Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
БӘХЕТ ӨЛӘШЕҮСЕ ЙОРТ
Untitled document

Резеда ВӘЛИЕВА

Һуңғы ваҡытта табиптарға ҡарата ыңғай булмаған фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был беҙҙең төбәктә генә түгел, ғөмүмән, ил күләмендә күҙәтелә. Әлбиттә, дауаханаларҙағы сираттар оҙонлоғон, табиптарға эләгеү мөмкинлегенең аҙ булыуын, ҡайһы бер белгестәрҙең беҙҙең тарафта бөтөнләй булмауын инҡар итеп булмай. Әммә кире яҡтарын барлаған ваҡытта, аҡ халатлыларҙың барыһын да бер бизмәнгә һалып, дөйөм ҡарар сығарырға ашыҡмай торайыҡ әле. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, пациенттарға иғтибарлы һәм ихтирамлы булған табиптар, шәфҡәт туташтары ла бар бит! Бөгөнгө һүҙем Баймаҡ бала табыу йорто һәм уның хеҙмәткәрҙәре хаҡында.

Бала саҡта һыуыҡ тейҙереп, күрше ауылдағы стационарҙа ятыуҙы иҫәпкә алмағанда, ғүмерҙә лә дауаханаға эләккәнем булманы. Шуға ла уҙған йыл Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан бала табыу йортона барып ингәс, шул тиклем ҡаушап төштөм, хатта аптыранып йөрөүемде шәфҡәт туташтары ла һиҙҙе, буғай. Уңайһыҙланыуымдан сәбәләнеүемде аңлатырға тырыштым:

—Мин тәү тапҡыр дауаханаға килеп эләктем,—тиүемә, тегеләр:

—Бәхетлеһең икән. Беренсе тапҡыр килгәндә лә бәхет артынан килгәнһең,—тип йылмайышты.

Өй шарттарында ғына йәшәп өйрәнгәнлектән, дауаханаға нисек кенә күнеп китермен икән, тип борсолоуҙарым тиҙ арала юҡҡа сыҡты. Бала табыу йортонда барыһы ла юғары кимәлдә булыуын аңланым. Буласаҡ әсәйҙәрҙе бүлмәләргә икешәр урынлаштыралар. Дүрт палатанан торған бер бокста бер бәҙрәф һәм душ бүлмәһе. Бөтә ерҙә лә таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Бында көнөнә өс тапҡыр иҙән йыуып, туҙандарҙы һөртөп алалар һәм бүлмәләрҙе елләтәләр. Ашау ғәҙәттәгесә: иртән, төш, кис. Киске аш алдынан көн һайын емеш-еләк—йә алма, йә әфлисун тараталар. Туғандар ҙа йыш килеп тора. Шуға күрә туҡланыуға зарланырлыҡ түгел. Шәфҡәт туташтары ла бик яғымлы. Ипле генә һөйләшәләр. Тупаҫлыҡ, ҡаты бәрелеү улар өсөн ят. Көн һайын обход яһаусы бала табыу йорто мөдире Fәфүр Мулләхмәт улы Сәғитдинов бик иғтибарлы. Кәрәк ерҙә бар хафаланыуҙарҙы юйып шаяртып ала, кәрәк ерҙә етди генә кәңәштәр бирә. Шәфҡәт туташтары көн дә иртәнсәк ҡан баҫымын тикшереп, тән ауырлығын үлсәп тора.

Бала тыуғандан һуң әсәйҙәр икенсе бүлеккә күсә. Бында иһә палаталар икегә бүленгән. Бүлмә һайын йәнә икешәр ҡатын. Һәр палатала бәҙрәф, душ бүлмәһе урынлаштырылған. Сабыйҙы йыуындырыу өсөн тас та ҡуйылған. Шулай уҡ таҙалыҡ, бөхтәлек хакимлыҡ итә. Шәфҡәт туташтары температураны үлсәп, һаулыҡ торошон тикшереп кенә тора. Ҡан анализы биреү һәм УЗИ бүлмәләренең ошо уҡ ҡатта яҡын ғына урынлашыуы әсәйҙәр өсөн бик ҡулайлы. Бигерәк тә операция кисергән ҡатындарға уңайлы. Һыҙланған көйөнсә баланы күтәреп әллә ҡайҙа йөрөргә кәрәкмәй. Система аҫтында ятҡан ҡатындарҙың сабыйҙары илаған саҡта шәфҡәт туташтарының йүгереп килеп етеүе, баланы ҡулдарына алып бәүелтеүе генә лә уларҙың ни тиклем миһырбанлы булыуын һөйләй түгелме?! Бәләкәскә күкрәк һөтөн нисек бирергә, уны нисек биләргә—быларҙың һәммәһе лә тәжрибәһеҙ әсәләргә матур итеп өйрәтелә. Бәләкәстәр өсөн бүленгән йүргәктәр ҙә ҡайһы бер ҡалаларҙағы кеүек иҫәпләп кенә бирелмәй, күпме теләйһең—шулай ҡулланаһың.

Эйе, әсәлек бәхете бер кемгә лә еңел бирелмәй. Борсолоуҙар, хафаланыуҙар, ҡурҡыу тойғолары, билдәһеҙлек менән бала табыу йортона барып инәһең дә, ғазаптар аша үтеп, оло шатлыҡ кисерәһең. Ошондай мәлдә, әлбиттә, яҡындарыңдың ғына түгел, ә теләһә ҡайһы мәлдә ярҙамға килергә әҙер булған табиптар-ҙың, шәфҡәт туташтарының һиңә ҡарата яғымлы һәм иғтибарлы булыуы бик мөһим. Был йәһәттән Баймаҡ бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт яуҙырырға мөмкин. Күптән түгел, Баймаҡ ҡалаһына юл төшкәндә бер йыл элек күрһәткән игелектәре өсөн рәхмәтемде белдерәм тип, табиптар янына ашыҡтым. Күңелде тәү ҡат барғандағы кеүек үк тулҡынланыу хистәре ялмап алды. Бала табыу йортона яҡынлашҡан һайын йөрәк «дөп-дөп» типте. Ана, берәү шат йылмайып бәләкәй генә сабыйын тәҙрә аша туғандарына күрһәтә. Ниндәй бәхет!.. Эскә үттем. Таныш йөҙҙәр, таныш тауыштар. Мине юғары категориялы акушерка Зилә Ҡаһарман ҡыҙы Азаматова ҡаршы алды. Беҙ уның менән дөйөм эш стажы 30 йыл булған тәжрибәле табип, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 2006 йылдан Баймаҡ бала табыу йортон етәкләүсе Fәфүр Мулләхмәт улына юлландыҡ. Мөдиргә килеүемдең сәбебен аңлатып, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.

—Һандарға туҡталып, былтырғы менән сағыштырып, ниҙәр әйтә алаһығыҙ?

—Былтыр беҙҙең бала табыу йортонда 847 ҡатын сабыйҙарға ғүмер бүләк итте. Быйыл аҙыраҡ. Әле йыл аҙағына тиклем ике аҙна ваҡыт бар. Әммә шулай ҙа уҙған йыл һөҙөмтәһен ҡыуып етә алмаҫбыҙ, күрәһең. Кәм тигәндә, 30 кешегә аҙыраҡ булыр ул.

—Интернет селтәрҙәрендә Баймаҡ бала табыу йортон маҡтаған яҙмаларға йыш юлығам. Моғайын, һеҙгә сит тарафтарҙан да киләләрҙер.

—Үҙебеҙҙең район ҡатындарынан тыш, күрше ҡала-райондарҙан, Силәбе өлкәһенән киләләр. Шулай уҡ Себер тарафтарында эшләүсе яҡташтарыбыҙ ҡайта.

—Үҙем шаһитмын: уҙған йыл март айында иң йәш әсәгә—18, иң олоһона 46 йәш ине. Быйыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәше буйынса ни әйтә алаһығыҙ?

—Fәҙәттә, иң йәш әсәйҙәргә 17 йәш. Быйыл иһә иң олоһона 44 йәш булды.

—Буласаҡ әсәйҙәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

—Ауырға ҡалыр алдынан мотлаҡ һаулыҡтарын нығытһындар ине. Был буласаҡ атайҙарға ла ҡағыла. Аҙ ҡанлылыҡ әсәйҙәргә лә, яңы тыуған сабыйҙарға ла хас. Ундайҙар бик күп. Йәнә иртә срокта уҡ иҫәпкә тороуҙарын теләр инем. Ҡарындағы баланың һаулығын һәм ниндәйҙер кимәлдә яҙмышын билдәләү йәһәтенән был бик мөһим.

—Һуңғы йылдарҙа операциялар хаҡында йыш ишетергә тура килә. Элек беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр дәүерендә ундай хәлдәр булмаған...

—Бының сәбәбе бик ябай. Ҡасандыр иң мөһиме әсәйҙе ҡотҡарып алып ҡалыу тәүмаҡсат булһа, хәҙер әсәнең дә, сабыйҙың да ғүмерен һаҡлау бурысы ҡуйылған. Былтыр беҙҙә 847 ҡатын бала тапһа, шуның 135-нә операция эшләнек. Заман үҙгәрә, алымдар ҙа, ҡараш та үҙгәрә. ЭКО процедураһы үтеп ҡайтып, әсәлек бәхетенә өлгәшеүселәр һаны арта.

—Һуңғы ваҡытта сабыйҙар үлеме хаҡында йыш ишетергә тура килә...

—Беҙҙең күрһәткес республиканың уртаса күрһәткесенән кәмерәк. Бында әлеге лә баяғы әсәйҙәрҙең ваҡытында мөрәжәғәт итмәүенән, үҙ һаулыҡтарына иғтибарлы булмауынан шундай хәлдәр килеп сыға ла инде.

—Һеҙҙе нимә борсой?

—Табиптарға нахаҡҡа яла яғыуҙары кәйефте ҡыра. Быны мин район кимәлендә әйтмәйем, ә дөйөм Рәсәй күләмендә шундай ҡараш йәшәй. Беҙ үҙебеҙҙең ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ.

—Миңә ҡалһа, Баймаҡ бала табыу йортонда үҙ эшен яратҡан һәм уны яҡшы белгән кешеләр эшләй...

—Рәхмәт. Эйе, коллектив тәжрибәле белгестәре менән ғорурлана ала. Акушер-гинеколог Л.Т.Fайсина, табип-неонатолог А.F.Кәримова, юғары категориялы акушерка, БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы М.В.Сәлихова, юғары категориялы акушеркалар Х.Д.Байымова, З.Ә.Ҡашҡарова, А.С.Сирбаева, Ә.Б.Ишбулатова, Э.Р.Рәсүлова, шәфҡәт туташтары Х.З.Зәйнәғәбдинова, Р.F.Батталова, З.F.Сәғитова һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алыр инек. Fөмүмән, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырғы килмәй. Бөтәһе лә үҙ эшенә яуаплы ҡарай, тырышып эшләй. Йәштәребеҙ ҙә тәжрибәлеләрҙән өлгө ала, уларҙан ҡалышмай.

Эш кешеләрен—әсәйҙәр һәм сабыйҙар ғүмере өсөн яуаплы булыусыларҙы оҙон-оҙаҡ һорауҙар менән йонсотоп торманым. Бында беҙгә һорауҙарға ҡайта-рылған яуаптар түгел, ә уларҙың башҡарған эштәре, күрһәткән мөнәсәбәттәре күпкә ҡәҙерлерәк!

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap