ҡалаһының «Мир» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлгән бер нисә фильмды ҡараныҡ.

Тамашасылар хөкөмөнә тәүҙә «Карусель» фильмы тәҡдим ителде. Бында ваҡиғалар Өфө ҡалаһының М.Fафури исемендәге ял паркында бара. Унда ҡарауылсы булып эшләүсе Харис бабай гел генә уйланып йөрөй. Тиҙҙән беҙ уның йәшлек мөхәббәте Әҡлимәне онота алмай аҙапланыуын, уны көтөүен аңлайбыҙ. Тик уның өмөттәре аҡланмай. Уға Әҡлимәнең вафат булыуын еткерәләр… Ошо мәлдә паркта икенсе кешеләрҙең дә яҙмышы күҙгә салына. Бер-береһен яратып та, бергә ҡала алмаған йәш ҡатын менән йәш ир осраша. Айгөл Америка егете Джозеф менән яҙмышын бәйләгән, ул үҫтерә. Ә Илнур кәләше менән Нәркәс исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Илнур менән Айгөл каруселгә ултырған балаларын онотоп гәпләшә. Ҡатыны менән улын парктан алырға килгән Джозеф быларҙы күрә. Артабан ни булыр? Билдәһеҙ. Һәр кем үҙенсә һығымта яһай.

Был фильмды ҡарағандан һуң, тамашасылар уның режиссеры Роман Пожидаев менән әңгәмәләшеп алды.

—Фильмдың сценарий авторы—Зөһрә Бураҡаева. Киноны төшөрөү идеяһы нәҡ шул паркта бер уйсан бабайҙы күргәс тыуғайны. Был минең диплом эшем. Әйткәндәй, «Мир» кинотеатрында үҙ киномды юғары сифатта күрә алдым. Бын да заманса технологиялар икән. Сибайҙар бәхетле. Фильмға әйләнеп ҡайт-ҡанда, бында театр актерҙары уйнай. Харис ролендә билдәле актер Рәүис Заһитов, ә Джозеф һәм уның улының образын ысынлап та инглиздәр һынландырҙы. Улар Өфө-гә Американан күсеп килгән ғаилә. Әле баш ҡалала урынлашҡан Интерколледжда эшләйҙәр. Fөмүмән алғанда, 6 фильмды тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иттем, уларҙың 5-һе башҡорт телендә. Мин үҙем билдәле яҙыусы Хәниф Кәримдең ейәнемен. Башҡорт телен беләм, аңлайым. Киноларымдың бөтәһе лә тиер-лек ҡартатайымдың әҫәрҙәренә нигеҙләнгән,—тине Роман.

Сибай тамашасыларына Романдың йәнә «Япраҡ» тип аталған фильмы тәҡдим ителде. Бында кеше ғүмере өҙөлөргә торған һары япраҡ менән сағыштырыла. Ҡартатаһы ауырып түшәккә йығылғас, бәләкәй Илһам һары япраҡты елем менән ныҡ итеп ағасҡа йәбештереп ҡуя. Эскерһеҙ бала шул рәүешле ғәзиз кешеһенең ғүмерен ҡотҡарырға теләй. Фильм Бөрйән районында төшөрөлгән.

Йәнә был көндө балаларға режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Ни пуха, ни пера», «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәттәре күрһәтелде. Кескәйҙәр рәхәтләнеп көлөп, кәйефтәрен күтәреп кенә ҡалманы, йәнһүрәт тамамланғас, Римгә һорауҙарын яуҙырҙы. Балаларҙың шул тиклем аҡыллы һәм иғтибарлы булыуы, төплө итеп һорау бирә белеүҙәре һоҡландырҙы. Тимәк, кескәй тамашасыларҙы үҙебеҙҙең республикала төшөрөлгән йәнһүрәттәргә йәлеп итергә мөмкин.

Яҡташыбыҙ, режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованы белмәгән кеше һирәктер. «Башҡорт киноһы көнө» сиктәрендә уҙғарылған сарала ул да ҡатнашты һәм сибайҙарға «Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен», «Ике килгән ғүмер» фильмдарын тәҡдим итте. Тәүгеһендә үҙ ауылын ташлап китмәгән замандашыбыҙ—Белорет районында йәшәүсе 80 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев хаҡында һүҙ бара. Ул перспективаһыҙ тип бөтөрөлгән Урман-Рәүәт ауылында ғү-мер итә. Оло кешенең төпкөлдәге яңғыҙ тормошо йылдың дүрт миҙгелендә күрһәтелә. Икенсе киноһы Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповтың яҙмышын, көнкүрешен һүрәтләй. Тормошсан киноларҙы ҡарап йәшәү мәғәнәһен һәм ҡәҙерен нығыраҡ тойомларға мөмкин. Ошондай фильмдары өсөн яҡташыбыҙға оло рәхмәт белдерге килә.

Fөмүмән, башҡорт киноһы үҫеш юлында. Финанс тотҡарлыҡтар булмаһа, уны артабан да үҫтерергә мөмкиндер. Сөнки эшләрҙәй талантлы режиссерҙарыбыҙ бар, уларға был эште ышанып тапшырырға мөмкин.

Резеда Усманова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap